6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

"Йыл кешеһе" - Ишембай ҡалаһынан милиционер
09.11.09


       "Яҡшы эштәр ҡылып данлы булыу мөмкин түгел", - тип раҫларға ярата билдәле әкиәт геройы - Шапокляк әбей. Ә бына "Беҙҙең заман геройҙары" исемен яулаусылар бының киреһен иҫбат итте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Бөтә Өфө" ҡала телеканалы ойошторған йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте. Телеканал хеҙмәткәрҙәре һәм тамашасылар телерепортаж геройҙары араһынан дәғүә итеүселәрҙе һайланы. Төп талап - улар ҡылған изге эш.
       ...Егерме дүрт йәшлек Анна Самосадкина церебраль паралич менән яфалана. Нефтекама ҡалаһының ҡаһарман ҡыҙы әҙәби түңәрәк ойошторған һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән мауыҡтырғыс ижади кисәләр үткәрә.
       Туймазы районының Үрге Троицк ауылынан Зәйҙуллиндар ғаиләһе, балаларға ҡуйылған диагноздарҙан ҡурҡмай, коррекцион балалар йортонан тәрбиәгә өс бала алған. Тәүҙә Рәмилә һәм Шамилдың ғаиләһендә Таня һәм Карина йәшәй башлай. Һуңынан дүрт йәшлек Марсель дә ғаилә ағзаһы булып китә. Психик үҫеше артта ҡалған малайҙың төҙәлеп китеренә ата-әсәһе бер ҙә шикләнмәй.
       Өфө ҡалаһынан Дамира Батраченко бына 35 йыл инде һуҡыр балаларҙы уҡыта. Үҙе һуҡыр уҡытыусы эшкә көн дә лабрадор Марта менән йөрөй, был үҙе ҡаһарманлыҡ түгелме ни?
       "Көслө рухлылар" номинацияһында жюри ҡарары буйынса тап Дамира Батраченко еңеүсе тип танылды ла инде.
       Быйыл премия беренсе тапҡыр республика райондарында йәшәүселәренә лә тапшырыла. Мәҫәлән, традицион "Йыл бағыусыһы" номинацияһына Өфө эшҡыуарынан тыш, Нефтекама ҡалаһынан бизнесмен һәм сығыштары менән Ишембай районынан булған алты бер туғандар индерелгәйне. Беренсеһе балалар спортын үҫтереүгә ярҙам итә. Ул ойошторған бушлай спорт секцияла рында бөгөн 400-ҙән ашыу малайҙар һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә. Бынан тыш Фәһим Низамов урындағы кикбоксинг федерацияһына етәкселек итә һәм балалар йортон шефлыҡҡа алған.
       Ишембай районында алты бер туған үҙ аҡсаларына Кинйәбулат ауылында мәсет төҙөй һәм әсәләренең исемен бирә. "Фатиха" мәсетенә тирә-яҡ ауыл халҡы ла яратып йөрөй.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был номинацияла Өфө эшҡыуары еңеү яулай. Кафе селтәрҙәре хужабикәһе Римма Еникеева дини байрамдарҙа оло кешеләр өсөн хәйриә кисәләре үткәрә. Бындай көндәрҙә теләгән кеше уның кафеларына инеп, бушлай тәм-том менән сәй эсеү мөмкинлегенә эйә.
       "Культпросвет" агентлығы вәкилдәре лә халыҡты сағыу ваҡи Ралар менән шатландырырға ярата. Быйыл компания Өфөлә беренсе тапҡыр коляскалар фестивале үткәрҙе. Утыҙға яҡын пар үҙҙәренең коляскаларын самолет, корабль һәм башҡа техника итеп биҙәп, ҡала урамдарына сыҡты. Иң яҡшы уйлап сығарыусы ата-әсә һәм уларҙың бәләкәстәре Ял йортона путевка менән бүләкләнде.
       "Йыл социаль акцияһы" номинацияһында "Бөтә Өфө" телеканалы һәм Башҡорт дәүләт университетының "Уҡырға әҙер бул!" проекты еңде. Мәктәп уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тура эфирҙа бирҙе һәм юғары уҡыу йортоноң ректоры иң күп балл йыйған ике баланы бюджет бүлегенә уҡырға индерҙе. Мишкә ауылынан Владимир Николаев үҙенсәлекле тренажер эшләп " Изге эш" номинацияһына эләкте. Ҡатмарлы ҡоролма сүплектәрҙән йыйылған ауыл хужалығы машиналары деталдәренән эшләнгән. Биш йыл эсендә 15 элементтан торған көс комплексы барлыҡҡа килә. Унда бер юлы 8 кеше шөғөлләнә ала. Спорт залында тағы ла уҡытыусы үҙ ҡулдары менән эшләгән 8 тренажер урын алған.
       Данлы "Салауат Юлаев" клубы хоккейсылары ла изгелек эшләүҙән ситтә ҡалмай. Өфөләге балалар йортон шефлыҡҡа алып, күстәнәстәр алырға онотмай, улар йыш ҡына балалар янына ҡунаҡҡа бара.
       Жюри ағзалары фекере буйынса, "Урал" эҙәрмәндәре иң изге эш башҡарған. 2006 йылдан башлап улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 150 һалдаттың исемен асыҡлай.
       "Йыл бағыусыһы" исеме беренсе тапҡыр "Өфө - Автоваз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Алесандр Асеевҡа бирелә. Ул бер нисә йыл буйы баш ҡалалағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына матди ярҙам күрһәтә.
       "Бәләкәй баланың оло изге эше" номинацияһында герой исемдәре ун дүрт йәшлек уҡыусылар Артур Мөлөков, Артур Нәбиев һәм Кушнарен районының Мәмәк ауылынан туғыҙ йәшлек Саша Братановаға бирелде.
       Үҫмерҙәр урамда хәлһеҙ йығылған пенсионеркаға тап була. Уның эргәһенән башҡалар шикелле үтеп китмәй улар, ярҙам саҡырып, 80 йәшлек әбейҙе үлемдән алып ҡалалар.
       Саша Братанова туғыҙ йәшендә ысын батырлыҡ яһай. Ҡыйыу ҡыҙсыҡ ут ялмап алған йорттан береһенән-береһе бәләкәй туғандарын сығара. Уларҙың иң ҙурына 5 йәш, әкесеһенә ни бары туғыҙ ай тулған була. Балаларҙы тонсоға - тонсоға уттан ҡотҡарғандан һуң, Саша тағы ла йортҡа кереп, йылы әйберҙәр сығарып өлгөрә. Кескәй баланың һөт имеҙеү шешәһен дә онотмай батыр ҡыҙ.
       Төп премияға - "Йыл кешеһе"нә - дәғүә итеүсене жюри һайламаны, СМС -тар ярҙамында уның исемен залдағы һәм телетамашасылар билдәләне. Тауыш биреү алдынан ике ир тарихы буйынса видеоматериалдар күрһәтелде. Асҡын районы башлығы Фларит Усманов һөнәре буйынса врач. Юлда китеп ултырғанда ул авария шаһиты була - алда китеп барған машинаның тәгәрмәсе шартлап, автомобиль түңкәрелә. Гиппократ вәғәҙәһенә тоғро врач водителде һөйрәп сығарып, ашығыс ярҙам күрһәтә һәм уны үлемдән йолҡоп алып ҡала.
       Әммә тамашасылар "Йыл кешеһе" исемен Ишембай районынан 25 йәшлек Илвир Әхмәров өсөн тауыш бирә. Илвир Маҡар ауылында сыҡҡан янғын шаһиты була. Өҫтөнә бер биҙрә һыу һибеп, батыр егет ут ялмаған йортҡа керә һәм 50 йәшлек ғәрип ирҙе күтәреп сығара. Кеше ғүмерен ҡотҡарыусы милицияла хеҙмәт итә һәм төп номинацияла еңеүҙе 10 ноябрҙә билдәләнәсәк һөнәри байрамы алдынан яулай.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал