6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Их, быймаһы ла быймаһы!
06.11.09


       Башҡортостан - ғәжәйеп үҙенсәлекле төбәк. Финанс көрсөгө осоронда илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә бәләкәй предприятиелар һаны икеләтә кәмегән ваҡытта, республикала уларҙың һаны көндән -көн арта бара."Рәсәй терәге" бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Сергей Борисов фекеренсә, бындай хәл ябай ғына аңлатыла - республикала эшҡыуарҙар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Республика етәкселеге эшҡыуарлыҡ тармағының артабан да әүҙем үҫешен тәьмин итеү өсөн байтаҡ эштәр атҡара. Беҙҙең гәзит тәжрибәһе лә быны асыҡ раҫлай - ике йылдан ашыу беҙ республика бизнесмендарҙың эш тәжрибәһе һәм уларҙың ҡаҙаныштары тураһында үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙға еткерәбеҙ. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа ирешкәндәр байтаҡ һәм был бик ҡыуаныслы күренеш. Бына бөгөн дә беҙҙә ҡунаҡта быйма баҫыу оҫтаһы Рәсим Вәхитов.
       - Мин үҙ эшемде 15 йыл элек башланым. Был ваҡытҡа тиклем мин художество етәксеһе, ресторатор булып эшләп өлгөргәйнем инде. Яйға һалынған тормошома үҙгәрештәр индерергә бер ҙә мохтажлығым булманы. Әммә өс улымдың да, ә уларға ул ваҡытта 11-13 йәш ине, ысын ирҙәр шөғөлө менән булышһындар, ололарҙы ихтирам итһендәр тигән зәңгәр хыялдарым булды. Унан килә атайым матур итеп быйма баҫа ине, уның эшен дауам итеү тураһында йышыраҡ уйлана башланым. Урал буйҙарына дандары таралған Демидовтар шикелле мине лә атайым һөнәрен бөтә нескәлектәренә тиклем үҙләштереп, ғаилә династияһын дауам итергә ине тигән теләк ташламаны. Әлбиттә, тиҫтәләгән заводтар төҙөү тураһында хыялланыу юҡ, әммә Тулала бәләкәй генә тимерлектән башлап ебәргән Демидовтың эшҡыуарлыҡ таланты бер ҙә тынғы бирмәне. Әлбиттә, минең үҙ эшемде башлап ебәреүем тарихы уларҙыҡы менән сағыштырырлыҡ түгел. Ярты быуат самаһы элек минең ата-әсәйем артелдә эшләгән, эш хаҡы түбән, эшҡыуарлыҡ ул саҡта ишетелгән нәмә түгел. Атайым яратҡан эше менән шөғөлләнер өсөн инструменттары һәм ҡалыптар менән йәшерен мини-цех тота.
       Ун биш йыл элек, байтаҡ ҡына тир, көс түгеп, ата-бабаларыбыҙҙың һөнәрен тергеҙҙем һәм быйма оҫтаһы булып киттем. Беҙ етештергән быймаларҙы бер фабрика ла сығармай -ғәҙәти булмаған, уңайлы ҡалыплы, матур биҙәктәр сигелгән ҡуныслы. Тәүҙәрәк миңә бөтә нәмә оҡшай ине, әбына быйманың миҙгелле аяҡ кейеме булыуы борсоно, был мәсьәләне хәл итеү юлдарын белмәй инем әле. Тәүҙә быймаларҙың ҡуныс оҙонлоғон кәметтем, ә бына миҙгеллек мәсьәләһен хәл иткән аяҡ кейеме минең төшөмә керҙе - ул бөтөнләй ҡыҫҡа ҡуныслы сүбәкткр рәүешендә булырға тейеш. Яҙмышыма бындай бүләк өсөн мин ныҡ рәхмәтлемен. Шулай итеп, бер аяҡ кейемендә бер өс ҡуянды тоттоҡ: беренсенән, быйма сүбәктәре бына тигән сувенир, икенсенән - дауалау үҙенсәлекле, сөнки улар һарыҡ йөнөнән, бер ниндәй буяуһыҙ, химикаттар ҡушылмай, баҫыла, өсөнсөнән, хужалыҡта бик уңайлы аяҡ кейеме бит. Уларҙы быйма тип атарға телем дә әйләнмәй минең.
        - Продукцияғыҙҙы ҡайҙа һәм нисек һатаһығыҙ?
       - Беҙҙең етештереүселәр хаҡы менән һатылған бер нисә урыныбыҙ бар.Бынан тыш тауарҙы аэропорт, ҡунаҡхана, төрөл магазиндарҙа, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә һатабыҙ. Бөгөлмә, Екатиренбург, Яр Саллы кеүек ҡалаларҙа беҙҙең быйма-тапочкаларҙы теләп алалар. Әммә беҙҙең продукция ҡул эше булғанға, производствоны әлегә арттырып булмай.
       - Кадрҙар мәсьәләһе нисек?

       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙер белгестәр юҡ. Миңә эшкә алынғандарҙың барыһын да өйрәтеп алырға тура килә. Бөгөн беҙҙә һатыусылар менән бергә ун кеше эшләй. Ләкин баҫыу циклы технологияһын мин һәм улдарым ғына белә. Хәйер, улар менән дә ара-тирә проблемалар булып тора, сөнки йәшлек менән был эштең ни өсөн кәрәклеген аҙағынаса аңлап еткермәйҙәр. Быны аңлау өсөн ваҡыт кәрәктер, моғайын.
        - Тағы ла ниндәй ҡыйынлыҡтар бар?
       - Сеймал менән ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар тыуа. Һарыҡ йөнөн эшкәртеү оҫталығына мин бер нисә йыл өйрәттем, әммә әлегә теләгән һөҙөмтәгә ирешә алманым. Әҙер продукция сифатлы булһын өсөн йөндөң сифаты ла юғары булырға тейеш бит.
        - Күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашырға тура киләме?
       - Ысынлап та, йыш ҡатнашырға тура килә. Әгәр элегерәк беҙ ҡатнашыусы булһаҡ, хәҙер күргәҙмәләрҙе ойоштороусылар, беҙҙең продукция ҙур һорау менән ҡулланғанды күреп, ҡунаҡ сифатында саҡыралар.
        - Нисек уйлайһығыҙ, һеҙҙең уңыш сере нимәлә?
       - Беренсе сиратта продукцияның сифатына иғти бар бирергә кәрәк. Уйланылған биҙәктән бер милли метрҙа ситкә тайпылырға ярамай. "Шулай ҙа бата у л" принцибы бөтөнләй булмаҫҡа тейеш.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал