6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

Ярым финалдан һуң сирек финал
05.11.09


       Буйҙары оҙон булғанға күрәме йәки икенсе сәбәптәр арҡаһындамы, волейбол хужалары ҡарарҙарҙы гел болоттар араһында йөҙгән саҡта ҡабул итә, ахыры. Тәүҙә турнирҙы үткәреүҙең бер формаһын, һуңынан икенсеһен һайлайҙар, бер аҙ ваҡыт үткәс, яңынан иҫкеһенә кире ҡайты рға булып китәләр.
       Рәсәй кубогына бәйле һуңғы ҡарарҙар ҙа, йомшаҡ итеп әйткәндә, сәйерерәк тойолдо - йыйылма команда тигән булып яҡын сит илдән клубтар саҡырылды. Өс мәрәйле система иҫкеһенә, ике мәрәйлеһенә, алмаштырылды. Бынан тыш, ярым финалдар ҙа яңыса үткәреләсәк - уйындарҙан һуң финалға һигеҙ команда сыға. Финалда ҡатнашыусыларға тәүҙә сирек финал уйындарынан башларға кәрәк буласаҡ. Нәмә килеп сыға инде хәҙер - клубтар әле генә ярым финалға үтте лә, шунда уҡ сирек финалға эләгә буламы?
       Күрәһең, элекке ярым финал уйындары ҡупырайыу өсөн генә үткәрелгәндер. Йәнәһе лә, ҡарағыҙ, йәмәғәт: беҙҙең клуб ярым финалға эләкте! Бер генә клуб күрһәтеүсе Украина кеүек "йыйылмалар" шулай уҡ иғтибар йәлеп итеү өсөн генә саҡырылған. Имеш, онотолмағыҙ, йәмәғәт: беҙҙең суперлигалағы командаларыбыҙ хатта милли дружиналарҙың да ауыҙын ҡайыра. Ысынында иһә шул уҡ Өфө "Урал"ына һигеҙ команданың сәйер генә финалына сығыуы артыҡ ҡатмарлы булманы. Ҡаршы уйнаусы 4 команданың өсәүһе көслөләрҙән иҫәпләнмәй. Һөҙөмтәлә улар ҙа, төркөм фавориты йөрөгән Одинцово "Искраһы" ла беҙҙекеләргә биреште.
       Өфө клубының беренсе һәм икенсе уйындарҙа еңеү яулауынан һуң, ял көндәре үткәрелгән өсөнсө һәм дүртенселәре беҙҙең спортсылар өсөн саф һауа һулар ға сығыуға тиң ине. Әлбиттә, НОВА һәм ТНК-ВР "А" юғары лига командаларынан "күстәнәс" көтөргә була, сөнки команда составын көсһөҙ тип әйтеп булмай.
       Шәмбе уйынын НОВА тәүге партияны еңел генә 19:25 иҫәбе менән тамамланы. Һуңынан ғына "Урал", иҫенә килеп, ойошмалыраҡ уйнай башланы - 25:19 һә м 25:18. Дүртенсе партияла ҡунаҡтар уйынды бишен се партияғатиклем еткерә ала ине, ләкин килеп сыҡманы. Ни тиһәңдә,"Урал" көслөрәк шул - 30:28 һәм 3:1. Был матчта төп мәрәй килтереүселәр Евгений Матковский (21), Владимир Мельник(16) һәм Алексей Бовдуй (15).
       Йәкшәмбе "Урал" ТНК-ВР уйынсыларын 3:0 иҫәбе менән еңде. Был матчта төп мәрәй килтереүселәр Евгений Матковский (17), Владимир Мельник (11) һәм Артем Вольвич (15).
       - Әлегә беҙ бер командала уйнарға өйрәнә генә башланыҡ һәм етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, - тине "БАШвестЪ" гәзитенә Владимир Мельник. - Әммә һуңғы арала беҙ яҡшыраҡ уйнай башланыҡ - был һиҙелеп тора.
       - Бер нескәлек тураһында әйтеп үтәйем,- тине беҙҙең гәзиткә матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Максим Никерин. -Команда уйынсылары грипп йоҡторҙо, Саша Старович һәм Олег Самсонычев башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ ауырыны, шуға ла улар төп составта сығыш яһаманы.
       Зоран Гаич турнирҙы йомғаҡлап, былай тине:
       - Беҙҙең еңеүебеҙ яҡшы, уйын бәйләнештәрен камиллаштырыу өсөн яңы мөмкинселектәр алыуыбыҙ яҡшы. Ноябрь тәнәфестәрендә лә эшләйәсәкбеҙ һәм иптәштәр сә осрашыуҙар үткәрәскәбеҙ. Шул уҡ "Искра" менән осрашасаҡбыҙ. Өфөлө Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогына матчтар уҙасаҡ.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, кубок уйындарында ҡатнашыусылар составы әлегә билдәле түгел. Улар араһында сит ил командалары һәм Зоран Гаичтың "Будучность " туғанклубы булыуы ғына билдәле. 23 ноябрь Мәскәүҙә командалар үҙҙәренең кемгә ҡаршы уйнауҙарын асыҡлаясаҡ. Улар араһында көслө һәм шуға ла ҡурҡыныс лидерҙар - "Зенит-Ҡазан","Искра"(Одинцово), "Факел" (Яңы Урен гой), "Динамо" (Мәскәү) - булыуы мөмкин. Бөтә көслөләр икенсе урын менән сикләнгәндә, беренсе урын яулау кәрәк инеме икән? Хәйер, ҡайҙа йығылырымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем, тиҙәр...
       Финал этабы 23 - 27 декбрҙә үтәсәк. Сирек финал уйындары 24 һәм 26 декабрь үтәсәк. Уйын урыны әлегә билдәле түгел. Их, волейболсылар...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал