6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Беҙ бергә икән, тимәк, беҙ - берҙәм еңелмәҫ көс!
02.11.09


       Пионерҙар, скауттар, волонтерҙар, спортсылар, йәш лидерҙар, буласаҡ сәйәсмәндәр, хәрбиҙәр һәм журналистар... Төрлө төркөм йәштәрен берләштерерлек ниндәй көс булыуы мөмкин? Сөнки уларҙың һәр береһенең үҙ тормошо, шөғөлө һәм тормошо принциптары бар бит. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла үҙ-ара уртаҡ тел таба алған. Ҙур йәмәғәт ойошмаһы - Республика йәштәре хәрәкәте - дуҫлаштырған уларҙы! Республика йәштәре хәрәкәтенә ике йылдан ашыу ваҡыт. 2007 йылдың апрелендә республиканың балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары үҙ-ара килешеү төҙөп, ошо ойошманы булдыралар. Шул уҡваҡытта Республика йәштәре хәрәкәтенә инеүсе һәройошма үҙенең үҙенсәлеген һәм үҙаллылығын һаҡлап ҡалған.
       Бөгөн йәштәр хәрәкәтенә 200 меңгә яҡын йәштәрҙе берләштергән 20 ойошма ҡушылған."Башҡортостан пионерҙары" балалар йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостандың демократик йәштәр союзы, "Берҙәм Рәсәй йәш гвардиясылары"Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Рәсәй скауттар ойошмаһының Өфө бүлексәһе кеүек ойошмалар был хәрәкәттең төп көсө булып тора. Бынан тыш Республика йәштәре хәрәкәтенә төрлө милли, студенттар,сәйәси һәм спорт йәштәр йәмәғәт ойошмалары кергән.
       - Бөгөн Рәсәйҙә йәштәр йәмәғәт ойошмаларының ниндәйе генә юҡ, - тип һөйләй БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин. - Беҙҙең Башҡортостанда ғына уларҙың һаны етмешкә етә. Уларҙың һәр береһенең үҙ бурыстары һәм программалары булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы бер маҡсат берләштерә: киләсәк быуынды тәрбиәләү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау. Ә инде Республика йәштәре хәрәкәтенең бурысы - был ойошмаға мөмкин тиклем күберәк балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе ылыҡтырыу. Бөгөн был хәрәкәткә йәштәрҙең ни бары 15 проценты ғына йәлеп ителгән. Әлбиттә, был түбән күрһәткес. Заманында комсомол ойошмаларында Советттар Союзы йәштәренең 98 проценты иҫәпләнә ине. Тиҙ арала был күрһәткескә етә алмаясаҡбыҙ, әлбиттә, әммә йәштәргә өмөттәребеҙ ҙур.
       Ә хәҙер Республика йәштәре хәрәкәте ағзалары менән яҡындан танышайыҡ һәм уларҙың ниндәй ҡаҙаныштарға ирешеүҙәре хаҡында беләйек.
       Наталья Герасимова, "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһы активисткаһы:
       - "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһына мин биш йыл элек керҙем. Беҙҙең мәктәп пионерҙары төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнаша һәм мин дә пионер сафына инергә ҡарар иттем.
       Дарья Михайлова, "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһы активисткаһы:
       - "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһында мин ике йыл. Миңә уларҙың республика кимәлендә үткәрелгән бөтә мөһим сараларҙа ҡатнашыуы оҡшай.
       - Киләсәгегеҙҙе лә ошо ойошма менән бәйләйһегеҙме әллә?
       Наталья Герасимова:
       - Эйе, әле беҙ инструкторҙар курстарында уҡыйбыҙ. Йәйен балалар лагерында вожатыйҙар булып эшләйәсәкбеҙ! Был бик шәп бит!
       Арина Таранова, Рәсәй скауттар ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе:
       - Республикала скауттар хәрәкәте 90-сы йылдар башында барлыҡҡа килде, ләкин беҙҙең ойошма 2003 йылда ғына теркәлде. Республика йәштәре хәрәкәте ойошторолғас, беҙ уның ағзаһы булырға хәл иттек.
       - Ә ни өсөн скауттар ойошмаһын һайланығыҙ?
       - Беҙҙең ойошмала күп нәмәләргә өйрәнергә була, үҙеңдең ижади һәләттәреңде үҫтерергә мөмкин, ғөмүмән, Рәсәйҙең лайыҡлы гражданы булырлыҡ.
       - Ойошманың киләсәген нисегерәк күҙаллайһығыҙ?
       - Әлбиттә, ойошманың әүҙем үҫеүен теләр инем мин. Йәштәр күберәк скауттар булһын ине. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙың лидерлыҡ сифаттарын артабан үҫтерергә ярҙам итер инек, буласаҡ республика, ә бәлки, Рәсәй өсөн, етәкселәр тәрбиәләр инек.
       - Үҙ ойошмағыҙға яңы ағзаларҙы нисек йәлеп итәһегеҙ?
       - Беҙ мәктәптәр, урта махсус белем биреү училищеларында йыш ҡына төрлө саралар ойошторабыҙ. Беҙҙең скаут формаһы булыу ҙа ярҙам итә, урамға форма менән сыҡҡан саҡта, беҙгә иғтибар итәләр, һорауҙар бирәләр, ойошма эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыналар.
       - Форма менән ҡала урамдарында йыш йөрөргә тура киләме?
       - Эйе, йыш ҡына булғылай. Айырыуса төрлө саралар, акциялар үткәргән ваҡытта матур форма бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
       Игорь һәм Артем "БР-ҙа парашют спорты федерацияһы" ойошмаһынан:
       - Парашют спорты менән бер йыл шөғөлләнәбеҙ. Төрлө кимәлдә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып та өлгөрҙөк.
       - Ә ни өсөн был ойошманы һайланығыҙ?
       - Был ойошмаға ингәс, ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашыу мөмкинселеге тейҙе, хәрби әҙерлек үттек.
       - Киләсәктә үҙегеҙҙе армия менән бәйләргә уйлайһығыҙмы?
       - Хәрби хеҙмәткә мотлаҡ рәүештә барабыҙ. Ә ҡалғанын тормош күрһәтер.
       Бер йыл элек Республика йәштәре хәрәкәтенең тәүге форумы булып уҙғайны. Унда алдағы йылға эш планы ла ҡабул ителгәйне.
       - Бер йыл элек ҡуйылған бурыстарҙың барыһы ла үтәлде, - тип һөйләй хәрәкәт советы секретары Галина Рященко. - Башҡортостан Республикаһында балалар һәм йәштәр хәрәкәтен үҫтереү программаһы ҡабул ителгәйне. Быйыл ойошма составы тулыланды, ләкин йәштәр һаны күберәк булһын ине. Сөнки берҙәм көс булған осраҡтағына беҙ алда торған бурыстарҙы үтәй аласаҡбыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал