6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаевтың тыуыуына 80 й ыл
07.04.04


       Ул башҡорт халҡының байтаҡ танылған ир - уҙамандары ты уып үҫкән Әбйәлил районында 1924 йылдың етенсе апрелендә д оньяға килгән. Ул тормошҡа, халҡына мөкиббән бирелеп, милләт
       ғәме, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоп йәшәне. Замандың ауыр ҡар шылыҡтары осрағанда ла илем, телем, милләтем тип йән атып й әшәне, уға тоғро хеҙмәт итте, халҡынан айырылманы. Үҙе һайла ған тура юлдан тайпылманы, саф йөрәге ҡушҡанса эшләне. Шуға ла уны халыҡ ныҡ ихтирам итте, яратты.
       Рамаҙан Ғимран улы Сибай ҡасабаһында комсомол секретары, Баймаҡта партия райкомының беренсе секретары булып эшләне. В аҡыттар үтеү менән КПСС өлкә комитетында бүлек мөдире һәм Ми нистрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Дәүәлт
       эшмәкәре булараҡ, республикабыҙҙа, унан ситтә лә оло абруй ҡаҙанған, һоҡланғыс шәхес булды ул. Уның матбуғат биттәрендә ге, радио -телевидениелағы сығыштары берәүҙе лә битараф ҡалд ырмай, яратып ҡабул ителде. Ата -бабаларыбыҙҙың йола, ғөрөф - ғәҙәттәре тураһында киңәйәле, йәнле итеп һөйләр, бороңғо й ырҙарҙы аһәңле итеп башҡарып, тос баҫып, күкрәкте киң киреп,
       кинәндереп бейеүҙәре һәр кемде шатландыра ине.
       Рамаҙан ағай әҙәбиәт доньяһына тәбиғәт тарафынан бирел гән һәләте һәм зиһене, йылдар буйы тупланған бай тәжрибәһе м енән ҡолас йәйеп, бар ғәләмде хайран ҡалдырып, балҡып килеп инде лә, аҙ ғына ваҡыт эсендә халҡына бай әҙәби мираҫ ҡалдыр ып өлгөрҙө. Ул алты китап, тиҫтәләгән хикәйә һәм очерк автор ы. Ә "Һарығолаҡ" хикәйәһе буйынса ҡуйылған нәфис фильм үҙе г енә ни тора!
       Шулай ҙа уның бик күп әҫәрҙәре гәзит -журналдарҙа баҫылһ а ла, китап булып донья күрмәүе үкенесле.
       Рамаҙан ағай күптәрҙе көнләштерерлек тормош юлы үтте. Мөхтәрәмә еңгәй менән бына тигән ике ул үҫтерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улдары фажиғәле һәләк булды. Ҡатыны менән бер - береһен ҡурсалап, оҙайлы тормош юлы үттеләр, фани доньяны ла берк көндө ҡалдырҙы улар.
       Миңә уның тере сағында йыш аралашырға тура килмәһә лә, уның
       тураһында иң яҡты хәтирәләр генә ҡалды. Ул саҡта "совмин"ды ҡы иҫәпләнгән дауаханала бергә ятырға тура килде. Уға айыр ым палата бирелде. Оҙаҡ һәм күп эшләй ине ул. Ҡыҫҡа ғына тән әфестәр яһағанда минең менән аралашып, киләсәккә пландар мен ән уртаҡлаша ине. Ул ваҡытта мин йәш кенә журналист инем. Әм мә Рамаҙан ағай мине тиңе кеүек күреп, һөйләште, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал