6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Конкурстар

Һәләтлеләр өсөн байрам
29.10.09


       Баш ҡаланың 28-се дөйөм белем биреү махсус мәктәбендә ошо көндәрҙә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө мөғжизәләргә бай байрам үткәрелә. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән мәҙәни-спорт фестиваленә республиканың 37 махсус учреждениеһынан 200-гә яҡын бала йыйылған.
       Фестиваль программаһы, һис шикһеҙ, бай һәм йөкмәткеле. Күңелең теләгәндең барыһы ла бар спорт ярыштары, туристик һынауҙар, ижади конкурстар, ҡала буйлап экскурсиялар, гала-концерт.
       Балалар мәҙәни-спорт форумының төп м аҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусы балаларҙы ижад, физик культура, спорт һәм туризм менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. Фестиваль ике йылғабер тапҡыр үткәрелә. Әлбиттә, шул ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн балаларға ике йыл көтөп ултырырға кәрәкме тиеүселәр ҙә табылыр. Уларҙың барыһын да тынысландырырға ашыға м. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн урындарҙа махсус олимпиадалар ойошторола икән.Улар йөҙөү, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, мини-футбол һәм баскетбол кеүек спорт төрҙәре буйынса көстәрен һынап ҡарай ала. Әле барған фестивалгә эләгеү өсөн уларға тәүҙә зона ярыштарында еңеү талап ителә. Өфөгә коррекцион мәктәпуҡыусылары иҫәбенән иң яҡшылар, иң көслөләр йыйыла.
       "БАШвестЪ" гәзитенә ун дүрт йәшлек Анастасия Ситникова һөйләүенсә, ул фестивалгә беренсе тапҡыр килгән. Настя - Туймазы ҡалаһының етем ҡалған балалар өсөн икенсе һанлы махсус мәктәп-интернатында уҡый. Башҡа ысын спортсылар шикелле Настя лаеңеүгә өмөтләнә.
       Туймазы коррекцион мәктәбе-интернатын ың физкультура уҡытыусыһы Венер Ишмуллин балаларҙы был фестивалгә беренсе тапҡыр килтермәй:
       - Беҙҙең команда составында 5 кеше. Быға тиклем ҡатнашҡан саҡтарҙа, беҙ призер ҙа , еңеүселәр ҙә булдыҡ. Өйгә ҡайтыу менән балалар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша, фекерҙәременән бүлешә. Әлбиттә, башҡа балаларҙы уларҙыңйөрөп ҡайтыуҙары ғына ла дәртләндерә, спорт, туризм менән шөғөлләнеүгә этәргес булыптора. Фестивалдә ҡатнашыусы балалар бында көс,дәрт алып ҡайта.
       - Мөмкинлектәре сикләнгән балалар фестивале беҙҙең мәктәптә бер нисә йыл рәттән үткәрелеп киленә,- тип һөйләй мәктәп директоры Ил дар Ғәрифуллин.- Бының өсөн мәктәптә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Беҙҙең бинала ижади эштәр конкурсынан тыш, төрлө спорт ярыштары үткәреп була, сәхнәле киң акттар залы бар. Ғөмүмән, мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә алһын өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Буш ваҡыттарын матур һәм файҙалы итеп үткәрһендәр өсөн дискотекалар ойошторабыҙ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына, БР-ҙың Милли музейына алып барабыҙ. Фестивалдә ҡатнашыусы балалар,айырыуса баш ҡалаға беренсе тапҡыр килеүселәр, бай тәьҫораттар менән ҡайтыр, тип өмөтләнәм.
       Андрей Старостин фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал