6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Радмир Ғәниев: "Банк системаһы тотороҡло эшләй"
28.10.09


       Доньяла финанс көрсөк башланыуына бер йыл үтте тиергә лә була. Тәү сиратта ул банкылар эшмәкәрлеген ҡаҡшатты, ә төбәктәге системалар был йәһәттән иҫкәрмә булып ҡала алмай. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың банк секторы үткән йылда яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәтте. Был, әлбиттә, төбәктең банкылар системаһының ҡеүәтле, тотороҡло һәм һөҙөмтәле механизм икәнлегенә ишара. Башҡортостан Республикаһының банкылар өлкәһендәге хәлдәр тураһында БР Милли банкы рәйесе урынбаҫары Радмир Шәрифйән улы Ғәниев менән интервьюһында.
       - Радмир Шәрифйән улы, финанс көрсөгө күренештәре башланыуы менән республика территорияһынан икенсе төбәк банкылары үҙ эшмәкәрлеген туҡтата һалды. Бөгөн был тәңгәлдә хәлдәр нисек?
       - Октябрь башына банк хеҙмәттәре баҙарына 10 яңы ойошма инде, банк подразделениелары һаны кәмене - 1343-тән 1299-ға, әлеге ваҡытта өс банк үҙенең эшен туҡтатты: шуның икәүһе, филиал селтәрен ҡыҫҡартып, Башҡортостанда үҙҙәренең подразделениеларын япты, ә бер банкының лицензияһы алынды. Республика банкыларының капиталы (Башҡортостан Республикаһы территорияһында эшләгән 69 кредит ойошмаһының 10-ы) 1,7 процентҡа кәмегән һәм 5,5 миллиард һум тәшкил иткән, төбәк банк секторының йыйылма активы 24,2 процентҡа артҡан (218,1 миллиард һум). Банкылар балансы валютаһы бөгөн 496,1 миллиард һум тәшкил итә.
        - Был күрһәткестәр буйынса иҡтисадты кредитлау өлкәһе лә көйләнде тиергә буламы һуң?
        - Иҡтисад секторына бирелгән банкылар кредитының дөйөм күләме бөгөн 240,2 миллиард һум тәшкил итә. Был һан былтырғы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 94,3 процент. Иң элек, кредитлау өсөн төҙөлөш, сауҙа, шулай уҡ бәләкәй бизнес кеүек тармаҡтар йәлеп ителә. Шул уҡ ваҡытта эшкәртеү сәнәғәте, транспорт һәм элемтә, ауыл һәм урман хужалыҡтары өлкәһендә кредит күләме артҡан. Шул уҡ ваҡытта срогы үткән бурыстарҙың үҫеше. 2009 йыл башына Башҡортостанда уның сағыштырма ауырлығы, 2008 йылдың октябренән 64 процентҡа артып, дөйөм кредиттар күләмендә 1,9 процент тәшкил итте
       - Ә халыҡты кредитлау мәсьәләһе? Сөнки элек ипотека кредиты дөйөм кредит күләменең төп өлөшөн алып торҙо һәм был бер кемгә лә сер түгел. Финанс көрсөгө башында уҡ банкылар заемсыларҙан талап ителгән документтар пакетын арттырҙы һәм хатта ҡулланыусылар кредитын алыуы ла ауырлашты.
       - Әлбиттә, ҡулланыусыларҙы кредитлау өлкәһендә күрһәткестәр кәмей төштө. Әммә, дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың 8 айында республика территорияһында эшләүсе банкылар халыҡҡа 17,8 миллиард һум кредит биргән. Бөгөн республика халҡы ҡулында төрлө ваҡытта алынған 72,1 миллиард һум кредит бар. Ә инде ипотека кредитына килгәндә, Волга буйы федераль округында Башҡортостан бирелгән кредиттар һаны буйынса алтынсы, ә торлак кредиттары күләме буйынса бишенсе урынды алып тора.
       - Банкыларҙан аҡса алып торорға һәммәһе әҙер. Ә бына эшләгән аҡсаларын банкыла һаҡларға теләүселәр бармы икән?

       - Халыҡ вкладтары 9,2 процентҡа үҫкән һ әм бөгөн 89,6 миллиард һум тәшкил итә. Вкладта р структураһында үҙгәрештәр күҙәтелә: 2009 йылда сит ил валютаһында иҫәпләнгән вкладта р күләме кәмегән.
        - Дөйөм алғанда, республиканың банкылар секторы финанс көрсөгөнән сыҡты, тип иҫәпләргә хаҡыбыҙ бармы?
       - Көрсөктән сыға башланы, тиһәк дөрөҫөрәк булыр. Беҙҙә яңы филиалдар һәм бүлексәләр асыла башланы, ипотека кредиттары яңыртылды, предприятиелар менән эш әүҙемләште. Тимәк, банкылар системаһы тотороҡло эшләй.        

Ольга Зацепина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал