6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Алтын ҡулса - Башҡортостанда
26.10.09


       Һәр бер кеше матур итеп ял итеүҙе үҙенсә аңлай. Кемгәлер зәңгәр диңгеҙ буйында алтын ҡомда иркәләнеп ятыу оҡшаһа, икенселәрҙең хыялы - ғорур тауҙар, ҡар, ҡаршы ел, өсөнсөләр иһә тәбиғәткә сығып, уның матурлыҡтары менән һоҡланыуҙы хуп күрә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: кешеләр быларҙың барыһы өсөн аҡса түгеп, ер ситенә сығып китергә әҙер. Ә бит үҙебеҙҙең республика ла ла бынамын итеп ял итеү өсөн бөтә мөмкинле ктәр ҙә бар. Ышанмайһығыҙмы?
       Бер нисә йыл элек Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникация институтында "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" исемле проект булдырылды. - Проект оло ауырлыҡтар менән ойошторолдо, - тип һөйләй Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникация институты директоры Искәндәр Усманов. - Иҫләйһегеҙме, 90-сы йылдар башында республикала экологик хәрәкәт әүҙемләште. Республика халҡы оло борсолоуға төштө, сөнки беҙҙең территорияла байтаҡ сәнәғәт предприятиелары эшләй. Ул ваҡытта туризмды үҫтереү тураһында һүҙ алып барыуҙың мәғәнәһе юҡ ине. Шуға күрә Көньяҡ Уралда туристик зона булдырыу тураһында һүҙ сығарғас, иң элек кешел әрҙең республика тәбиғәте тураһындағы фекере н үҙгәртергә кәрәк булды. Профессиям буйынса биолог булараҡ, экология мәсьәләләре менән дә күп йылдар шөғөлләнгәс, тәүҙә мин Көньяҡ Уралды ң тәбиғәте тураһында мәғлүмәт тупланым. Башҡортостандың туристик потенциалын өйрәндем. Ошо материалдар нигеҙендә Рәсәйҙә беренсе тапҡыр республиканың туристик ресурстарының комплекслы атласы төҙөлдө. Һуңынан был мәғлүмәттәрҙе бер структураға һалдыҡ һәм туристик маршруттар төҙөй башланыҡ. Бының өсөн беҙ башҡорт фольклор ына мөрәжәғәт иттек.Туризмды ойоштороуҙа әкиәттәге һәм эпик образдар яңы ижади ҡараш өсөн мотив булып хеҙмәт итә. Шул уҡ "Урал батыр" эпосы - уникальәҫәр бит. Халыҡта бындай эпостың булыуы уның рухи байлығы, тәрән аҡылы тураһында һөйләй. Сәсәндәр уны бөртөкләп йыйып, телдән телгә тапшырғандар һәм бөгөнгө көнгә тиклем килтереп еткергәндәр.Ул саҡтағы популяр урындар бөгөн дә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы аптыратты. Тимәк, "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" проекты республиканыңкөслө туристик комплексының нигеҙе булып торасаҡ.
       Проекттың көслө һәм һай яҡтарын белеү өсөн Республика көнө алдынан оҙонлоғо 1300 саҡрым тәшкил иткән маршрут үтелде. Автомобилдәр менән иң беренсе Өфө - Белорет - Магнитогорск юлы буйында баш ҡаланан 100 саҡрымдай арала ятҡан Елмерҙәк ҡырласына туҡталдыҡ. Проекттың ойоштороусылары иҫәбенсә, киләсәктә бында Усман -ғәли курорт ҡаласығы төҙөлөргә тейеш. Башҡорт остандың тәүге баш ҡалаһы Темәстә лә туристарҙ ы ҡыҙыҡһындырырлыҡ нәмәләр күп. Әммә әлегә үҫешмәгән инфраструтура ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, әлбиттә. Шуға ла автопробегта ҡатнашыу сыларға Графское күле ситендә урынлашҡан туристар базаһында ҡунып сығырға тура килде.
       Маршруттың сираттағы нөктәләре Ирәндек тарихи-мәҙәни музейы, Сибай баҡыр - көкөрт комбинаты карьеры,Талҡаҫ күле, Тубинск ауылы, күренекле Шүлгән-таш мәмерйәһе. Ҡурсаулыҡта булғандан һуң, автомобилдәр Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарына ҡарай йүнәлде. Ә инде Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Сәйетбаба ауылында тәжрибә рәүешендә үткәрелгән маршрут тамамланды.
       - Дөйөм алғанда, маршрут һөҙөмтәләре яҡшы,- тип һөйләй Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникация институты директоры Искәндәр Усманов. - Улар беҙҙе ҡыуандырҙы. Беҙ тағы ла бер тапҡыр үҙебеҙҙең хаҡлыбыҙға инандыҡ - республика территорияһында туристик йәһәттән ҡыҙыҡһындыра торған билдәле урындар бихисап. Беҙгә инфраструктура мәсьәләһен генә хәл итергә кәрәк. Һәйбәт шартлы ҡунаҡханалар, туҡланыу пункттары етешмәй. Туристик бизнес эшләп килгән бер ил кимәленә лә етә алмайбыҙ әле. Шуға күрә республика хөкүмәте ярҙамынан тыш был эштәрҙе атҡарып булмаясаҡ. Ул ярҙамды бөтә яҡлап күреү беҙҙе ҡыуандыра, әлбиттә.
       "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" маршруты етәксеһе Гөлсинә Кондратьева әйтеүенсә, сәйәхәт һөҙөмтәләре менән 10 декабрҙә Өфөлә үтәсәк эске туризм үҫеше буйынса Бөтә Рәсәй кәңәш мәһендә тулыраҡ танышырға мөмкин буласаҡ.
       Дмитрий Әғзәмов фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал