6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Кескәй ҡыҙҙың оло бәхете
23.10.09


       Фатьяновтар ғаиләһенә төпсөк бала булып тәрбиәгә алынған сағында, кескәй генә Лена Хамадалина 4 йәшен тултырғайны. Буласаҡ ата-әсә кешеләр, ҡыҙсыҡтың төҫө беҙгә оҡшаш булһын, тип махсус рәүештә һайланмаһалар ҙа, Лена, бына ғәжәйеп, һуйып ҡаплағандай уларға тартҡан. Фатьяновтар ғаиләһе баш ҡалала өсөнсө тапҡыр үткәрелгән "Тәрбиәгә бала алыусы иң яҡшы ғаилә - 2009" конкурсында еңеүселәр тип танылды.
       Ольга Сергеевна һөнәре буйынса бухгалтер, ире Александр Викторович - монтер. Уларҙың татыу һәм берҙәм ғаиләләрендә ике бала, 14 йәшлек Саша һәм 9 йәшлек Лена, тәрбиәләнә. Дүрт йәшлек Лена яңы ғаиләгә бер аҙна тигәндә өйрәнеп тә алды.
       - Тәүге мәл, балалар йортонда тәрбиәләнгән күпселек кескәйҙәр шикелле, ул ағаһы эргәһен дә йышыраҡ уралды. Ә тап бер аҙна үткәс, бар кешене аптыратып, йырларға булып китте. - тип һөйләй бәхетле әсә Ольга Сергеевна. - Балалар йортонан алып ҡайтҡас, Лена өйҙә бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай шып-шым ултыра торғайны. Үҙенең Лена Хамадалина икәнлеген яҡшы белде, ә бармаҡтары менән нисә йәш икәнлеген күрһәтә ине . Миңә "әсәй" тиеп беренсе көндән өндәшә башланы. Был аңлашылып тора инде: балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ниндәй генә апай килеп, яғымлы өндәшеп башынан һыйпаһа, "әсәй" була ла китә.
       Ә бына атаһы менән бәләкәй ҡыҙсыҡ яйлап та нышты. Ул ваҡытта атай кеше таксиҙа эшләй ине әле, йыш ҡына төндәрен эштә булғанға күрә, сит "ағайҙы" Лена көндөҙ йоҡлаған килеш кенә күрҙе. Хәл ҡыҙыҡайҙың зәңгәр хыялы тормошҡа ашҡан саҡта үҙгәрә башланы. Икешәр кило сосиска алып ҡайтҡан һайын, сит "ағай" шунда уҡ "атай" ға әйләнде.
       - Ҡыҙсыҡтың һаулығы нисек ине һуң?
       - Ғаиләгә алған ваҡытта ул бик насар һөйләшә торғайны, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа айырым фразалар менән аңлаша торғайныҡ. Ҡыйын булһа ла , баланың нимә әйтергә теләгәнен белеп була ине. Ә бына аҡыл үҫеше буйынса тәүмәл тиңдәштәренән ныҡ ҡалышты. Бынан тыш ҡолағы насар ишетә ине. Бөгөн быларҙың барыһы ла үтелгән юл ғына. Элегерәк балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Ленаны коррекцион төркөмгә йөрөтөргә тәҡдим итәләр ине, хәҙер ҡыҙыбыҙ үҙ төркөмөндә үҫеше буйынса иң яҡшы лар иҫәбендә. Коррекцион төркөм тураһында хәҙер һүҙ ҙә сығарғандары юҡ.
       - Балаларығыҙ тураһында һөйләп китегеҙсе?
       - Саша Өфө дәүләт нефть университеты ҡарамағындағы 83-сө лицейҙа уҡып йөрөй, халыҡ бейеүҙәре менән мауыға. Быйыл сәнғәт мәктәбен бер генә "дүртле" билдәһе менән тамамланы. Икенсе һәм алтынсы синыфтарҙа уҡып йөрөгән сағында Болгарияла бейеү конкурстарында ҡатнашып, лауреат булып ҡайтты. Яңыраҡ улыбыҙ паспорт алды,был да ғаиләбеҙ өсөн бик шатлыҡлы хәл. Лена 62-се лицейҙа уҡып йөрөй, ағаһы кеүек сәнғәт мәктәбендә хореография бүлегендә шөғөлләнә. Лицейҙа ул сиреккә ике генә "дүртле" билдәһе алды, ә сәнғәт мәктәбендә "бишлегә" генә уҡып йөрөй. Тиҙҙән уға 10 йәш тула. Әлбиттә, беҙ балаларыбыҙ менән бик ғорурланабыҙ.
       - Киләсәккә пландары нисек? Ниндәй һөнәр һайларға уйлайҙар?
       - Саша үҙенең киләсәген техник фәндәр өлкәһендә күрергә теләй, шуға ла Өфө дәүләт нефть университеты тураһында йыш уйлай. Ленаға, бәләкәй булғас, һөнәр тураһында уйланырға иртәрәктер әле.
        - Буш ваҡытты ғаиләгеҙ нисек үткәрә?
       - Беҙ әүҙем ялға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡышын саңғыла шыуабыҙ, йәйен - урманға, йылға буйында ял итеүҙе хуп күрәбеҙ. Баҡсаға барабыҙ, был да үҙенә күрә ял.
       Андрей Старостин фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал