6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Бер тамсы ҡан да кеше ғүмерен ҡотҡара
22.10.09


       Республика ҡан ебәреү станцияһы көндөң тәүге яртыһында һәр ваҡыт кеше менән шығырым тулы була, иртә менән бында ҡан биреүселәрҙе ҡабул итәләр. Ләкин һуңғы арала станция айырым режим буйынса эшләй, сөнки "Беҙ һинең менән ҡандаш" акцияһы башланды һәм ҡан биреүселәр һаны ҡ ырҡа артты. Учреждениела хатта медицина персоналы һанында арттырҙылар.
       "Беҙ һинең менән ҡандаш" акцияһы Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды тарафынан ойошторолған. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә инде. Был фонд директоры Ольга Панчихина һөйләүенсә, өсөнсө акция барышында ҡан биреү урынд арыартҡан. Донорҙарҙы ҡаланың 8-се,17-се, 21-се дауах аналарында, шулай уҡ медицина университетының клин икаһында ҡабулитәләр.
       "Беҙ һинең менән ҡандаш" акцияһы матбуғатта "Д онорҙар шәмбеһе" тигән исемләнгән программа менән тап килә. Ҡағиҙә булараҡ, кешеләр яҡындары бәләгә тарыған осраҡта ҡан бирә, ә беҙҙең акциялар ҡанды талап ителгән ваҡытта ғына түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса биреүгә йүнәлте лгән.
       - Беҙ ололарҙы ғына түгел, ә балаларҙы ла ҡыҙы ҡһындырырға тырышабыҙ. Ата-әсәләрҙе балалары менән саҡырабыҙ. Уларға бәләкәй генә бүләктәр, сувенирҙар тапшырабыҙ. Донор статусынни тиклем юғары һәм хөрмәтле икәнлеген к үрһәтергә ынтылабыҙ. Акция барышында ҡан бирергә килгән һәр бер кеше талап ителгән процедураларҙы ҡәтғи үтәй. Донор картаһы, анкетаһы тултырыла. Тәү килгәндәр менән аңлатыу эштәре лә алып барабыҙ. - тип һөйләй директор.
       Ольга Панчихина студенттарҙың әүҙем булыуына ҡыуана:
       - Уҙған йылда Башҡорт дәүләт педагогия универс итеты, Шолохов исемендәге университет студенттары айырыуса әүҙем булды. Быйыл акция башланыр алдынан уҡ Өфө нефть университеты студенттары шылтырата башланы.
       Уларҙан һуң Аграр университет программаға ҡушылды. Йәштәр донорҙарҙың күпселеген тәшкил итә, ләкин иң мөһиме был түгел. Теләгән кеше ҡан бирә алмай бит, бының өсөн сәләмәт булыу талап ителә. Шуға ла йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүеше популярләшеүе ҡыуаныслы күренеш.
       Тәүге акциялар үткәрелгән саҡта баш ҡаланың предприятиелары ҙур ярҙам күрһәтте. Коллективтар менән ҡан биреү ойошторолғайны. Был тенденция бөгөн дә һаҡланған.
       - Беҙҙең фонд предприятие һәм ойошмалар етәкселәрен акция башланыуы тураһында иҫкәртте. Хеҙмәткәрҙәр енең ҡан биреүенә бер тотҡарлыҡтар ҙа юҡ, киреһенсә, донорлыҡты улар тулыһынса хуплай һәм ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша. Эшҡыуарҙар ярҙамы бик урынлы. Ҡан биргәндән һуң, кәмендә йә сәй эсеп, йә ашап алырға кәрәк. Өфө эшҡыуарҙары һуттар һәм ашамлыҡтар менән ярҙам итте. Был да үҙенә күрә социаль яуаплылыҡтың бер формаһы. Әйткәндәй, акцияның инициаторы Ольга Панчихина үҙе лә программаның әүҙем доноры.
       - Кешеләр өсөн иң элек үҙең миҫал, өлгө булып тороуҙы дөрөҫөрәк тип уйлайым. - ти ул.
       Ринат Исҡужин фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал