6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Алтын себештәр
21.10.09


       Себеште көҙ һанайҙар, тигән мәҡәл барыһына ла т аныштыр ул. Был, билдәле булыуынса, ҡағиҙә һәм у ны беҙ бер нисек тә үҙгәртә алмайбыҙ. Башҡаларға ҡарағанда кемдең дер ҡулынан күберәк килә икән - уларға "себешт әрен" дә, үҙҙәрен дә күрһәтергә Мәскәүгә, "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһенә, тура юл. Ә бит барып ҡайтыусылар, үҙҙәренең ҡаҙаныштарын бөтә илгә күрһәткәндәр бар!
       - "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһе - беҙҙең һәм сит илдәр агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары күрһәте лгән оло сара ул.- тине БР Ауыл хужалығы минист рлығының аҙыҡ-түлекбаҙарҙарын үҫтереүбүлеге нача льнигы Валерий Белов. - Быйыл унда Рәсәйҙең 54 төбәге һәм 29 сит ил вәки лдәре бергә йыйылды. Әлбиттә, иң ҡыҙыҡһындырғаны шул: Башҡорт остан аграрийҙары беҙҙе нимә менән ҡыуандыра ала икән?
       - Беҙҙең экспозиция 142 квадрат метр майҙан бил әүҙән тыш, был күргәҙәмәлә беренсе тапҡыр тере һыйыр малы, ҡош-ҡорт сығарылды, - тип һүҙен дауам итте Валерий
       Белов. - Благовар ҡошсолары күргәҙмәлә төрлө тоҡомло өйрәктәр, шулай уҡ "һунар" тоҡомло фазандар күрһәтте. Әлбиттә,улар иғтибар үҙәгендә булды. Мәҫәлән, РФ ауыл хуж алығы министры Елена Скрынник «Забарив-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Благовар» тоҡомсолоҡ заводы етәкселәренә мал һәм ҡош-ҡорт үрсетеү буйынса байтаҡ һорауҙар бирҙе. Башҡортостан машина эшләүселәре лә күргәҙмәлә ҡалышманы. БР Ауыл хужалығы министрлығының Агросәнәғәт комплексы тармаҡтарында механикалаштырыу һәм электрлаштырыу бүлеге начальнигы Павел Иофинов бәйән итеүенсә, республиканың ауыл хужалығы машина эшләүселәре бындай мәртәбәле форумда беренсе тапҡыр ҡатнашты. "Туймазы бетон ташыу автомобилдәре заводы" акционерҙар йәмғиәтенән ике культиватор һәм "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән «Челленджер- 647» иген йыйыу комбайны халыҡ иғтибарына ҡуйылды. Бынан тыш 12 ремонт предприятиеһы техниканы аяҡҡа баҫтырыу эштәрендә үҙ ҡаҙаныштырын күрһәтте. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһы ла күргәҙмәлә һынатманы. Иғлан ителгән 131 конкурста умартасылар 131 награда яуланы.
       - Бының сере шунда, - ти учреждение директоры Әмир Ишемғолов, - Беҙ былтырғы хаталарыбыҙҙы ҡа - батламаҫҡа тырыштыҡ, яңы продукция - һеркә өҫтәлгән сироптар - күрһәттек. Шулай итеп, беҙҙең продукция 119 номинацияла беренсе урындар яуланы, фәнни эшкәртмәләр өлкәһендә тағы ла 12 беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең экспозициялар бик бай булды, ә башҡаларҙың продукция урынына стендтар һәм буклеттар ғына ине.
        - Ә беҙҙең республика ниндәй наградаларға лай ыҡ булды һуң?
       - "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһенең 1200 миҙалынан 459-ы – Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәрендә. -тине Валерий Белов. - Былтырғы йыл менән сағыштырғанда улар һан яғынан ғына түгел, сифат яғынан да күберәк яуланды, алтын миҙалдар 99-ға күберәк. Дөйөм алғанда, республика агросәнәғәте вәкилдәре Мәскәүҙән 351 алтын, 66 көмөш һәм 42 бронза миҙал алып ҡайтты. Күргәҙмә һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Гран-приға лайыҡ булды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең стендтың уңышлы биҙәлеше күргәҙмәгә килеүселәрҙең һәм унда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Бының өсөн республика "Стенд менеджерҙарының әүҙем эше өсөн" махсус призын алды.
       - Ә бына күргәҙмәлә ҡатнашыусы төбәктәрҙең дөй өм һаны кәменеме?
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл шулайыраҡ, - тине БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү бҪлеге начальнигы Валерий Белов. - Финанс көрсөк үҙен һиҙҙерҙе, былтыр Рәсәйҙең 70-тән ашыу субьекты үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтһә, быйыл 54 кенә. Ауыл хужалығы техникаһы ла аҙыраҡ сығарылды.
        "БАШвестЪ":
       - Башҡортостан агросәнәғәтенә көрсөк елдәре ҡағылманы тиергә буламы?
       - Был турала беҙ "Алтын көҙгә" килгән белорус иптәштәребеҙ менән дә һөйләшкәйнек. Уларҙа телевидение аша ла, матбуғат баҫмаларында ла "көрсөк" тигән һүҙ бөтөнләй ҡулланылмай. Был хәлдең кире яҡтары, йоғонтоһо булған осраҡта ла, Башҡортостан агросәнәғәтендә ул һиҙелерлек түгел тойола миңә. Беҙҙең проблемалар икенсе бит. Мәҫәлән, ҡоролоҡ йәнгә тейә. Әммә беҙ шундай шарттарҙа ла 3,2 миллион тонна иген культуралары, 1,2 миллион тоннан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйҙыҡ. Һәм республика етәкселеге ошо ыңғай динамика һаҡланһын өсөн бөтә тырышлығын һала.
       Фото img0.liveinternet.ru сайтынан алынды.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал