6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Социаль карталар: тиҙ, уңайлы, бушлай
20.10.09


       Былтыр Башҡортостан халҡына тиҙҙән һеҙҙең тормошта автоматлаштырылған мәғлүмәт социаль карталар системаһы урын аласаҡ, тип иғлан ителгәйне. Ләк ин документтар тулыһынса әҙерләнеп бөтмәгәнгә күрә был процесс туҡтап ҡалды. 2009 йыл ағымында Башҡортостан Хөкүмәтендә бөтә документтар, был проектҡа ылыҡтырылған министрлыҡтарҙың эш тәртибен билдә ләгән Социаль карта тураһындағы Положение әҙерләнде. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев раҫла ған "Башҡортостандың социаль картаһы" проектын бой омға ашырыу буйынса саралар программаһы булдырылд ы. Социаль карталарҙы индереү буйынса тәүге тәжри бә саралары Шишмәлә, Бөрө, Күмертау һәм Стәрлетама ҡ ҡалаларында үтте.
       Беренсе ноябрҙән Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, С алауат, Мәләүез,Сибай, Бөрө ҡалаларында һәм Шишмә районында социаль яҡлауға хоҡуҡлы граждандарға с оциаль карталар тапшырыла башлаясаҡ.
       Бөгөн БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында төрлө льготаларға дәғүә иткән 800 мең кеше теркәләгән. Йыл аҙағына тиклем 150 мең социаль карта таратыласаҡ. Ҡалған 650 меңе 2010 йылда биреләсәк.
       Социаль картаның ете - транспорт, медицина, һалымдар, пенсия, банкылар, дисконт һәм социаль - ҡушымталары буласаҡ.
       Транспорт ҡушымтаһы. Ул республика территорияһындағы йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн ҡаралған бөтә льготаларҙы иҫәпкә алырға ярҙам итә. Бөтә муниципаль транспорт предприятиелары һәм "Башавтотранс" транспорт терминалдары менән йыһазландырылған.
       Медицина ҡушымтаһы. Был ҡушымта поликлиника хеҙмәтләндереүе менән файҙаланыуҙы еңеләйтә, федераль һәм республика программалары буйынса бушлай бирелгән дарыуҙарҙың иҫәбен алып барырға ярҙам итә.Хәҙер кәрәк белгескә ситтән тороп та яҙылырға була. Элек алыҫ райондарҙағы врачтар үҙҙәренең ауырыуҙарына:"Өфөгө барығыҙ, фәләнсә белгескә яҙылығыҙ", тип әйтә торған булһа, хәҙер инде ул үҙе пациентҡа баш ҡала врачына, ҡабул итеү сәғәтен күрһәтеп, йүнәлтмә бирә ала. Бынан тыш хөкүмәт күрһәтелгән хеҙмәтләндереү процессын тулыһынса контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә.
       Һалым ҡушымтаһы. Уның ярҙамында он-лайн режимында һалым сифатында түләнергә тейеш суммалар хаҡында белергә була. Мәҫәлән, йыш осраған хәл: былтыр һатып ебәргән машина әле булһа һеҙҙең ҡарамаҡта икәнлеге һәм уның өсөн бурыс барлығы кеүек ҡыйын хәлдәр бөтөнләй тыумаясаҡ. Экранға күҙ һалып ҡына ни өсөн был бурыстың әле булһа һеҙҙең елкәлә икәнлегенә төшөнөргә була.
       Пенсия ҡушымтаһы. Мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында шәхси иҫәп, идара итеүсе компания, инвестициялау һөҙөмтәләре, әсәлек капиталы буйынса түләүҙәр тураһында мәғлүмәт алырға тап ошо ҡушымта ярҙам итәсәк. Бынан тыш Социаль страховкалау һәм Мотлаҡ медицина страховкалау фондтарына мөрәжәғәт иткән ваҡыттарҙа ла кәрәк был ҡушымта. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды араһында килешеү төҙөлдө. Тимәк, беҙҙең карта төбәктә генә түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә эшләйәсәк.
       Банктар ҡушымтаһы. Был пункт буйынса төрлө иҫәп-хисаптар үткәреү, аҡса һаҡлау, банкоматтарҙан йәки банк бүлексәләренән ҡул аҡса алыу кеүек операцияларҙы атҡарып була. Социаль һәм пенсия түләүҙәрендә үҙ иҫәбегеҙгә күсерергә була. Әгәр ҙә банк иҫәбендә аҡса һаҡланған осраҡта, уларға проценттар өҫтәлә.
       Дисконт ҡушымта. Уға ярашлы социаль карталы кеше халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү проектында ҡатнашыусы сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереүе, дөйөм туҡланыу предприятиеларында ҡайһы бер ташлама һәм бонустарғаиҫәп тота ала.
       Социаль ҡушымта. Уның төп асылы - ведомство һәм ойошмаларға йөрөмәй генә, мәғлүмәт ресурстары аша ниндәй льготалар тейешлеге, уларҙы алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнлеген белеү.
       Социаль картаны юллау өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында проектта ҡатнашыусы банк вәкиле Олег Романов һөйләй: - Социаль карталар таратыу тураһында белгәс, беренсе сиратта, ығы-зығы тыуҙырырға ярамай. Льгота тейешле һәр бер кешегә төбәктәге социаль яҡлау органына ниндәй ваҡытта һәм ҡасан килергә кәрәклеген хәбәр итәсәктәр. Һеҙең фатирығыҙға берәйһе килеп,
       "Бына социаль картағыҙ, ул 500 һум тора" тиеүселәргә ышанырға ярамай. Ҙур масштаблы проекттар асылған ваҡытта намыҫһыҙ кешеләр әүҙемләшеүен хәтерҙән сығармағыҙ. Социаль карта бына ниндәй рәүештә бирелә. Төбәк социаль яҡлау органында һеҙҙе карта тураһында тулы мәғлүмәт менән таныштырыусы агент ҡаршылай. Һуңынан айырым бүлмәлә льготаларға хоҡуҡтарығыҙҙы раҫлаған документтарҙың копиялары сканер аша алына, һеҙҙе фотоға төшөрөп, социаль карта биреү тураһында ғариза алып ҡаласаҡтар. Бер кешенең документтарын оформить итеү өсөн 15 минут ваҡыт ҡаралған. Төрлө министрлыҡтар, ведомстволар тупһаһын тапау кәрәкмәй, социаль карта бер урында ғына юллана.
       Яҡынса 20 көндән төбәк социаль яҡлау органына ҡабат килергә кәрәк буласаҡ. Һеҙгә бөтә ҡушымталары ла ғәмәлгә ингән социаль карта тапшырасаҡтар.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал