6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Сальвадор Дали: ысынбарлыҡ һәм хыялый күҙаллауҙары
19.10.09


       - Үҙенең картиналарын өҙөлөп һөйгән Галаһының тыуған илендә, Рәсәйҙә, күрһәтеү Сальвадор Далиҙың иң көслө теләге булған - тип һөйләй Aлександр Шадрин. - Был хаҡтағы килешеүҙәрҙе ул Третьяков галереяһы менән һуңғы һулышына, 1989 йылға, тиклем алып барған.
       Бөгөн бөйөк каталонецтың әҫәрҙәре менән теләге булған һәр бер рәсәйле таныша ала. Республиканың Нестеров исемендәге музейында "Сальвадор Дали ҡомартҡылары" исемле уникаль экспозция асылды. Күргәҙмә өс залда урынлаштырылған һәм рәссамдың үткән быуаттың 60-80-се йылдарындағы ижады менән таныштыра. Шуныһы ҡыҙыҡлы: күргәҙмәгә сығарылған бөтә әҫәрҙәр ҙә Александр Шадриндың шәхси коллекцияһынан алынған. Екатеринбург ҡалаһы бизнесмены ғүмер буйы испан рәссамы әҫәрҙәренә ғашиҡ.
       - Дали һәм Босх, - тип һөйләй Aлександр Шадрин. - Улар мине хайран ҡалдырҙы. Советтар заманында Дали каталогтарын теләгән бер кеше ҡарай алманы, улар махсус һаҡлағыстарҙа ғына ине. Әммә миңә апай тейеш кеше тап ошо һаҡлағыста эшләгәс, мин бөйөк рәссамдың картиналарын күреү бәхете тейҙе. Ул саҡта миңә 15 йәки 16 ғына йәш булғандыр.
       "Дали доньяһы" фонды коллекцияһын тулыһынса һатып алыу тураһында һөйләшеүҙәрҙе Шадрин 1994 йыл башлай. Ике яҡлап һөйләшеү ун йылға һуҙыла һәм был ваҡыт эсендә Александр Шадрин Сальвадор Далиҙың ижады буйынса яҡшы белгескә әйләнә. Уның тормошона, ижади юлына бағышланған бихисап китап уҡып сыҡҡан, Европа эксперттарынан заман сәнғәте буйынса консультациялар алған. Ниһайәт, 2006 йылда "Дали доньяһы" фонды менән килешеү төҙөлөп, әҫәрҙәрҙе һайлап алыуға ризалыҡ алына.
       - Әммә фонд, Далиҙың Париждағы музейына ҡарамаған күсмә эштәрен генә һата алабыҙ, тигән талап ҡуйҙы, - тип һүҙен дауам итә Шадрин. - Рус кешеһе булараҡ, мин картиналарҙың хаҡын ике тапҡыр арттыр ҙым. Ләкин был ярҙам итмәне. Хаҡын өс тапҡыр күтәреп ҡа раным, ләкин ризалыҡ алып булманы. Һөҙөмтәлә мин ҡул һелтәнем һәм ныҡышыумды туҡтаттым. Коллекция гравюралар, скульптуралар, ювелир линияһы тулыланды. Был коллекцияны мин әлегә күрһәткәнем юҡ әле. Әммә Сан кт- Петербургта күргәҙмә асырға ниәтләнәм. "Дали - фантасмагория бит ул". - тип йыш ҡабатлай Шадрин. Легендар рәссамдың аҡылды юғалтырлыҡ магияһы коллекционерға тыныс ҡына йәшәргә бирмәй.Тәүҙә Швейцарияның бер страховкалау компанияһы ла Рәсәйгә алып барыласаҡ коллекцияны страховкаларға теләмәгән. Килешеү пункттарн үҙгәртеп, Шадрин был проблеманы хәл итә. Һуңынан алдан һөйләшелгән буйынса коллекцияны Екатеринбургҡа килтерер урынына, уны ниндәйҙер сәбәп менән Мәскәүгә килтерәләр. Шадрин юғары вазифалы таныштарына ярҙам һорап мөрәжәт итә һәм коллекция төн уртаһында тейешле ҡалаға килтереп еткерелә. Эксперттар менән бергә ҡәҙерле йөк асылғас, әҫәрҙәрҙең береһенә зыян килтерелеүе асыҡлана. Ләкин Шадриндың тырышлығы менән, бер нимәгә ҡарамаҫтан, күргәҙмә ваҡытында асыла.
       - Был фантасмагория түгелме? - тип әленән-әле ҡабатлай Шадрин. Александр Шадрин барыһын да үҙе эшләргә күнеккән: тейешле майҙанлы залдар, талап ителгән яҡтыҡлыҡ төшкән залдар һайлай. Картиналарҙы үҙе үк элеп сыға, хатта беренсе экскурсияны ла үҙе үткәрә.
       - Нестеров музейында залдар артыҡ ҙур түгел һәм мин Өфөлә Далиҙың 64 эшен ҡуйҙым, тағы ла 15-ен тамашасыға күрһәтмәй торорға булдым. - тип һөйләй коллекционер. - Уларҙы бер-береһенә йәбештерп ҡуйыуҙан файҙа юҡ, тип уйлайым. Дали графикаһы - иҫ китмәле, скульптураһы - һоҡланғыс. Даһи әҫәрҙәре менән танышҡанда, ҡабаланмай, уның һәр бер минутының ҡәҙерле булыуын тойорға кәрәк.
       - Минең ҡағиҙәм шулай: һәр коллекцияны мин бер генә тапҡыр күрһәтәм, - тип һөйләй Aлександр Шадрин. - Дали әҫәрҙәре бөтә ил буйынса күрһәтеләсәк. АрхангельскийҙанКөньяҡ Сахалинға тиклем барып етәсәкбеҙ. Рәссамдың үҙенең эштәрен рәсәйлеләргә күрһәтеү теләге шул тиклем көслө булған бит, мин уның хыялын тормошҡа ашырмай булдыра алмайым. Һәр ҡала минең өсөн асыш булып тора.Рәссам менән бергә мин илем менән танышам. Бер генә ҡалала йәшәп, мин Рәсәйҙе беләм, тип уйлау төптө дөрөҫ түгел. Рәсәй төрлө бит ул, һәр ҡалала үҙенә күрә.
       - Коллекционер өсөн иң мөһиме - хужа булыу тойғоһо. Коллекция ҡулға килеп төшкәс, үҙеңде яңырғандай тояһың.Һуңынан тормош ҡиммәттәрен яңынан баһалау килә, - тип һөйләй Aлександр Шадрин. - Мин үҙемде Дали эштәренең берҙән-бер хужаһы итеп тоя алмайым. Әлбиттә, ҡалаҡлап ыуылдырыҡ ашап, тормошҡа кинәнеп йәшәргә лә була. Ләкин мин күпме кешенең ошо бөйөк әҫәрҙәрҙе күрмәүенә борсолам һәм күргәҙмәләр ойошторам да инде.
       Андрей Старостин фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал