6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Яҡшы юлдар милли байлыҡҡа тиң
16.10.09


       Совет власы йылдарында һәм унан һуңғы осорҙа күпме юлдар һалынғанын бер кем дә әйтә алмаҫ, моғайын. Хәйер, уларҙы тура мәғәнәһендә юлдар тип атарға тел дә әй ләнмәҫ. Беҙ "был артыҡ ҡыйбат булмаҫмы икән?" тип бер-беребеҙ менән кәңәшләшкәнсе, Көнбайышта был йүнәлештә, беҙҙе күпкә артҡа ҡалдырып, алға сыҡтылар. Беҙгә иһә ғәжәпләнергә генә тороп ҡ алды. Әммә ләкин тәүҙә генә шулай булды. Был ябай ғына эшкә үҙебеҙгә лә өйрәнергә була бит, тигән аҡы ллы фекер килде башҡа!
       - Америка йәки Европа илдәре миҫалында яҡшы юлдарҙың милли байлыҡ, йәмғиәт именлеге күрһәткесе икәнлеген асыҡ күрерг ә була, - тине Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сы ғышында БР Президенты Мортаза Рәхимов, - Билдәле булыуынса, һәр бер ил өсөн юл хужалығы тармағының үҫеше мөһим роль уйнай. Юлдар аша беҙ тормоштоң яңы сифатына күтәреләбеҙ, социаль-кө нкүреш шарттарҙы яҡшыртабыҙ. Бөгөн Башҡортостандың юл төҙөлөшө тармағы проектлау, төҙөлөш, реконструкциялау, ремонт эштәре менән шөғөлләнгән төрлө ой ошмаларҙы берләштерә. Бөгөн республикабыҙҙың асфальт-бетон түшәлгән автомобиль юлд ары оҙонлоғо буйынса Рәсәй Федерацияһының иң алдынғы биш төб әге иҫәбенә инеүе ҡыуаныслы. Әлбиттә, оло байрам алдынан"Баш ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе" исеменә лайы ҡ булған "СТС Автодор" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төҙөлөш участкаһы начальнигы Валерий Ермолаев менән беҙҙең "БАШвестЪ" гәзите әңгәмәләшмәй булдыра алманы.
       - Валерий Ильич, юл хужалығына эшкә нисек килеп эләктегеҙ?
       - Ғәҙәти булмаған бер нәмә лә булманы. Мәктәпте тамамла ғас, транспорт техникумына уҡырға индем, һуңынан "Удмуртавт одор" ойошмаһына эшкә йүнәлтелдем. Ваҡыт еткәс, армияға оҙаттылар. Өфөгә ҡайтҡас, геодезист булып урынлаштым, һуңынан мастер, участка начальнигы итеп үрләттеләр. Эшләгән дәүерҙә ниндәй генә юлдар төҙөлөшөндә ҡатнашырға тур а килмәне миңә. Тәүҙә Сипайлово биҫтәһенә ингән юлдарҙы һалд ыҡ, аҙаҡтан Бикбай, Жуков, Королев урамдарындағы юлдарҙы төҙ өкләндерергә сират етте. Салауат проспектын һалыуҙа ҡатнаштым, Өфө-аэропорт юлына ла ҡағылышым бар.
        - Эшегеҙ оҡшаймы һуң?
       - Оҡшаймы-юҡмы икәнлеген әйтеүе ҡыйын миңә. Утыҙ йыл буйы юл һалыу эше менән шөғөлләнгәс, ғәҙәткә инеп, өйрәнеп тә киткәнмендер инде. Әйткәндәй, минең курсташтарым араһында hje-өс кеше генә һөнәре буйынса эшләй. Тимәк, мин был эште яратып башҡарам.
       - Яҡшы юл төҙөүсе булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙ?
       - Саф һауала эшләргә яратырға, бынан ҡәнәғәтлек ала белергә кәрәктер.
       Иң мөһиме, ялҡау булырға ярамай!
       - Утыҙ йыл эшләү дәүерендә үҙгәрештәр булдымы?
       - Элек көрәк беҙҙең төп инструмент булды бит, көндөң нин дәй булыуына ҡарамай, ямғыр, ҡар яуғанда ла һелтә лә һелтә ине. Хәҙер минең хеҙмәттәштәрем асфальт түшәүсе машина эргәһенд ә пультҡа ғына баҫып торалар. Экскаватор, бульдозерҙар менән дә шулай. Бөгөн беҙгә аҡ күлдәк менән галстук тағып эшләргә лә була. Шуға ла беҙҙең һөнәргә ҡараш яҡшыға үҙгәрҙе, элеге рәк кадрҙар проблемаһы ҡыйыныраҡ хәл ителһә, бөгөн иһә йәштә р күпләп эшкә урынлаша. Әлбиттә, был ҡыуаныслы хәл!
       - Үҙегеҙҙең коллегаларығыҙға әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы?
       - Төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Һәр ваҡыт оптимист булырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына беҙгә бер ниндәй ҙә көрсөк ҡурҡыныс булмаҫ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Дарья Святохина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал