6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Мостай Кәрим автографы
15.10.09


       Беҙгә, өфөлөләргә, ысынлап та, оло бәхет тейгән икән: беҙ Мостай Кәрим менән бер ҡалала йәшәгәнбеҙ, бер һауа һулағанбы ҙ. Миңә, замандаштарым кеүек, яҙыусының сығыштарын тыңларға, уны төрлө рәсми сараларҙа, юбилейҙарҙа йыш күрергә тура килде. Хәтерҙә уйылып ҡалған ваҡиғаларҙың береһе – уның 60 йәшлек юбилейын Башҡорт дәүләт университетында билдәләү. Ул ваҡытта Өфөгә дуҫтарын оло байрамы менән ҡотларға Рәсүл Ғамзатов, Сынғыҙ Айтматов, Ҡайсын Кулиев, башҡа билдәле яҙыусылар килг әйне. Мостай Кәрим, һәр ваҡыттағыса, үҙен ябай тотто, ә сығыш яһаусыларҙың һәр бер һүҙе беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙға ҡарата эскерһеҙ мөхәббәт һәм ихтирам менән һуғарылғайны.
       Был 1979 йылда булды. Ул саҡта мин университетты ң “күп тиражлы” гәзитендә мөхәррир булып эшләй инем һәм юбилей датаһына Мостай Кәримгә арналған махсус сығарылыш әҙерләнем. Бөгөнгө ләй хәтеремдә, байрамдың тантаналы өлөшө тамамланғас, я ҙыусынан автограф алырға баҙнат иттем һәм ҡурҡа-ҡурҡа “Ваҡы т – ҡанатлы ат” шиғырҙар йыйынтығын һуҙҙым. Шағир бик ҡабалана ине һәм китапҡа ҡултамғаһын ғына ҡуйып өлгөрҙө. Халыҡ шағир ының был китабы менән мин һәр ваҡыт ғорурланам.
       Йылдар һиҙелмәй генә үтә торҙо. Мостай Кәримдең сығыштарын, делегат булып барғанда, республиканың Яҙыусылар сою зы йәки Журналистар союзы съездарында ишетә килдем, уның зирәк һүҙҙәрен, аҡыллы уйҙарын, фекерҙәрен һәр ваҡыт б локнотҡа теркәй торғайным. Ул яҙыуҙар күптән юғал һа ла, ниндәйҙер мөһим һәм әһәмиәтле әйберҙәр хәтерҙә әлегәсә һаҡланып ҡалғандай миңә.
       2001 йылдың апрелендә яҙыусы менән тағы бер тапҡыр осрашырға тура килде. Өфө төҙөлөш колледжы уҡытыусылары Мостай Кәрим менән “Рух тәрбиәләү” темаһына әңгәмәләшеү өсөн, я ҙыусының һаулығы насарайып тороу сәбәпле, уның өйөнә йыйынға ндарын белеп ҡалдым. Һәм, әлбиттә, мин үҙемдең яратҡ ан “Ваҡыт – ҡанатлы ат” шиғырҙар йыйынтығын а лып, өс кешенән торған төркөмгә ҡушылдым. Хәҙер шуны һы бик үкенесле – фотоаппарт алырға онотҡанмын.
       Бына беҙ тулҡынланып шағир йәшәгән йорт эргәһенд ә баҫып торабыҙ. Кәрәкле ҡатҡа мендек, шылтыраттыҡ. Ишекте яҙыусының ҡыҙы асты. Фатир эсенә күҙ йөрөтөп сыҡҡас та, бөйөк халыҡ шағирының яҡшы шарттарҙа көн күреүенә ҡыуандым.
       Колледж уҡытыусылары үҙҙәренең методик эшмәкәрл еге тураһында һөйләгән арала, мин яҙыусының кабинеты н ҡарап өлгөрҙөм. Китаптар менән тулы шкафтар. Бүлм ә уртаһында – Мостай Кәримдең дуҫтары Рәсүл Ғамзатов, Сынғыҙ Айтматов менән бергә төшкән фотоһы. Яҙыу өҫтәле, бер нисә ултырғыс, беҙ урынлашҡан диван.
       Уның матур яҙыулы баһаламаһын күргәс, тағы бер аптыраным. Уҡытыусылар алдан тапшырған ҡулъяҙма күләмле. Ә Мос тай Кәрим, ауырып йөрөүенә ҡарамаҫтан, ваҡыт һәм көс табып, ме тодик материалдарҙы өйрәнеп сыҡҡан , баһаһын үҙ ҡулы менән яҙған.
       Уҡытыусылар үҙ миссияһын тамамлағас, шағир эргәһ енә мин дә килдем. Беренсенән, мин 1979 йылда ҡултамғаһын ғына ҡ уйып өлгөргән китапты һуҙҙым. Мостай Кәрим, мут ҡына йылмайып ҡуйҙы ла, китабыма “Һөйкөмлө Любаға 21 йыл да 5 ай үткәс, мөхәб бәттә аңлашам. Мостай Кәрим. 5.04.2001.” тигән яҙыу ө ҫтәне. Икенсенән, ”уҡыһағыҙ, бик шат булыр инем”, тигән һүҙҙ әр менән үҙемдең шиғырҙар йыйынтығын бүләк иттем. Өсөнсөнән, күптән инде хат яҙышыу буйынса танышҡан немец дуҫы м Вальтер Беттерманн өсөн автограф һорарға баҙнат иттем. Мостай Кәрим уның нинд әй кеше булыуы, урыҫ телен ҡайҙан белеүе хаҡында һорашты, һу ғышта ҡатнашҡанмы - юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. “Герма нияла летчик булһа ла, бомбежкаларҙа ҡатнашмаған, аэ родромдарҙы ғына хеҙмәтләндергән, ә урыҫ телен, һуғы штан һуң Воркута шахталарында эшләгән осорҙа өйрәнгән.”- тип яуап бирҙем.
       - Ярай, шулай булһын, - тип ризалашты шағир. “Вальтер Беттерманнға, Любовь Кузьминична раҫлауынса, – яҡшы кешегә, шағир Мостай Кәримдән.” тип китапҡа яҙып ҡуйҙы. Һуң ынан бәләкәй генә йыйынтыҡты мин яҙыусы йәшендәге немец дуҫыма бү ләк иттем. Беҙ Германиянан ҡайтып киткәс, башҡорт шағирының бер нисә әҫәрен ул туған теленә тәржемә иткән һәм әҙәбиә т һөйөүселәр алдында уҡып ишеттергән. 2004 йылдың февралендә ул үлеп ҡалды. Бын а килеп бөйөк Мостай Кәримдең дә был донъянан кит еүенә дүрт йыл тулды.
       Апрель айындағы осрашыу аш бүлмәһендә ҙур өҫтә л артында сәй эсеү менән тамамланды. Ҡунаҡсыл хужа беҙҙе кәрәҙле ба л менән һыйланы. Килгән һәр бер кешенең кәнфит тотоп килгәнен ә , “мине шул хәтле тәм-том ярата, тип уйлайҙарҙыр и нде”, – тип шаяртты.
       Уның менән телефон аша һөйләшеүҙәр хәтерҙә ҡа лған. Вальтер Беттерманн, уның һоҡланғыс ғаиләһе тураһында ҡулъяҙм аларҙы алғас, ул үҙе шылтыратты, фекерен белдерҙе, к әңәштәрен бирҙе. Яҙмыш осраштырған һәр кешегә иғтибарлы булды ул.
       Минең блокнотымда уның телефон номеры ҡалды. К итап кәштәһендә уның шиғырҙары һәм мәңге онотолмаҫлыҡ “Оҙо н-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре. Бындай кешеләр йөҙ йылға бер тыуа, күрәһең. Шуға ла улар тураһындағы хәтирәләр алтынға бәрәбәр.
       Олег Яровиков фотоһы.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал