6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Страхование

Уңышты страховкалау файҙалымы
07.04.04


       Страховкалау менән шөғөлләнгәндә уңырға ла, туңырға ла мө мкин. Был айырыуса игенселек өлкәһенә ҡағыла. Нисек кенә бул маһын, уңыштың ниндәй булыуы башлыса һауа торошона бәйле.
       Дөрөҫөн генә әйткәндә, совет ваҡытында быға бәйле проблем алар булманы тиерлек. Хәҙер килеп дәүләт агросәнәғәт комплек сын төрлө хәүефтәрҙән һаҡлау ҙур әһәмиәткә эйә тип һанай. Бы нан барыһы ла отошта ҡала. Айырыуса страховкалаусылар, сөнки
       бюджеттан страховка взносының яртыһы ҡаплана. Быйыл был маҡ сатҡа үҙәктән йүнәлтелгән ассигнованиелар үткән йыл менән са ғыштырғанда ике ярым тапҡырға артасаҡ.
       Республика Хөкүмәтенең Премьер - министр урынбаҫары Шамил Вәхитов әйтеүенсә, Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы
       етештереүселәре өсөн был хәл айырыуса отошло, сөнки беҙҙең зонаны ер эштәре өсөн бик уңышлы урын тип әйтеүе ҡыйын, йыл да яҡшы уңыш булырына ышанып булмай. Үткән йылдағы хәл, мәҫ әлән, страховкалауҙың файҙаһы тураһында асыҡ һөйләй. Башҡор тостандың 76 ауыл хужалығы буласаҡ уңышын ҡайғыртып страхов каланы. Улар өсөн тариф ставкаһының илле процентын дәүләт ҡа ҙнаһы түләне, әлбиттә. Сәсеүҙәр зыянланыу һөҙөмтәһендә агрос әнәғәт комплексы предприятиеларына 18 миллион һум түләнде.
       Хәйер, уңышты страховкалау әлеге ваҡытта үҫештең беренсе баҫҡысында ғына тора тип әйтергә була. Һәм бының сәбәбе аҡса
       етмәгәндән генә түгел. Ауыл халҡына страховкалаусылар менән
       эш алып барыр өсөн белем дә етеңкерәмәй әлегә.
       Был процестың барлыҡ үҙенсәлектәре беҙҙең закондарҙа сағы лыш тапҡан. Ә БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт дәүлә т аграр университет ғалимдары ауыл хужалығы культураларын ст раховкалауҙы ойоштороуға бәйле рекомендациялар өҫтөндә эшлән е.
       Дөйөм алғанда, агенттар ауыл хужалығы культураларын ҡорол оҡтан, йылылыҡ етмәүҙән, янғын осрағынан, ҡырау төшөүҙән, ту ңыуҙан, һыу баҫыуҙан, төрлө ҡоротҡостарҙан, теплица хужылыҡт арын йылытыу, электр сығанағы һүнеүҙән, төрлө тәбиғәт афәттә ренән страховкалай.
       Тариф ставкаһы һуңғы биш йылды бер гектарға тап килгән ур таса уңыш һәм килешеү төҙөлгән ваҡыттағы хаҡтарға ҡарап иҫәп ләнә. Был эштә булған хәүефте иҫәпкә алып, страховкалаусылар
       үҙҙәре тураһында ла ҡайғыртмай ҡалмай. Мәҫәлән, улар ауыл х ужалыҡ культуралары сәселеп тә бер нисә йыл дауамында уңыш а ла алмаған хужалыҡтар менән килешеү төҙөлмәй.
       Страховкалау копаниялары ниндәй осраҡта аҡса түләмәгәндәр ен дә белергә кәрәк. Әгәр төрлө хәрби хәрәкәт, баш күтәреү,
       конфискация, власть ҡушыуы буйынса уңыш юҡҡа сығарылған хәл дә, радиация, хужаның һаҡһыҙлығы арҡаһында баҫыуға зыян килг әндә страховка түләнмәй.
       Өс йыл дауамында бер ниндәй ҙә хәүефле осраҡтарға дусар б улмаған клиенттарға 10 процент, дүрт йылға - 20 процент, биш һәм унан да артыҡ - 30 процент ташлама яһала.
       Башҡортостанда ауыл хужалығы культураларын страховкалау м енән "Росгосстрах - Аккорд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм
       "Поддержка" акционерҙар йәмғиәте филиалы ғына шөғөлләнә.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал