6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Толерантлыҡ принцибы
02.06.09


       11 июндә республикала Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының II съезы үтә. Áөгөн беҙ БР халыҡтары ассамблеяһының эшмәкәрлеге тураһында белгән кеше - БР халыҡтары ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан рустàры соборы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов менән әңгәмә ҡорабыҙ.
       - Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ҡасан барлыҡҡа килде? Ул ниндәй маҡсаттар менән эшләй?
       - Республикала йәшәгән һәр милләт вәкиленең, ә улар йөҙгә яҡын, үҙенең милли-мәҙәни берекмәһе, үҙенең үҙәге бар, улар ғәҙәттә республика съезында, конгресында йәки башҡа ойоштороу форумында барлыҡҡа килә, унда башҡарма комитет һайлана. Был эште башта системалы тип атап булмай, әммә һуңынан, бигерәк тә республикала һәр ҙур этнос буйынса тейешле закондар һәм ҡушымталар менән программалар ҡабул ителгәс, ул дәүләт ҡатнашлығында ойошҡан төҫ алды.
       Был эш берләшеү нигеҙен талап итте, шуға күрә 2000 йылда эре милли-мәҙәни үҙәктәр халыҡтар съезын үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаны, унда БР халыҡтары ассамблеяһы ойошторолдо. Уның маҡсаты - бөтә үҙәктәрҙең эшен бергә туплау, позицияларҙы яраштырыу, башҡарма власть, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Президент Хакимиәте, республика Хөкүмәте менән берлектә эш алып барыу. Дәүләт органдары республикала йәшәгән халыҡтың мәҙәниәтен, телен, традицияларын, йолаларын һаҡларға ярҙам итә.
       2000 йылда Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының беренсе съезы үтте, тимәк, туғыҙ йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән, башҡарылған эштәр тураһында отчет биреү, пландарҙы бәйән итеү өсөн икенсе съезды үткәреү зарурлығы килеп тыуҙы. Ошо ваҡыт эсендә йәмғиәт тә етди үҙгәреш кисерҙе, иҡтисади, социаль, сәйәси шарттар үҙгәрҙе, яңы проблемалар барлыҡҡа килде, ә уларҙы хәл итергә кәрәк.
       - Съезда ниндәй мәсьәләләр ҡарала?
       - Беренсенән, иң элек, милли-мәҙәни берекмәләр төбәк компоненттары тураһында мәсьәлә күтәрәсәк. Был милли республикалар проблемаһы. Әгәр уларҙа милли телдәрҙә уҡытылмаһа һәм милли телдәр өйрәнелмәһә, улар áàøºà бер ерҙә лә өйрәнелмәйәсәк. Икенсенән, милли-мәҙәни үҙәктәр күп кенә финанс ресурстарына эйә булһын ине. Беҙ дәүләт ярҙамына ғына түгел, әммә Рәсәй өсөн традицион меценатлыҡҡа ла иҫәп тотабыҙ, айырыуса бизнес-структуралар яғынан. Һәм өсөнсө мәсьәлә - килеп сыҡҡан финанс көрсөгө тураһында. Эш урындарының булыуы, ғаиләне туйындырыу мөмкинлеге - был проблемалар барыһын да борсой.
       - Башҡортостан рустары соборын ниндәй проблемалар борсой?
       - Республикала рус этносы Рәсәйҙең бик күп губернаһынан сығыусыларҙан тора. Шуға күрә рустарҙың билдәле субкультураһы барлыҡҡа килде, ул өҫтәмә ғилми тикшеренеүҙәрҙе талап итә (рус теленең сафлығын һаҡлау өсөн). Сер түгел, тел сафлығында проблема бар. Телдә хәҙер үҙләштерелгән һүҙҙәр күп. Бәлки, уларҙың файҙаһы барҙыр, һәм улар кәрәктер, әммә һөҙөмтәлә рус теле классик традицияларға бик үк тап килмәй. Тел үҙгәрә һәм, минең ҡарашҡа, ярлылана бара. Мәктәптәрҙә рус телен һәм рус әҙәбиәтен уҡытыу сифаты түбән. Миҫал өсөн, әҙәбиәтте алайыҡ. Бөтә донъяла танылған рус әҙәбиәте классиктарын өйрәнергә кәрәк, тип һанайым. Уларҙы әле өйрәнмәйҙәр, тип әйтмәйем. Өйрәнәләр, әммә өйрәнеүгә ҡараш үҙгәрҙе. Уҡыусы элек үҙе китап уҡый, үҙе фекер йөрөтә, үҙе ниндәйҙер һығымта яһай ине. Ә хәҙер интернетта бөтә классик әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡартылған варианты бар. Һәр уҡыусы интернетҡа инеп, төп герой һәм ҡыҫҡа сюжет менән таныша, кемдер яһаған һығымтаны уҡый ала. Миҫал өсөн, Лев Толстойҙың "Һуғыш һәм тыныслыҡ" романы бындай вариантта 20 биткә һыйған. Телевидение һәм радио àøà күмәк күңел асыу программалары бара, уларҙың төп бурысы - халыҡты булған проблемаларҙан ситкә йүнәлтеү.
       Беҙҙең республикала рус телен тәрән өйрәнгән бер нисә гимназия бар. Өфөлә - ул Аксаков гимназияһы. Уларҙың тәжрибәһе үҙләштерелһен ине.
       - Республикала нисә рус милли-мәҙәни үҙәге бар?
       - Бындай үҙәктәр - 4. Бәләбәй районында Марина Цветаева исемендәге үҙәк һәм Надеждин ауылында Аксаковтарҙың нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән имениеһы эшләй. Краснокама районы Николо-Березовка ҡасабаһында Николь ҡорамы тергеҙелә. Өфө районы Красный Яр ауылында музей базаһында ойошторолған тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй, ул элек Чапаев музейы ине, әммә ундағы экспозиция рус халҡына арналған. Унда крәҫтиән көнкүреше музейын ойоштороу күҙ уңында тотола. Билдәле экспонаттар йыйылмаһы бар. Әммә был ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн средстволар кәрәк. Өфөлә Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейы ҙур роль уйнай.
       Республикала йәшәгән бөтә халыҡтарға ҡарата тиң иғтибар булырға тейеш. Мәнфәғәттәрҙең һәм ҡиммәттәрҙең тиң хоҡуҡлылығын һаҡларға кәрәк. Был осраҡта "халыҡтар дуҫлығы" тигән төшөнсә реаль буласаҡ. Бөтәһе лә тиң хоҡуҡҡа эйә, тип яҙылған Конституцияла. Күптәр был ергә 500 йыл элек килеп урынлашҡан. Һәм улар бер-береһе менән татыу йәшәй. Башҡортостанда милләт-ара ыҙғыштарҙың бер ҡасан да булғаны юҡ. Сәйәсмәндәргә кешеләрҙән өйрәнергә кәрәк тигәнде аңлата был, улар эргәлә йәшәй, улар башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, уларҙың донъяға ҡарашына, уларҙың хазиналарына хөрмәт күрһәтә. Был толерантлыҡòû à¾ëàòà.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал