6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Ғаилә әкиәте. Дауамы
01.06.09


       Бынан бер йыл элек ìèí Рөстәм һәм Эльвира Әхтәмовтар ғаиләһе менән таныштым. Ул саҡта уларҙың ике бүлмәле фатирында уллыҡҡа алған ике малайҙарын - сос Тимурҙы һәм тыныс Робертты күрҙем. Тимур Әхмәтовтар ғаиләһенә - 36 көнлөк, ә Роберт 45 көнлөк сағында килә. Малайҙар араһында айырма ике йыл тирәһе, улар, әлбиттә, бер-береһенә оҡшамаған, әммә был мөһимìе һуң? Иң мөһиме, балалар бәхетле, һәм был, ҡунаҡсыл Әхтәмовтар ғаиләһенә килеп инеү менән күренеп тора.
       Үҙемдең үткән йылдағы мәҡәләмдә Әхтәмовтар ғаиләһе тураһында яҙғайным. Улар ысын мәғәнәһендә һоҡланыу һәм ихтирам уята. Әхтәмовтар ғаиләһе ауырыу Робертты уллыҡҡа аëàí. Бала баш мейеһе кистаһы, янбаш-бот быуыны дисплазияһы, йөрәк етешһеҙлеге кеүек етди ауырыуҙар менән ауырый. Рөстәм Рәшит улы (ул һөнәре буйынса табип), Робертҡа ҡарап:
       - Был бала менән шөғөлләнергә кәрәк. Юҡһа, балалар йортонда ул инвалид булып ҡаласаҡ, - тигәйне.
       Робертҡа әле ике йәш ярым, Тимурға - дүрт йәш ярым. Һәм бына улар беҙҙең гәзитте ҡаршы ала. Ә бәләкәй Изабель.... áî¿îï ºûíà әсәһенең артынан ҡараï òîðà.
       - Эльвира, һеҙҙең ғаиләгә Изабель ҡайҙан килде?
       - Беҙ баштан уҡ өс бала планлаштырғайныҡ. Һәм бына, ниһайәт, пландарыбыҙ тормошҡа ашты, беҙҙең ғаиләлә бер-бер артлы балалар барлыҡҡа килде...
       Изабелгә дүрт ай ярым булғанда, беҙ уны балалар йортонда күðҙек. Бер ай ярым үткәс, өйгә алып ҡайттыҡ: комиссия, медицина тикшереүе, үкенескә ҡаршы, күп ваҡытты ала. Ҡыҙыбыҙҙың һаулығы, Робертòû¾ ñœëœìœòëåãåíœ ҡарағанда, бер аҙ яҡшыраҡ, әммә бөтәһе лә ал да гөл түгел, - тип көрһөнә Эльвира. - Бала төшөрөргә маташыу арҡаһында Изабель етлекмәй тыуған, бындай осраҡта ишетеү һәм күреү һәләте менән проблема булыуы ихтимал. Әммә беҙ уны алырға ҡарар иттек.
       - Өйҙә булғанда яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бармы?
       - Әлбиттә, бар. Ҡыҙыбыҙ нығынды, үҫә төштө, туғыҙ айында атлай башланы. Ул көслө ҡыҙыҡай. Áàëàëàð éîðòîíàí àëûï ºàéòºàíäà Изабель өс айлыҡ ñàáûé кеүек ине. Хәҙер ул тиҫтерҙәрен уҙып китте.
        - Икенсе улығыҙҙың хәле нисек?
       - Ике йәш ярымлыҡ Роберт бөтәһен дә аңлай, ымлап аңлата белә. Әлегә айырым һүҙҙәр генә әйтә. Роберттың һаулығына килгәндә, консультацияға барып торабыҙ, ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт алабыҙ. Уның һаулығын яҡшыртыу өсөн ныҡышмалы шөғөлләнергә, белгестәргә йөрөтөргә кәрәк бит.
        - Икенсе фатирға күсергә йыйынмайһығыҙмы?
       - Юҡ, әлегә килеп сыҡмай. Мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, әммә бер ерҙән дә ыңғай яауп алманыҡ. Бәлки, көҙөн хәл ителер, әлегә бер ни ҙә әйтә алмайым. Әгәр торлаҡ проблемаһы булмаһа, моғайын, тағы бала алыр инек, әлегә өсәүһен генә тәрбиәләйбеҙ...
       Беҙҙең йорт эргәһендәге балалар майҙансығында 12 йәшлек Света менән таныштыҡ, ул күрше подъезда патронат ғаиләлә тәрбиәләнә. Света етем ҡыҙыҡай. Света менән патронат тәрбиәсе араһындағы айырма һиҙелә, шуға күрә киләсәктә уны ҡыҙлыҡҡа алырға планлаштырабыҙ.
       Света өс йәшенән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Әлбиттә, уның характеры еңелдән түгел. Ул балаларға ҡарата булған беҙҙең мөнәсәбәтте күрә, улар менән нисек уйнағанды күҙәтә. Күрәһең, Света үҙе менән дә ошондай мөнәсәбәттә булыуҙарын теләй торғандыр. Уға беҙҙең менән ҡыҙыҡ, шуға күрә ул бер йыл дауамында маҡсатлы көрәш алып барҙы (уны беҙгә тапшырһындар өсөн).
        - Көн тәртибе нисек төҙөлә?
       - Балаларҙы киске сәғәт туғыҙҙа йоҡларға һалабыҙ. Иртәнге сәғәттәрҙә инглиз телен өйрәнәбеҙ. Мин уны, татар теленә ҡарағанда, яҡшыраҡ беләм... (көлә). Һуңынан төрлө уйындар, саф һауала йөрөү, йәки иртә үҫеш мәктәбенә сәфәр сиратта. Бер аҙ телевизор ҡарайбыҙ. Минең ҡарашҡа, аралашыуҙы телевизор алмаштырырға тейеш түгел.
       - Өйҙө йыйыштырып, ашарға бешереп өлгөрәһегеҙме?
       - Ашарға бешереп өлгөрәм, ә йыйыштырырға ваҡыт ҡалмай...
        - Ғаилә табышы ниндәй сығанаҡтарҙан йыйыла?
       - Әлбиттә, иптәшем - төп "донор". Үҙем бер аҙ эшләйем. Әхирәтем кәңәш бирҙе: ғаиләлә өс бәләкәй бала булһа, йорт хужалығын өйҙәге балалар баҡсаһы кеүек рәсмиләштереп һәм тәрбиәсе кеүек эш хаҡы алып була икән. Әлегә был яңы эш, уның тураһында күптәр белмәй тиерлек.
       Күптән түгел Район халыҡ мәғарифы бүлеге вәкилдәре йортҡа килде, беҙҙең торлаҡ-көнкүреш шарттарын ҡараны. 6 апрелдә беҙ өйҙәге балалар баҡсаһы статусы алдыҡ, ә мин - балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Башҡарылған эштәр тураһында отчет бирәм, ҙур булмаған эш хаҡы алам. Тәрбиәсе сифатында беренсе эш хаҡы алдым инде.
        - Әле ирегеҙ ҡайҙа?
       - Рөстәм байдаркала йөҙөргә китте - туристик миҙгелде аса. Әлегә балалар менән походта ҡурҡыныс, беҙ бергәләп йәй барасаҡбыҙ, көндәрҙең йылыныуын көтәбеҙ.
        - Тимәк, һеҙ үҙ ҡағиҙәгеҙ буйынса йәшәйһегеҙ: йәйәүле походтар, йылға буйлап йөҙөүҙәр - бөтәһе лә көсөндә ҡала.
       - Дөрөҫ. Һәр йәй тиерлек дуҫтар компанияһында, балалар менән ҡайҙа булһа ла сығабыҙ. Быйыл да иҫәп тотабыҙ. Үткән йылда Атыш шарлауығына барҙыҡ, Роберт минең арҡала "көнгөрә" кеүек ултырып, 16 километр үтте.
        - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн нисек билдәләйһегеҙ?
       - Беҙҙә һәр көн - балаларҙы яҡлау көнө. Беҙгә һәр ваҡыт яҡшы һәм күңелле, һәм был иң мөһиме!

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал