6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Пациент, үҙ хоҡуҡтарыңды бел!
01.06.09


       Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүенең БР буйынса идаралығына һаулыҡ һаҡлау системаһында төрлө боҙоуҙарға юлыҡҡан граждандарҙан хаттар килә. Быға Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе Салауат Даутов ҡатнашлығында үткән интерактив матбуғат конференцияһына килгән төрлө киң мәғлүмәт саралары журналистары инанды.
       Бындай матбуғат конференцияһының үҙенсәлеге шунда: бында һорауƒàðҙы¾ ê¼ï ³ë³ø³í матбуғат оҫталары түгел, ә Башҡортостан Хөкүмәтенең мәғлүмәт порталына үҙҙәренең һорауҙарын алдан ебәргән ғәҙәти граждандар бирә.
       Интерактив конференцияла журналистар әүҙем ҡатнашты. Һорауҙарҙан үҙенсәлекле ҡатнаш барлыҡҡа килде, уларҙың иң актуалдәре бында килтерелде.
       - Мин Стәрлетамаҡта даими теркәлгәнмен, ә Өфөлә йәшәйем. Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы бар, ҡайҙа медицина ярҙамы алалам?
       - Мотлаҡ медицина старховкаһы полисы илебеҙҙең бөтә территорияһында эшләй, - ти Салауат Даутов. - Шуға күрә һеҙ, Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә булыуға ҡарамаҫтан, теләһә ҡайһы дауалау учреждениеһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
       Әгәр һеҙ ашығыс медицина ярҙамына мохтаж булһағыҙ, миҫал өсөн, һеҙҙә йәрәхәт йәки ҡаты ауырыу булһа, ҡулығыҙҙа Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы булмаһа ла, һеҙ теләгән бер дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итåð㜠õîºóºëû. Бындай осраҡта һеҙгә ярҙам итергә тейештәр. Был законда ҡаралған.
       - Әгәр медицина ярҙамы сифатһыҙ һәм тулы күләмдә күрһәтелмәһә, ялыу менән ҡайҙа мөрәжәғәт итеп була?
       - Һеҙгә сифатһыҙ медицина ярҙамы күрһәткән дауалау-профилактика учреждениеһының баш табибына мөрәжәғәт итåүҙән башлаðà êœðœê. Пациент һәм табип араһында килеп тыуған бәхәсте ул хәл итергә тейеш бит. Әгәр һеҙ уның ҡарары менән ҡәнәғәт булмаһағыҙ, ҡала һаулыҡ һаҡлау идаралығына, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүенең территориаль идаралығына, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
       - Әгәр белем сит илдә алынһа һәм сит ил дәүләте тарафынан диплом бирелһә, Рәсәй территорияһында профессиональ медицина эшмәкәрлегенә нисек рөхсәт алырға?
       - Бында, күрәһең, БДБ илдәре "сит дәүләт" сифатында күҙ уңында тотолалыр. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүе мәғариф учреждениелары исемлеген раҫланы, унда сит илдә белем алыусылар һәм хәҙер беҙҙә медицина һәм фармацевтика практикаһы менән шөғөлләнергә дәғүә итеүселәр өсөн махсус имтихан үткәреү буйынса даими эшләгән комиссиялар ойошторолған.
       Беҙҙең төбәктә - ул Медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү үҙәге. Әйтергә кәрәк, бындай имтихандарҙа Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүе вәкилдәре ҡатнаша.
       - Дауаланыу өсөн башҡа поликлиникаға күсеп буламы? Бының өсөн ниндәй документтар кәрәк?
       - Башта поликлиникаға теркәү территориаль принцип, йәғни йәшәү урыны буйынса бара. Өҫтәүенә шуны белеү мөһим: пациент үҙ ҡарамағы буйынса табип һәм поликлиника һайлап алыу хоҡуғына эйә. Шуға күрә, әгәр һеҙ башҡа дауалау учреждениеһына күсергә теләһәгеҙ, һеҙгә үҙегеҙҙең поликлиника администрацияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һуңынан һеҙгә Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы биргән страховка компанияһына (страховкалаусы уны һеҙ артабан дауаланасаҡ поликлиникаға теркәү өсөн) мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
       - Республиканың ҡайһы дауаханаларында йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәктәре йәйелдереләсәк?
       - Үткән йылда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу буйынса федераль программа эшләнелде. Башҡортостан унда ҡатнашыусы 12 төбәк иҫәбенә инде. Өфөнөң 22-се ҡала клиник дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге ойошторолдо, уның төп маҡсаты - мейе ҡан әйләнеше боҙолған һәм киҫкен коронар синдром менән ауырыуҙарға тәүлек әйләнәһенә махсуслаштырылған, юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү. Был пациенттар беренсеë ºàí тамырҙарû бүлектәренән инә. Беҙҙә бындай бүлектәр Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһында, шулай уҡ Белорет һәм Октябрьский ҡала дауаханаларында бар.
       Бөгөн был үҙәк һәм бүлектәр әүҙем эшләй. Тәүге операциялар үтте. Федераль программа буйынса беҙгә ҡиммәтле ҡорамалдар инде.
       - Минең инвалид балам бар. Быйыл ул мәктәпте тамамлай. Юғары уҡыу йортона ингәндә уға льготалар ҡаралғанмы?
       - Урта профессиональ белем, юғары белем алыу өсөн дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениеларына ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә әйтелеүенсә, I һәм II төркөм инвалид балалар инеү имтихандарын уңышлы тапшырһа, конкурстан тыш ҡабул ителә. Уларҙа федераль медицина-социаль экспертизаһы учреждениеһының һығымтаһы булырға тейеш.
       - Ҡолаҡ тишеү, пирсинг, тәнгә биҙәктәр яһау буйынса хеҙмәттәр күрһәткән матурлыҡ салондары өсөн лицензия кәрәкме?
       - Пирсинг һәм тәнгә биҙәктәр яһау процедуралары тире ҡатламының боҙолоуҙары менән үтә, шуға күрә косметологияға лицензия кәрәк.
       - Ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүе дарыуҙарға хаҡтарҙы көйләйәсәк. Ошо хаҡта һөйләгеҙ әле?
       - Йәшәү өсөн кәрәкле дарыу средстволары хаҡтары мониторингы алып барыу өсөн үҙәк хеҙмәттән беренсе ҡарар алдыҡ. Был исемлеккә 400-ҙән ашыу препарат ингән. Йәшәү өсөн кәрәкле препараттарҙың берҙәм реестрын индерҙек һәм бөтә фармацевтика хеҙмәттәрен улар менән тәьмин иттек.
       - Дарыуханала һатып алынған дарыу шикле тойолһа, уның сифатын ҡайҙа тикшереп була?
       - Дарыуҙы төргәге менән беҙгә идаралыҡҡа алып килегеҙ, ул Аксаков урамы, 62-се йортта урынлашҡан. Һеҙ килтергән дарыу экспертизаға лабораторияға оҙатыла һәм экспертиза һөҙөмтәләре буйынса уның сифаты тураһында яуап бирелә. Бындай тикшереү бушлай үткәрелә.
       - Республикаға ингән фармацевтика продукцияһының сифаты нисек баһалана? Тикшереү һөҙөмтәләре нимә күрһәтә?
       - Үткән йылда беҙ дарыу средстволарының 250 мең партияһын ҡараныҡ һәм бер аҙ сифатһыҙ продукция инеүен асыҡланыҡ - индерелгән дөйөм продукция һанынан бер проценттан кәм.
       Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү органы быға тиклем булманы. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә ҙур иғтибар бүлә, шуға күрә күҙәтеү органдарын булдырыу зарур тип табылды, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлауҙа. Халыҡтың киң ҡатламдары өсөн медицина һәм социаль ярҙамдың уңайлылығын һәм сифатын күтәреү буйынса мөһим дәүләт программаһы контроль-рөхсәт системаһы булғанда һөҙөмтәле хәл ителер, тип ышанам. Беҙҙең төп маҡсат - хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы тороу.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал