6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Ҡотҡарыу күпмегә төшә
07.04.04


       Көн һайын тип әйтерлек бер - ике тапҡыр ҡотҡарыусылар ялғ ан саҡырыу буйынса барырға мәжбүр. Әлбиттә, ярҙам һорауҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша улар. Әммә бәғзе әҙәмдәр йыш ҡ ына ҡатмарлы хәлде тиҙ һәм еңел хәл итергә теләп, алдау юлы на баҫалар. Шул ваҡытта улар арҡаһында ғүмеренә ҡурҡыныс ян аған кемдеңдер ярҙамһыҙ ҡалғанын аңлаймы икән улар
       Шулай, 4 апрель көнө ҡотҡарыусыларға ниндәйҙер ҡатын шылт ырата, һуңынан асыҡланыуынса, балыҡсы ҡатыны була ул. Ул Өфө
       районы Нурлы ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан балыҡ үрсетеү бы уаһында балыҡсылар ултырған боҙ киҫәгенең ағып китеүе тураһ ында хәбәр итә. Шунда уҡ Өфөнән өс төркөм ҡотҡарыусылар әҙ ерләнеп юлға сыға.
       Барып еткәс, балыҡсыларҙың ғүмеренә бер нимә лә янамаған ы , бары тик улар ултырған машиналар ҡарға батып, ҡотҡарыусы ларҙың килеп ярҙам иткәнен көтөп ултырғаны асыҡлана.
       - Юлды ҡарҙан таҙартыр өсөн беҙ Урал - Себер нефть бүлеге нән ҡар таҙартыу машинаһын алып торҙоҡ. Үҙәк эҙләү - ҡотҡары у отряды ҡотҡарыусылары юлда батып ултырған 12 машинаны ҡаҙы п сығарырға мәжбүр булды. Ниһәйәт, юлдар таҙартылды һәм балы ҡсылар өйҙәренә таралышты. Әммә алдан бирелгән мәғлүмәт дөрө ҫ булһа, был эште тиҙерәк башҡарырға мөмкин булыр ине, - ти Владимир Темашев. Өҫтәүенә эргәлә генә Нурлы ҡасабаһы урынла шҡан, теләктәре булһа, "бәләгә тарыусылар" унда барып, техни ка яллай алырҙар, ҡотҡарыусылар ҙа ниндәй эш башҡарырға кәрә клеген алдан белгәндә тейешенсә әҙерлек менән килерҙәр ине. Ә быуа хужаһы - "Штиль" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһ е ( әйткәндәй, унда балыҡ тотоу түләүле) ҡар таҙартыу машина һы өсөн түләүҙән баш тартты, йәнәһе, мин уны саҡыртманым.
       Ялған саҡыртыу күпмегә төшөүен үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ. Һә м бында эш ниндәйҙер эш башҡарыу хаҡы мөһим түгел, ошо уҡ ва ҡытта ысын мәғәнәһендә ярҙамға мохтаждарҙың ярҙам ала алмауы
       йәл.

Рәфисә Шәйхисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал