6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Шәп атайҙар
29.05.09


       Ни өсөн беҙҙең йәмғиәттә, балаларҙы тәрбиәләү - ул ҡатын-ҡыҙ эше, тигән ҡараш урынлашҡан? Ир-ат фекеренсә, улар аҡса эшләргә тейеш, ә көнкүреш проблемалары һәм бала тәрбиәләү уларға ҡағылмай. Әммә был фекер менән һис тә килешеп булмай. Бала өсөн әсәй ҙә, атай ҙа кәрәк.
       Бала тәрбиәләүҙә атай роле ҙур. Атай кеше бала өсөн һаҡсы, уны теләһә ниндәй бәләнән ҡотҡарыусы булып тора. Һәм быны бала үҙе ҡасан да бер аңлаясаҡ. Һорау тыуа, ә ата-әсәләр быны аңлар микән?
       Йыш ҡына атайҙар, айырыуса йәштәр, балаға аҙ ваҡыт бүлә, уларҙы нисек тәрбиәләргә белмәй. Шуға күрә улар, бала менән икәүҙән-икәү ҡалыуҙы, хәл итмәҫлек мәсьәлә тип ҡарай.
       - Ҡай бер йәш атайҙар баланы ҡулына алырға ҡурҡа, - ти акушер-гинеколог, "Яңы быуын" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Өфө ғаилә клубы етәксеһе Илдар Зәйнуллин. - Шуға күрә улар бала тәрбиәләү бурысын ҡатын-ҡыҙға йөкмәтә. Ҡай берҙәре хатта баланың памперсын алмаштыра һәм йүргәктәрен йыуа белмәй. Ә ҡай саҡта ҡатын-ҡыҙҙар баланы атаһына ышанып ҡалдырûðа ºóðºà. Шуға ла күп атайҙар бала менән мөрәжәғәт итә белмәй.
       - Илдар, һеҙ "Йәш атай курсы" тигән телепрограмма алып бараһығыҙ һәм бик күп бәхетле атайҙар менән таныштығыҙ. Төп проблема ниҙә?
       - Атайҙар төрлө, берәүһенең бала ҡарау буйынса тәжрибәһе бар, икенсеһенең - аҙ. Мин бер үҙенсәлеккә иғтибар иттем: әгәр ата-әсә бер-береһен һәм үҙ балаһын ярата икән, уларҙа бала тәрбиәләү проблемаһы ла аҙ. Һәм, әлбиттә, бала үҫә төшкәс, атай кеше ҡыйыулыҡ күрһәтә башлай.
       - Әгәр әсә кеше берәй ергә китә ҡалһа, баланы атайға ышанып ҡалдырырға буламы?
       - Минең уйымса, була. Ҡатыным күптән түгел командировкаға китте, ә мин ике бала менән ҡалдым. Был минең өсөн имтихан булды, һәм уны мин уңышлы тапшырҙым. Әгәр бала имсәк йәшендә булмаһа, әлбиттә, башҡаларҙың да ҡулынан килә.
       Әйткәндәй, күптән түгел илдә йәш ата-әсәләр араһында һорау алыу үткәрелгән. Асыҡланыуынса, уларҙың 85 проценты атай кеше әсәй булмағанда һау-сәләмәт бала үҫтерә ала, тип һанай. Тимәк, бөтәһе лә атайҙан тора.
       Йәш атайҙар үҙ көсөнә ышанһын һәм балаға уларҙың иғтибары һәм хәстәре кәрәклеген аңлаһын өсөн, "БАШвестЪ-йәш" Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан бала тәрбиәләү буйынса тәжрибәһе булған атайҙарға мөрәжәғәт итте.
       Василий Кузнецов һигеҙ йыл инде биш баланы бер үҙе тәрбиәләй. Улар ҡатыны менән ике оло ҡыҙҙарын ҡыҙлыҡҡа алған, һуңынан Кузнецовтар ғаиләһендә ике ҡыҙ бала тыуа. Василийҙың ҡатыны малай тапҡанда үлә. Бар ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Василий яҙмышына зарланмай, балаларын бына тигән итеп тәрбиәләй, һәм, иң мөһиме, балалар уны ярата.
       - Әлбиттә, миңә 84 йәшлек әсәйем ярҙам итә, әммә ул йәшенә зарланмай, - ти Василий. - Антон тыуғас, оло ҡыҙҙàрым ярҙам итте. Улар хәҙер кейәүҙә, Себерҙә йәшәйҙәр. Минең ике ейәнем һәм бер ейәнсәрем бар. Уртансы ҡыҙҙарым мәктәптә уҡый. Таняға 16 йәш, ул унынсы синыфты тамамланы, Светаға - 14, һигеҙенсе синыфҡа күсте, ә Антон - өсөнсө синыфҡа.
       - Һеҙ бала тәрбиәләү тәжрибәһенә эйә...
       - Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү ауыр түгел. Әгәр ниндәй ҙә булһа проблема килеп сыҡһа, улар минең менән кәңәшләшә. Мин һәр ваҡыт уларға ярҙам итергә әҙер. Улар араһында сик юҡ. Антон да мине тыңлай, барыһын да аңлай. Әле ул баскетбол секцияһына яҙылды. Таня уға ярҙам итә. Балаларға бер тигеҙ ҡарайым, улар бер туған кеүектәр. Балалар үҙ-ара татыу. Ғөмүмән, балалар ата-әсәһен хөрмәт итергә тейеш.
       - Йорт эштәре нисек бүленә?
       - Ҡыҙҙар үҙҙәре йыйыштыра, ашарға бешерә, һауыт-һаба, кер йыуа. Антон да апайҙарына ярҙам итергә әҙер. Балалар бар эште белеп үҫә.
       - Дәүләт ярҙам итәме?
       - Һоранып йөрөргә яратмайым. Балалар өсөн йәйге лагерға бер нисә тапҡыр путевка алдым. Фатирға түләү өсөн льгота ҡалды, пенсия бирәләр. Шуға күрә бер ергә лә мөрәжәғәт итмәйем.
       Бәләкәй баланы нисек тәрбиәләргә? "БАШвестЪ-йәш" ошо һорау менән бәхетле атай Альберт Сибаевҡа мөрәжәғәт итте. Уның ҡатынын, ғаиләлә икенсе бала тыуғас, эшкә саҡырғандар, шуға күрә Альберт бала тәрбиәләү менән шөғөлләнгән.
       - Беренсе бала менән декрет отпускыһында ҡатыным ултырҙы, - ти Альберт. - Әлбиттә, мин уға ярҙам иттем. 1998 йылда икенсе балабыҙ тыуҙы, дефолт, предприятиелар ябылды, мин эшһеҙ ҡалдым, шуға күрә ҡыҙым менән ултырҙым. Өсөнсө баланы тәрбиәләү еңелгә тура килде. Оло ҡыҙыма - туғыҙ, уртансыһына ете йәш ине. Улар беҙгә ярҙам итте, үҙҙәре ҡустыһына һөт йылытты, ашатты, саф һауала йөрөттө. Малайға хәҙер дүрт йәш. Балаларҙы бүлеп ҡарамағыҙ, уларға йөрәк йылыһын тигеҙ өләшегеҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал