6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Воробьевтар тауында биргән ант
29.05.09


       Һүҙебеҙ Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдары исемдәрен йөрөткән кешеләр тураһында. Өфөнөң Октябрь районында Огарев урамы бар. Николай Платонович Огарев. Кем ул? Моғайын, күп кешеләр уның тураһында белмәйҙер.
       Николай Огарев - революционер, шағир, публицист. Ул 1813 йылдың 6 декабрендә (яңы стиль буйынса - 18-е) тыуған. Уның ата-әсәһе сығышы менән Петербург дворяндары булған. 1820 йылда улар Мәскәүгә күсеп килә. Бында уларҙың алыҫ туғандары - Герцендар ғаиләһе була. Уларҙың улы Саша Герцен һәм Коля Огарев дуҫлашып китә. Ун йәшлек Огарев декабристарҙың фажиғәле яҙмышы тураһында белә. Өйҙә уҡытҡан уҡытыусылар үҫмерҙе Пушкин һәм Рылеевтың азатлыҡ һөйөүсән шиғырҙары, 14 декабрҙә сығыш яһаған етәкселәрҙең идеялары менән таныштыра.
       Саша Герценда ул үҙенең фекерҙәшен таба. 1827 йылда Герцен һәм Огарев Воробьевтар тауында (унда Мәскәү дәүләт университеты урынлашҡан) декабристарҙың эшен дауам итергә вәғәҙә бирә. Улар университетта уҡыған ваҡытта студент түңәрәге ойоштора, ул сәйәси йүнәлеште сағылдыра, "декабристар өлгөһө буйынса яңы союз" тураһында хыяллана. 1834 йылдың июнендә түңәрәк бөтөрөлә, Огарев һәм Герцен ҡулға алына. Николайҙы Пензаға һөргөнгә ебәрәләр, ә Александр сит илдә булып сыға. Герцен ваҡытын бушҡа үткәрмәй. 1849 йылда унда сит илдә Ирекле рус типографияһы ойоштороу тураһында фекер тыуа. Һәм ул эш итә башлай. 1855 йылда Герцен Рәсәйҙә популярлыҡ яулаған "Поляр йондоҙо" тигән йыйынтыҡ сығара башлай. Герцен йыйынтыҡ сығарыу тураһындағы иғланда былай тип яҙа: "цензураһыҙ сыҡҡан, рус азатлығы мәсьәләһенә һәм Рәсәйҙә ирекле фекерләү образын таратыуға арналған ваҡытлы баҫма ул".
       1856 йылда Николай Платонович сит ил паспорты ала. Ул Лондонға китә, унда дуҫы Герцен менән осраша. Уның менән бергә Ирекле рус типографияһын етәкләй. Типографияның иң сағыу эш осоро "Ҡыңғырау" тип аталған тәүге рус революцион гәзите менән бәйле була. Был - Герцендың ҡаҙанышы, тип һанайҙар. Ғәмәлгә килгәндә улай түгел. Революцион гәзитте ойоштороу идеяһы Н.П. Огаревтыҡы тип һанала. "Ҡыңғырау" гәзитенә Огарев нигеҙ һалды, - тип хәбәр итә Герцен Иван Тургеневҡа. 1857 йылдың 1 июлендәге тәүге һанында Огаревтың шиғырҙары бирелә... "Ҡараңғылыҡ һәм һағыш йылдарында... бөтә донъяға оран һала". "Ҡыңғырау рус уҡыусыларын уятты". "Герой крәҫтиәндәрҙе азат итергә баҫты, - тип билдәләй Ленин. - Ҡоллоҡ тынлығы боҙолдо".
       Гәзит алыҫ Өфө тарафтарынан хаттар ала. Гәзиттең "Судҡа!" тигән ҡайһы бер ҡушымталары Өфөнән килгән материалдар менән тулыландырыла. "Ырымбур губернаһында плантатор Жадовскийҙың эше" яңғырашлы була ("Судҡа!" 1860 йыл,15 ғинуар). Йәшерен советник А. Жадовский башҡорт варианты Салтычихи була. Бөрө өйәҙе Әнгәсәк ауылы крепостнойҙары алпауыттың ҡанһыҙлығына һәм мыҫҡыллауҙарына зарлана. Жадовскийҙың "батырлығы" тураһында һүҙҙәр батшаға барып етә, ул махсус комиссияға тикшерергә ҡуша. Комиссия крепостнойҙарҙың ялыуҙарын тулыһынса раҫлай. Был материалдар, ул саҡта йәшåрен тип һанала, Лондонға барып етә, һәм "Ҡыңғырау"ҙа баҫыла. Жадовский фаш ителгәс, Сенат тарафынан хөкөм ителә. Был Өфө яғынан килгән хаттарҙың береһе.
       Огарев Герцен менән "Поляр йондоҙо" гәзитен һәм "Рәсәйҙән тауыштар" йыйынтығын сығарыуҙа ҡатнаша. Николай Платонович талантлы кеше була. Ул философия, иҡтисад, тарих, медицина, математика һәм физиканы өйрәнә. Ул билдәле шағир була. Уның шиғриәтендә шәхси лирика һәм гражданлыҡ лирикаһы, Рәсәй яҙмышы тураһында уйланыуҙар ҡушылған. Быны Николай Чернышевский Огаревтың бер йыйынтығына рецензияһында билдәләй, йырсы һәм сәйәси көрәшсе шиғриәтенең гражданлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
       "Ҡыңғырау" гәзитенең тәүге һаны Огаревтың шиғырҙары менән асылған, тип әйткән инек. Гәзиттең һуңғы һаны (1867 йыл) уның шиғырҙары менән тамамлана. Һуңғы йылдарын ул Гринвичта йәшәй. Ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй. Огарев һуңғы һулышына тиклем Воробьевтар тауында биргән антына тоғро ҡала. Ул 1877 йылдың 31 майында вафат була.
       Өфөлә Огарев исемендәге урам (элек Зоя Космодемьянская исемендә ине) бар. Ул Октябрь районында урынлашҡан. Был урамдың исеме, Өфө Черниковка менән ҡушылғас һәм бер үк исемдә ике урам барлыҡҡа килгәс, 1956 йылдың 13 ноябрендә үҙгәртелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал