6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Пристав бурыс түләтә
28.05.09


       Минең суд приставы сифатында эшем ташландыҡ баҡсаларҙа тамамланды: бурыслыларҙы эҙләп табыу өсөн ҡайҙа ғына булырға тура килмәй уларға! Быға мин үҙ тәжрибәмдә инандым, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ойошторған "Журналист һөнәрен алмаштыра" тигән акцияла ҡатнаштым.
       Мине Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Өфөнөң Калинин районы суд приставтары бүлегенә ебәрҙеләр һәм башҡарыусы-пристав формаһы бирҙеләр. Суд приставтары башҡарыусыларға һәм судтар эшмәкәрлеген óñòàâòà ºàðàëàí тәртиптә тәьмин итеү буйынса приставтарға бүленә. Беренсеһе бурыстарҙы, алимент һәм һалымды, шулай уҡ банк кредиттарын түләтеү менән шөғөлләнә, икенсеһе суд ултырыштары ваҡытында тәртип артынан күҙәтә, суд биналарын һаҡлай һәм процестарҙа ҡатнашыусыларҙы судҡа килтерә. Ҡатын-ҡыҙҙар тик башҡарыусы булып ҡына эшләй ала, сөнки судтар эшмәкәрлеген óñòàâòà ºàðàëàí тәртиптә тәьмин итеү буйынса приставтар хеҙмәт бурысы буйынса физик көскә эйә булырға, ҡорал менән файҙалана белергә тейеш. Башҡарыусыларҙың ҡорал йөрөтөргә хоҡуғы юҡ: кәрәк булғанда ҡораллы коллегаһы оҙатыуында сыға. Башҡарыусылар өсөн иң мөһиме - юридик йәки иҡтисади юғары белем.
       ... Яңы урында минең эш көнөм строевой ҡарауҙан башланды. Приставтар - погонлы кешеләр һәм эшкә формала йөрөй. Бүлек етәкселәре хеҙмәткәрҙәрҙең тышҡы ҡиәфәтен ҡарай һәм һәр береһенең хеҙмәт танытмаһын тикшерә.
       Калинин районында 30 башҡарыусы-пристав эшләй. Штат тулы, әммә йөкләмә саманан тыш күп. Бүлек начальнигы Павел Чиглинцев һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр приставҡа ай һайын, уртаса, 130 эш инә. Ҡай саҡта бер пристав бер үк ваҡытта 300 эш өҫтөндә эшләй. Уларҙы бер аҙ бушатыу суд башҡарыусы-пристав ярҙамсыһы вазифаһын индереү иҫәбенә күҙаллана, ул техник эштәрҙе башҡарасаҡ. Әлегә ул бүлектә берәү, көҙгә табан уларҙың һаны 15-кә етәсәк: ике белгескә бер ярҙамсы иҫәбенән.
       Павел Чиглинцев үҙе лә башҡарыусы-пристав эшенән башлаған. Әйткәндәй, ул 2006 йылда "БАШвестЪ" гәзитендә мәҡәләләр геройы булды, ул саҡта Чиглинцев Өфөнөң Орджоникидзе районы суд приставтары бүлегендә эшләй ине.
       - Беҙ суд авторитетына эшләйбеҙ, һәм суд эшмәкәрлегенә кешеләрҙең ышанысы беҙҙең эш сифатына бәйле, - тигән ине Чиглинцев ул саҡта һәм әле лә ҡабатлай.
       Приставтар ғәҙәттән тыш мөһим эш башҡара: был хеҙмәт - илдә берҙән-бер дәүләт структураһы, ул суд ҡарарҙарын мәжбүри тәртиптә башҡарыу вәкәләттәренә эйә. Приставтар, түләтелгән средстволарҙың күләмен арттырыу өсөн, төрлө ысулдар ҡуллана - закон сығарыусылар уларҙың исемлеген даими киңәйтә. Атап әйткәндә, бурыслыларҙы сит илгә сығармаҫҡа тигән практика үҙен һөҙөмтәле күрһәтте. Приставтар бурыс барлығы тураһында хәбәрҙе SMS аша ебәрә: һөҙөмтә - адресаттарҙың 40 проценты бурыстарын түләй.
       ... Яңы урындағы эшем май аҙағына тура килгәс, бөтә иғтибар алиментҡа йүнәлтелде: бындай "тырышлыҡ" йыл һайын 1 июндә - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан үткәрелә. Строевой ҡарауҙан һуң - начальник кабинетында оперативка. Башҡарыусылар дүрт төркөмгә бүленә, шуға күрә эш планын ентекле тикшереү өсөн "алимент" төркөмөн йыйҙылар.
       "Алимент" төркөмө приставының көн тәртибендә балалар социаль приютына сәфәр булды. Бүлек хеҙмәткәрҙәре приют балалары өсөн бүләккә төрлө уйынсыҡтар, китаптар, өҫ кейемдәре йыйҙы. Приютта имен булмаған ғаиләләрҙән балалар тәрбиәләнә. Уларҙың күбеһенең ата-әсәһе ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән, әммә улар балалар бәлиғ булғанға тиклем алимент түләргә бурыслы - бындай осраҡта социаль учреждение файҙаһына. Әммә, үкенескә ҡаршы, был талапты күптәр үтәп бармай. Приюттан һуң алимент түләмәүселәрҙең береһенә юл алдыҡ.
       Ирҙең ике балаһы бар, уларҙың әсәһе менән айырылышҡан һәм ¼ƒ балаларыí тәрбиәләүҙән ситләшкән. Бурыслы ир өйҙә булып сыҡты: ҡыҙыу эш көнөндә был һирәк күренеш, әммә приставтар белә, ул эшһеҙ. Асыҡланыуынса, хужа алимент буйынса ғына бурыслы түгел - алимент суммаһы 50 мең һум тәшкил итә, әммә фатирға һәм электр энергияһына түләүҙәр буйынса ла бурыслы икән. Фатирҙа ут, газ юҡ. Ҡиммәтле милек - бер телевизор.
       - Түләмәнем һәм түләмәйәсәкмен, - тип ҡырт киҫте ул.
       Телевизорға арест һалынды, хужаға эш менән тәьмин итеү үҙәгенә йүнәлтмә бирелде һәм, закон талаптарына буйһонмаған осраҡта алимент түләмәгән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ, тип иҫкәртелде ул.
       - Алимент түләмәүселәр өсөн яза йомшаҡ, - тип һанай Чиглинцев. - Судтар, ҡағиҙә булараҡ, мотлаҡ эштәр билдәләй, иркенән мәхрүм итеү срогы һирәк бирелә.
       Һуңынан тағы бер алимент түләмәгән кешегә юл алдыҡ: ул өйҙә булмай сыҡты. Өсөнсө бурыслының пропискаһы буйынса беҙҙе уның әсәһе ҡаршыланы. Асыҡланыуынса, уның 33 йәшлек улы ике бала атаһы, өс йыл элек ҡатыны менән айырылышҡан һәм бер ерҙә лә эшләмәй, өйҙә йәшәмәй, ҡайҙалыр баҡсала көн күрә - бурыслыны унда ла эҙләнек. Дөрөҫ, эҙләүебеҙ бушҡа булды... күрәһең, шешә йыйырға киткәндер...
       - Начальник көнөнә беҙгә 20-30 адрес бирә, - ти башҡарыусы-пристав Юлия Жеребцова. - Уларҙың күптәре эш сәғәттәрендә өйҙә булмай, ҡай саҡта повестка ҡалдырып, почтальон ролен башҡарабыҙ. Уларҙы өйҙә тотам тиһәң, иртән-иртүк йәки кисен һуң килергә кәрәк.
       ... Баҡсасылар ширҡәте биләмәләрен ҡарап сыҡҡансы, төш етте, һуңынан компьютерға ултырҙыҡ: яңы асыҡланған коллегаларым - иртәнге сәфәрҙе документтар менән нигеҙләргә, ә мин - îøî мәҡәләне яҙырға.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал