6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Ә һин уҡырға әҙерме?
28.05.09


       Йәй, отпуск, каникул һәм һәр төрлө күңел асыуҙар ваҡыты яҡынлаша. Әммә мәктәп, урта махсус уҡыу йорттары һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға ял тәтемәй. Берәүҙәргә Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырырға һәм киләсәк тураһында уйларға кәрәк, икенселәргә - диплом яҡларға һәм эш эҙләргә. Мәктәп уҡыусыларына үҙ белемдәренә иҫәп тоторға тура килһә, улар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарын бер кем дә бирмәйәсәк бит, ә буласаҡ белгестәрҙең уңышы вуз ярҙамына һәм эш биреүсегә бәйле.
       Республиканың баш юғары уҡыу йорто был хаҡта нимә уйлай икән? Һүҙ - Башҡорт дәүләт университеты ректоры Мөхәмәт Харрасовҡа.
       - Быйыл Башҡорт дәүләт университетын 4,6 мең кеше тамамлай. Óларҙың киләсәк мәшғүллеге буйынса эште көҙ, êөрсөк тураһында õœáœðƒàð áулғас, башланыҡ. Беҙҙең вузда күп йылдар дауамында юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса комиссия эшләй. Беҙ бөтә студенттарҙы ла эш менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Беҙгә предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан заявкалар инә, шуға күрә көндөҙгө бүлекте тамамлаусылар бөтәһе лә эшкә йүнәлтмә аласаҡ.
       Әммә, ректор һүҙҙәренә ҡарағанда, төп проблема башҡа. Үкенескә ҡаршы, вуз тамамлаусыларҙың бөтәһе лә бирелгән йүнәлтмә буйынса эшләргә йыйынып бармай. Совет осорондағы бүлеү системаһы тарҡалды бит. Бөгөнгө көндә хоҡуҡи база юҡ, ул юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң студенттарҙы йүнәлтмә буйынса өс йыл эшләргә мәжбүр итә ине.
       Әле БДУ-ла 27 мең студент белем ала. Университет составында 15 факультет, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама филиалдары бар. Ғилми ýøìœêœðëåêòå, уҡытыу һәм тәрбиә эшòœðен 267 фән докторы һәм 808 фән кандидаты бер нисә эште башҡарыусылар менән бергә тормошҡа ашыра.
       - Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең күбеһе юғары уҡыу йорттарында эш тәжрибәһенә эйә, - ти Мөхәмәт Хәҙис улы. - БДУ профессорҙары ғалимдар һәм уҡытыусылар араһында донъя кимәлендә ихтирамға лайыҡ.
       Мәктәпте тамамлаусыларға килгәндә, ректор һүҙҙәренә ҡарағанда, улар юғары уҡыу йортона БДИ һөҙөмтәләре буйынса инә ала.
       - Документтар 20 июндән 25 июлгә тиклем ҡабул ителә, - ти Мөхәмәт Харрасов. - Урта махсус уҡыу йортон тамамлаусылар бакалавриатта ҡыҫҡартылған программа буйынса уҡыу мөмкинлеге ала. Улар өсөн 15 июлдән инеү имтихандары, әңгәмә үткәрелә. Бынан тыш, юғары уҡыу йортонда ижад специальностары бар, миҫал өсөн, "журналистика", "физкультура һәм спорт". Был специальностарҙы һайлаған абитуриенттар өсөн 7 июлдән 17-һенә тиклем өҫтәмә имтихандар үткәрәсәкбеҙ. Расписание 20 июндә билдәле була. Үткән йылдарҙан айырмалы рәүештә инеү имтихандарының бөтә материалдары БДУ сайтында урынлашасаҡ.
       Февраль айында университет аккредитация үтте, яңы лицензия алды. Хәҙер булған специальностар яңы һигеҙ специальность менән тулыланды, мәҫәлән, "Тәржемә һәм тәржемә ғилеме" специальносы, "лингвист-тәржемәсе" квалификацияһы бирелә. Өфөлә быға тиклем бындай белгестәр әҙерләнмәне.
       - Юғары уҡыу йортонда лицензияға ярашлы 169 белем биреү программаһы бар, - ти ректор. - Беҙ ике кимәлдә белем биреү системаһына күсеү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ.
       Быйыл абитуриенттарҙың береһе БДУ-ның теләãœí áåð факультетына өҫтәмә һынауһыҙ һәм берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренән башҡа инә аласаҡ. Эш шунда, быйыл БДУ "Уҡырға әҙер бул!" тигән телевикторина үткәрергә ҡарар итте, еңеүсе БДУ студенты була.
       - Телевикторина БДУ юбилейына арнала, - тип аңлата Мөхәмәт Харрасов. - Быйыл беҙҙең вузға йөҙ йыл була. Инеү телеимтиханында республика мәктәптәрен, урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар ҡатнаша ала. Улар БДУ тарихына арналған йөҙ һорауға яуап бирергә тейеш. Телевикторинала ҡатнашыусыларға яуаптарҙың дүрт варианты тәҡдим ителә. Кем дөрөҫ һәм тиҙ яуап бирә, шул еңеүсе була.
       Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетында юбилейға әҙерлек буйынса ҙур эш бара. Уҡыу корпустары төҙөлөшөнә һәм уларҙы реконструкциялауға, шулай уҡ вуз хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡҡа айырыуса иғтибар бүленә.
       - Матди-техник базаны нығытыу, айырыуса яңы биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм реконструкциялау, - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, - тип билдәләй Мөхәмәт Хәҙис улы. - Һуңғы ун йылда университеттың уҡыу-лаборатория корпусының дөйөм майҙаны бер ярымға артты. Реконструкциянан һуң 8996 квадрат метрлыҡ уҡыу майҙаны тапшырылды. Хоҡуҡ институтында реконструкция бара. Университет хеҙмәткәрҙәре өсөн ике торлаҡ төҙөлдө, һөҙөмтәлә 70 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. БДУ-ның Нефтекама филиалы яңынан ойошторолдо, унда бөгөнгө көндә 2,3 мең студент уҡый. Быларҙың бөтәһен дә вуз юбилейына лайыҡлы бүләк тип әйтеп була.
       Әммә иң шәп бүләк, ректор һүҙҙәренә ҡарағанда, студенттарҙың уңышы буласаҡ.
       - Университет үҙенең тамамлаусылары менән ғорурлана, һәм улар беҙгә шәп бүләк алып килә, - ти Мөхәмәт Харрасов. - Беҙ Максим Чудовтың һәм Ольга Вилухинаның уңыштарына шатбыҙ. Университетты тамамлаған башҡа спортсылар, ғалимдар, яҙыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, педагогтар, эшҡыуарҙар менән ғорурланабыҙ. Бөгөнгө студенттарыбыҙ киләсәккә яуаплы ҡараһын, төплө белем алһын, ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнһен ине. Республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге улар ҡулында бит.
       Вуз етәкселеге студенттарға, аспиранттарға, йәш ғалимдарға һәм уҡытыусыларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша.
       - Беҙҙең илдә фән өлкәһенә талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла, - ти Мөхәмәт Хәҙис улы. - Һәм беҙ бөтә тырышлыҡ менән талантлы йәштәргә ярҙам итергә, белгестәрҙе сифатлы әҙерләргә тейешбеҙ, ә был ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй тороп мөмкин түгел. Дәүләт был эшмәкәрлекте дәртләндерә, йыл һайын гранттар тапшыра.
       Башҡорт дәүләт университетында, әйткәндәй, йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү буйынса үҙенең программаһы эшләй. Вуз етәкселеге уны Мәскәү дәүләт университетынан үҙләштергән.
       - Беҙҙең программа 20 кешегә иҫәпләнгән, - ти ректор. - БДУ ғилми советының ун грантын тәбиғи фәндәр өлкәһендәге конкурс еңеүселәре ала, ун грант - гуманитар өлкәãœ. Гранттар, йәш белгестәрҙе социаль яҡлау буйынса башҡа саралар менән бер рәттән, йәштәрҙең ғилми эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.
       РФ Президентының, РФ Хөкүмәтенең һәм БР Президентының исемле стипендиялары булыуы яҡшы уҡыу өсөн стимул булып тора. Башҡа исемле стипендиялар ҙа бар. Мәҫәлән, быйыл 20 студент һәм өс кесе ғилми хеҙмәткәр Владимир Потанин исемендәге стипендия алды.
       - Һуңғы йылдарҙа беҙ Рәсәй һәм сит ил вуздары һәм ғилми үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек буйынса эште әүҙемләштерҙек, - ти ректор. - Бөгөн беҙҙә 30-ға яҡын партнер бар. БДУ уҡытыусылары һәм студенттары алмашыу программаларында әүҙем ҡатнаша. Университетта БДБ илдәренән уҡытыусылар стажировка үтә. Болгария менән бергә Рәсәй һәм Болгария мөнәсәбәттәре тарихы буйынса фән кандидаттары әҙерләү буйынса берлектә проект алып барабыҙ.
       Дөйөм алғанда, БДУ йөҙ йыл эсендә 113200 белгес әҙерләгән, улар Рәсәйҙең бөтә төбәгендә тиерлек эшләй: Владивостоктан Калининградҡа тиклем, шулай уҡ сит илдә. Øóà ê¼ðœ Áàøºîðò 䜼ëœò óíèâåðñèòåòûíû¾ 鳃 éûëëûº þáèëåéû ðåñïóáëèêàáûƒƒû¾ šœì Ðœñœéƒå¾ ïåäàãîãèê šœì ôœííè éœìœœòñåëåãå ³ñ³í äœ ì³šèì âàºèà.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал