6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Яғыулыҡ-энергетика комплексы

Көнсығышҡа юл алабыҙ
27.05.09


       Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә ошо көндәрҙә илдең нефть һәм газ тармағында мөһим ваҡиғаларҙың береһе - "Газ. Нефть. Технологиялар" күргәҙмәһе үтә.
       - Быйылғы экспозициялар миңә оҡшай. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан күргәҙмәһе башҡаларҙан һәр ваҡыт айырылып тора. Унда башлыса тәбиғи өлгөләр урын алған, уларҙы "тотоп" ҡарарға ярай, - тип билдәләй форум ҡунағы, Рәсәй газ һәм нефть сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль беҙҙең гәзит менән әңгәмәһендә. - Мәскәүҙә быға оҡшаш күргәҙмәләрҙә схемалар, расчеттар, видеороликтар күрергә була. Башҡортостанда бөтәһе лә башҡаса. Мотор яғыулығы сифатында газ файҙалàныу менән шөғөлләнгән компанияларҙың береһен миҫал итеп килтерәм. Уны етештереү өсөн бөтә ҡорамалдар күргәҙмәгә ҡуйылған. Компанияның башланғысы ла хуплауға лайыҡ - бензиндың бер литры 20 һум тора, ә шыйыҡландырылған газ - 6-7 һум. Ил өсөн мөһим йүнәлеш, мотор яғыулығы сифатында газ ҡулланыу тураһында закон сығарып, бер үк ваҡытта газ заправкалары һанын арттырып, уны үҫтерергә кәрәк. Әммә, үкенескә ҡаршы, әлегә бындай инициативаларҙы юғары кимәлдә күрмәйбеҙ.
       - Геннадий Иосифович, көрсөк шарттарында тармаҡты үҫтереү перспектиавлары тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
       - Бөгөнгө күргәҙмәлә өлгөләр күп: уйлап табыуҙар, яңы технологиялар, шул иҫәптән сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса. Үкенескә ҡаршы, улар насар ҡулланыла. Һәр компания көн күрергә тырыша, үҙ юлын эҙләй - һәм, әлбиттә, таба алмай. Ни өсөн? Аҙаҡҡы ҡулланыусыға тиклем яңы технологияларҙы еткереү схемаһы юҡ. Фән һәм техника ҡаҙаныштарын, яңы ҡорамалдарҙы, улар бында ҡуйылған, "пропагандалау" юҡ. Сәбәп ябай - финанслау етмәй. Һәм көрсөк был проблеманы көсәйтте. Шуға ҡарамаҫтан, ҡотолоу юлы бар - минең ҡарашҡа, Көнсығышта нефть табыуҙы киңәйтергә кәрәк. Башҡортостан нефтселәренең тәжрибәһе был эштә мөһим буласаҡ.
       Геннадий Шмаль, Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре конгресында сығыш яһап, газ һәм нефть тармағының мөһим мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Көрсөк беҙҙең илгә ситтән килмәне - Рәсәйҙә үҙенең ҡыйынлыҡтары булды, тип белдерҙе Шмаль. Һәм шуларҙың иң мөһиме - Рәсәй нефть һәм газ комплексы предприятиеларының техник һәм технологик кимәле күптән инде донъя стандарттарына тура килмәй.
       - Бөгөнгө көндә нефть һәм газ сәнәғәте фондтарының туҙыу кимәле 60 процент тәшкил итә, нефть эшкәртеү фондтары - 80 проценттан ашыу. Шулай уҡ геология "туҡтап" ҡалды. Ағымдағы йылда белгестәр эҙләнеү эштәренең 50 процентҡа тиклем кәмеүен күҙаллай, сейсморазведка - 40-50 процентҡа. 1988 йылда Рәсәйҙә быраулау күләмдәре 7,5 миллион метр разведка скважинаһы тәшкил иткән, ә 2008 йылға был һан 800 меңгә кәмегән.
       Тағы бер проблема, уны Рәсәй нефть эшкәртеүселәр ассоциацияһы вице-президенты Владимир Гермаш бәйән итте, - тәрән эшкәртеү нефть һәм газ комплексының заманса процестар менән тейешенсә йыһазландырылмауы. Рәсәй заводтарында бындай процестарҙы файҙаланыу өлөшө 15 проценттан артмай, шул уҡ ваҡытта АҠШ-та 55 процент. Рәсәй эшкәртеү сифаты буйынса донъяла 67-се урынды биләй. Өҫтәүенә ил заводтарының яртыһы өсөн нефть эшкәртеү тәрәнлеге күрһәткесе - 59-66 процент. Яғыулыҡ профилле алты завод буйынса ғына 80 проценттан арта.
       Бәләкәй һәм урта бизнес проблемалары тураһында һөйләгәндә, 2009 йыл башында эшҡыуарҙарға нефть табыуҙы туҡтатырға тура килде (сөнки, миҫал өсөн, декабрҙәге табыш файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалым түләр өсөн дә етмәгән), тип белдерҙе конгреста ҡатнашыусылар. Бындай осраҡта ниндәй инвестициялар тураһында һүҙ алып барып була?
       - Уйланылмаған һалым сәйәсәте арҡаһында беҙ нефть табыуҙы кәметеү һыҙатына аяҡ баҫтыҡ, - тип һанай Геннадий Шмаль. - Рәсәй нефть компанияларының һалым йөкләмәһе сит ил компанияларының йөкләмәләренән өс тапҡырға артыҡ. Ғәмәлдәге һалым системаһы арҡаһында нефть запастарын яңынан етештереү өсөн кәрәкле геология-разведка эштәренең күләме тәьмин ителмәй, табыу тармағында стратегик инвестициялар дәртләндерелмәй. Компанияларҙың инновацион эшмәкәрлеге кәмей, яңы урындарҙы һәм углеводород запастарын үҙләштереү өсөн стимул юҡ.
       Нимә эшләргә? Яғыулыҡ-энергетика комплексы эшенең һөҙөмтәлелеген күтәрергә, амбициялы маҡсаттар ҡуйырға, тип йомғаҡлай Шмаль. Һәм шуларҙың береһе - нефть табыуҙа перспективалы яңы райондарҙы үҙләштереү. Әлбиттә, Көнбайыш Себерҙең потенциалы 25-30 йылға етәсәк, һуңынан нимә? Көнсығыш Себерҙә нефть табыуҙы ойоштора башларға кәрәк. Был йәһәттән Көнсығыш Себерҙә нефть һәм газ табыуҙы һәм эшкәртеүҙе ойоштороу программаһы (һәм уға милли проект статусы биреү) мөһим.
       Буш торған нефть скважиналарын файҙаланыу буйынса эре нефть компаниялары һәм бәләкәй компаниялар араһында ҡуртым мөнәсәбәттәре тураһында указ (йәки бойороҡ) баҫтырыу файҙалы булыр ине, тип билдәләй Шмаль. Бәләкәй бизнес, ниһайәт, сәнәғәт үҫешендә ҡатнашырға тейеш. Әгәр буш торған ун мең скважина эшкә ҡушылһа, йылына өҫтәмә 15 миллион тонна нефть табылыр ине.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, Башҡортостанда, Америка, Канада, Франция нефть институттары кеүек, Рәсәй нефть институтын булдырырға кәрәк, тигән фекер белдерҙе. Беҙҙең төбәктә бындай институтты булдырыу аҡлана. Республика предприятиелары техник кимәле буйынса башҡа төбәктәрҙең күп заводтарын һәм компанияларын уҙып китә һәм хаҡлы рәүештә тармаҡтың технологик лидерҙары булып һанала.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал