6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Легендар командир
27.05.09


       Күп йылдар элек миңә Раевка станцияһы 44-се урта тимер юлсылар мәктәбе уҡыусылары алдында сығыш яһарға тура килде. 1900 йылда бында Владимир Ульяновтың килеүе һәм килгән социал-демократтар менән Яхья Туҡаевтың утарында осрашыуы тураһында һөйләнем. Балаларҙан Ленин килгән паровоз һәм поезд вагондары тураһында һораштым. Уҡыусылар тынып ҡалды, әлбиттә, күптәнге ваҡиға...
       Бинала мемориаль таҡта ҡуйылған: "Был мәктәптә 1935-1941 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы П.Ф. Щербаков уҡыған". Мәктәп уҡыусыларынан уның яҙмышы тураһында һораным. Уның исем-шәрифен береһе лә иҫенә төшөрә алманы.
       Павел Федорович Щербаков 1924 йылдың 27 майында тыуған. Бөгөн уға 85 йәш тулған булыр ине, шуға күрә Советтар Союзы Геройы һәм уның батырлығы тураһында һөйләргә булдыҡ.
       Павел Раевкала түгел, Ҡаҙағстанда, ә дөрөҫөрәге Кустанай өлкәһе Федоровка районының Федоровка ауылында тыуған. Аҙаҡ уның ата-әсәһе Әлшәй районына күсеп килә. Бында ул ете синыфты тамамлай, Раевка ит комбинатында эшләй. 1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.
       Йәш ҡыҙыл армеецты Көньяҡ Урал пулемет училищеһына уҡырға ебәрәләр. Шуға күрә кесе лейтенант Павел Щербаков 1943 йылдың авгусында фронтҡа эләгә. Үҙәк, I Украина фронттарында фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышта ҡатнаша, Курск дуғаһынан Одерға тиклем юл үтә. Кесе лейтенант башта артиллерия тубы командиры була. Уға немец танкылары менән алышырға тура килә. Фашистар Орел янында һөжүмгә күсә. Павел Щербаков дивизион командиры приказы буйынса үҙенең орудиеһын юлдағы асыҡ позицияға сығара. Тиҙҙән немец танкылары күренә башлай.
       - Нығытмаға! - Щербаков командирға хәбәр бирә. Расчет һуғышсылары блиндажда йәшеренгәс, алдан барған дошман танкыһына снаряд төшә, һәм ут ялмап алған танк тынып ҡала.
       - Иҫәп асылды, дауамы буласаҡ, - тип ҡысҡыра Павел Щербаков, һәм уның орудие расчеты артиллеристары икенсе танкты утҡа тотто. Һуғыш дауам итте. Өҙөлгән сылбыр тәгәрмәсле өсөнсө танк юлда тынып ҡалды... Бурыс үтәлде, дошмандың һөжүме кире ҡағылды. Кесе лейтенант Павел Щербаков Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Ҙур ваҡиға. Әммә уны тиҙҙән тағы бер шатлыҡлы ваҡиға көтә.
       1943 йылдың октябрендә Щербаковты партия сафына алалар. Партия ағзалары-фронтовиктарға берҙән-бер өҫтөнлөк бирелә. Аяуһыҙ һуғышта беренселәрҙән булып һөжүмгә күтәрелергә һәм артыңдан һуғышсыларҙы алып барырға... Щербаков был яңылыҡты ҡатыны менән уртаҡлаша. Уға яҙған хатында былай ти:
       "Ҡәҙерле Люба! Минең шатлығым ҙур. Икенсе орден, тип уйлайһыңмы? Юҡ, әлегә икенсе орден юҡ, ә партия ағзаһы итеп ҡабул иттеләр. Мине ҡотла, был минең тормошомда иң ҙур ваҡиға, беƒƒең илдә партия ағзаһы булыу почетлы бит. Дөрөҫ, был яңы бурыстар өҫтәй. Беҙҙең бәләкәсебеҙ, Таня, атаһының фронтта партия сафына инеүенә ғорурланасаҡ..."
       Павел һеңлеһе Настяға яҙған хатында уҡырға кәңәш бирә.
       "Тормошта һәр аҙым һайын белем кәрәк, шуға күрә мин үткән ваҡытты ҡыуып етергә тырышам. Уҡы, ялҡаулашма. Õàëûº, èëåìëåê - íóð, òèï þººà ûíà œéòìœé áèò".
       Тиҙҙән йәш коммунист Павел Щербаковты уҡсылар батальоны комсоргы итеп тәғәйенләйҙәр. Яңы вазифа уның күңеленә хуш килә. Башлыҡтар ҙа уның менән ҡәнәғәт була.
       - Комсорг Щербаков булған участкала уңышҡа өлгәшелә ине, - тигән майор Быков.
       Григорий Симакин, Щербаков менән бергә хеҙмәт иткән, хәтерләй:
       - Уны хәрби кеше итеп күҙ алдына килтереүе ауыр. Ул көлгән ваҡытта, уның ҡыҙҙар кеүек күк күҙҙәре төҫөн үҙгәртә һәм унан шаян сатҡылар һибелә ине.
       Павел Щербаков дошманға ҡарата аяуһыҙ булды. 1944 йылдың 15 мартында беҙҙең частар Броды ҡалаһы йүнәлешенә юл алып, атыу позицияларында нығынды. Бында Павел Щербаковтың орудие һуғышсылары ла үҙ урынын тапты. Улар фашистарҙың һөжүмен лайыҡлы ҡаршыланы, уны ете тапҡыр кире ҡаҡты һәм бер нисә фашист танкыһын яндырҙы. Был һуғыштан һуң "Советтар йондоҙо" дивизия гәзитендә батальон комсоргы Павел Щербаковҡа арналған шиғыр баҫылды.
       1945 йылдың 12 ғинуарында Германияла уның дивизияһы һөжүм итә башлай. Был һуғышта кесе лейтенант Павел Щербаков батырлыҡ күрһәтә. Беҙҙең алда фронт документы:
       "25-се гвардия уҡсылар полкының уҡсылар полкы комсоргы (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, I Украина фронты) кесе лейтенант Павел Щербаков 1945 йылдың 12-27 ғинуарында һөжүм итеү операцияларында батырлыҡ күрһәтте.
       П.Ф. Щербаковты наградлау ҡағыҙынан: "... Щербаков һуғышсыларҙы һәм офицерҙарҙы батырлыҡҡа һәм командованиеның хәрби бурыстарын үтәүгә дәртләндерҙе. Һуғышсыларҙы шәхси үрнәге менән дошманға ҡаршы һөжүмгә ылыҡтырҙы. Улар ҡул һуғышында дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итте. Скшельчице ауылы һәм Чарна-Нида йылғаһы янында дошмандың 119 һалдат һәм офицерын, 11 бронетранспортерын һәм туғыҙ атыу нөктәһен юҡ итте.
       Щербаков иптәш үҙенең автоматынан ҡул һуғышында 15 немец һалдатын, бер офицерҙы атып үлтерҙе һәм биш немец һалдатын әсирлеккә алды".
       1945 йылдың 10 апрелендә П.Ф. Щербаковҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Фашистарға ҡаршы һуғыш дауам итә. Һәм Павел Щербаковҡа Алтын Йондоҙҙо ҡулына алырға насип булмай. Одер йылғаһы аша сыҡҡандан һуң дивизия һуғышып бер нисә ҡалаға үтеп инә. Әммә фашистар артыҡ ҡыйыу ҡаршы тора. Нейсе йылғаһы аша сыҡҡан ваҡытта йылғаның көнбайыш ярында рус һалдаттары баҫып алған плацдармда ла шулай була. 1945 йылдың 7 мартында Павел Щербаков был плацдарм өсөн аяуһыҙ һуғышта һәләк була.
       Бөгөн Советтар Союзы Геройы Павел Щербаковтың тыуыуына - 85 йыл. Һис шикһеҙ, Әлшәй районы мәктәбе бинаһында урынлашҡан мемориаль таҡта бөгөн сәскәләр менән күмеләсәк. Раевка ҡасабаһында Щербаков урамы бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал