6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Пациенттар дауаханаларға зарлана
27.05.09


       Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән һәм уны алған кешеләрҙе нимә борсой икән? Был сетерекле һорауға Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Координацион советы ағзалары страховкалауñû медицина компаниялары вәкилдәре менән бергә яуап эҙләне.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың беренсе кварталында төрлө инстанцияларға пациенттарҙан 1387 мөрәжәғәт ингән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда өстән бергә күберәк. Хәйер, граждандарҙан ингән мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар һанының артыуы шуның менән аңлатыла: страховкаланыусы хоҡуҡтарын яҡлау системаһының халыҡҡа мәғлүмәт биреү эшмәкәрлеге әүҙемләшкән. Әммә бындай аңлатма, әлбиттә, бер кемде лә ҡәнәғәтләндермәй. Мөрәжәғәттәр һанының артыуы менән бергә нигеҙле ялыуҙар һаны ла арта бит.
       - Пациенттарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен боҙоу буйынса ялыуҙар һаны дөйөм мөрәжәғәттәрҙең 11 процентын тәшкил иткән, уларҙың һаны үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда артҡан - 73-тән 152-гә. Ялыуҙарҙың 62 проценты нигеҙле тип табылды, был үткән йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк, - ти Фидус Ямалетдинов.
       Нигеҙле ялыуҙарҙың 80 проценты дауалау учреждениеларына тура килә - 55 процент йыйған Өфө беренсе урында килә, аҙаҡ - Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй һәм Октябрьский.
       Баш ҡаланың дауалау-профилактика учреждениеларының "ялыу" исемлегенә ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, шулай уҡ 21-се, 13-сө, 18-се һәм 8-се дауаханалар ингән. Ҡала халҡы нәҡ уларҙың исеменә нигеҙле дәғүәләр белдерә. 33-сө поликлиника хеҙмәттәренә лә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар нигеҙле зарлана.
       Фидус Ямалетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, 94 мөрәжәт судҡа тиклем тәртиптә ҡаралған һәм ҡәнәғәтләндерелгән, шуның икеһе матди яҡтан ҡапланған. Суд яҡлауы сиктәрендә дүрт дәғүә ҡаралған, шуның икеһе ҡәнәғәтләндерелгән. Суд дәғүәләрен ҡәнәғәтләндереү буйынса зыянды ҡаплау суммаһы 270280 һум тәшкил иткән.
       108 медицина учреждениеһында БР дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә бушлай медицина ярҙамы биреү шарттары һәм тәртибе мониторингы үткәрелгән. Мониторинг күрһәтеүенсә, башлыса бөтәһе лә тәртиптә. Әммә борсоулы симптомдар ҙа бар.
       - Участковый терапевы, тар белгестәрҙең ҡабул итеүен, инструменталь һәм лаборатор тикшереүҙәр үткәреүƒå, планға ярашлы госпиталгә һалыуҙы көтөү срогы артҡан: бер нисә дауалау-профилактика учреждениеларында улар байтаҡ, - ти Фидус Ямалетдинов.
       Миҫал өсөн, Стәрлетамаҡтың бер нисә поликлиникаһында планға ярашлы дөйөм анализ яһау өсөн бер аҙнанан артыҡ көтөргә кәðәк, ә биохимик анализдарға - ярты ай. Төрлө тикшереү үткәреүгә сират үҙгәреп тора - 55 көндән 10 айға тиклем.
       Мотлаҡ медицина страховкаһы принциптары боҙола: пациенттарҙы инструменталь тикшереү алымдарына, лаборатор анализдарға йүнәлткән ваҡытта, улар йәшәү урыны буйынса поликлиникаларҙа үткәрелмәй, ҡаланың башҡа поликлиникаларында тикшереү үткәреү түләүле. Әммә медицина учреждениеһы законға ярашлы тейешле тикшереү һәм дауалау күләмдәрен ойошторорға тейеш бит, шул иҫәптән башҡа учреждениеларҙа килешеү нигеҙендә. Проблеманы пациенттың үҙенә йөкмәтергә кәрәкмәй.
       - Хәҙерге ваҡытта поликлиникалағы хәлдәр граждандарҙы түләүле медицина ярҙамы алырға йәки ирекле медицина страховкаһы монополистары һатып алырға мәжбүр итә, был мотлаҡ медицина страховкаһы принциптарына тура килмәй, - ти Фидус Ямалетдинов.
       2009 йылда ете мең пациент араһында аноним анкета үткәреү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, óëàðƒû¾ дауалау сифатына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙәре асыҡланған.
       Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшы алып барыла. Һуғышта ҡатнашыусылар уларға күрһәтелгән медицина ярҙамы сифаты менән ҡәнәғәт. Әммә уларҙың биш проценты медицина персоналы яғынан тейешенсә иғтибар булмауға һәм үҙ аҡсаларына дарыу препараттары һатып алыуға ялыу белдергән. Туҡланыу сифатына ла ялыуҙар булған - 12 процент, был үткән йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
       - Мотлаҡ медицина страховкаһында граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау системаһы тотороҡло эшләгәндә республикала мотлаҡ медицина страховкаһы программаһы буйынса медицина ярҙамы өсөн аҡса àëûó, медицина ярҙамында кире ҡағыу, дарыуҙар менән насар тәьмин итеү кеүек етди мәсьәләләр дауалау учреждениеларында ҡаралырға һәм хәл ителергә тейеш, - тип белдерҙе Фидус Ямалетдинов.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал