6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

"Варяг" крейсерында беҙҙең кеше
26.05.09


       Беҙ легендар "Варяг" крейсеры яҙмышы тураһында күп белмәйбеҙ. Күптәр өсөн уның тарихы һәләкәтле, йырҙа йырланған батырлыҡ менән тамамлана:
       Иштәштәр, бөтәгеҙ ҙә юғарыға,
       Бөтәгеҙ ҙә урындарға!
       Һуңғы парад килә...
       Ғорур "Варяг" дошманға бирешмәй,
       Бер кем дә аяу белмәй!
       "Варяг" крейсеры командаһы геройҙары араһында Стәрлетамаҡтан кочегар Михаил Сергеевич Касьянов (1877-1963) ҡыйыу көрәште. 1904 йылда Чемульпо янындағы һуңғы көрәштә ул күрһәткән батырлығы өсөн Георгий тәреһе менән наградлана. Тотҡонлоҡтан һуң тыуған яғына ҡайта (әйткәндәй, "БАШвестЪ" уҡыусыларына уның тураһында һөйләгән инек). Әммә ул крейсерҙың артабаíғы яҙмышы тураһында белмәй. Баҡһаң, был турала "Варяг" крейсåрынан тәүге мәҡәлә машинисы Белореттан Федор Николаевич Сызранкин белә икән. Һуңғы йылдарҙа ул Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән. Элекке эшсе 1970 йылға тиклем ғилми-тикшеренеү институтында эксперименталь ҡойоу производствоһын етәкләгән, ике тапҡыр Сталин премияһына лайыҡ булған. Тикшеренеүсе Николай Дмитриевич Арсенин 20 йыл дауамында легендар "Варяг" крейсеры тарихы менән шөғөлләнгән. 1976 йылда "Варяг" партия ячейкаһының элекке секретары Ф.Н. Сызранкиндың Мәскәүҙә йәшәүе тураһында белә. Әммә ул өйҙә булмай сыға, Мәскәү өлкәһе Кратов ҡасабаһында ял итергә киткән була. Тарихсы унда бара, Федор Николаевич менән осраша. Ғәжәпкә ҡала: 1976 йылдың майында уға 90 йәш була, әммә уға шунса йәште биреп булмай. Хәрәкәтсән, күҙҙәре теремек, тауышында ҡартлыҡ һиҙелмәй, тик насар ишетә. Быға йәш сәбәп түгел, ә унар йыл ҡойоу цехында эшләү, "Варяг"та машинист булып хеҙмәт итеү осоро сәбәп булып тора.
       Ф.Н. Сызранкин Н.Д. Арсенин менән әңгәмәһендә "Варяг", замана, үҙе тураһында һөйләгән.
       Федор Николаевич 1886 йылдың 26 майында (иҫке стиль менән) Âåðõíåóралüñêèé өйәҙе Белоретта эшсе ғаиләһендә тыуған. 13 йәшлек үҫмер уҡыусы булып металлургия заводына инә, ҡойоусы специальносы ала. Бында 1902 йылда тыйылған марксистик түңәрәккә инә, уның менән Белореттан революционер Василий Косоротов етәкселек иткән була. 1905 йылда Белоретта РСДРП комитеты ойошторола. Уның ҡарары буйынса Федор Николаевич ойошторолған хәрби дружина етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Дружина ағзалары эшсе митингыларын, йыйылыштарҙы һаҡлай. Улар шулай уҡ завод эшселәренең йәшерен йыйылыштарын һаҡлаған, унда Яков Свердлов сығыш яһаған. Полиция Сызранкиндың революцион эше тураһында һиҙенгән, администрация заводтан эштән сығарған. Әммә ҡулға алыуға тиклем барып етмәгән. 1907 йылдың ноябрендә Федор Сызранкин хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Балтик флотына алына. Уның артынан уҡ хәбәр ителә. Белорет өйәҙе жандарм  идаралығы начальнигы 1908 йылдың 16 ғинуарынан 432-се һанлы Петербургҡа хатында хәбәр итә: "Балтик флоты хеҙмәтенә ҡабул ителгән Федор Сызранкин хеҙмәткә алынғанға тиклем сәйәси йөкмәткеле брошюралар һәм листовкалар таратыу һәм йәшерен йыйылыштарҙа ҡатнашыу һәләтенә эйә, ул сәйәси ышанысһыҙлыҡ күрһәтте".
       "Украина" хәрби карабында, унда Федор Николаевич ҡабул ителә, сәйәси ячейка эшләй, ул мина отрядының башҡа кораблдәренең большевиктар төркөмө менән бәйләнештә була. Сызранкин революцион хәрәкәткә инә һәм моряктар араһында листовкалар, прокламациялар һәм тыйылған әҙәбиәт тарата. Был хәрби хеҙмәттән һуң да, 1912 йылда Белоретта ҡойоу цехында ҡалыпҡа һалыусы булып эшләгәндә лә дауам итә.
       Беренсе донъя һуғышы башлана. Ф.Н. Сызранкинды хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул күпмелер ваҡыт Ҡара диңгеҙҙә, Севостополдә хеҙмәт итә. Һуңынан уны Петроградҡа күсерәләр һәм "Варяг" крейсерын комплектлау өсөн тәғәйенләнгән дүртенсе машина ротаһына ҡабул итәләр. Шунда уҡ күптәрҙә аптыраулы һорау тыуа. Крейсер ҡайҙан килеп сыҡҡан? Уны команда батырҙы һәм ул диңгеҙ төбөнә китте бит. Бөтәһе лә дөрөҫ. Баҡтиһәң, япондар 1905 йылда "Варяг"ты күтәргән, ремонтлаған, ә һуңынан 1916 йылда батша хөкүмәтенә һатҡан. Крейсер Владивостокта булған, әммә Мурманск портын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Владивостокка килгән матростар, улар араһында Сызранкин булған, команданы тулыландырған. Өс ай дауамында "Варяг"ты ремонтлағандар. Һуңынан Владивостоктан Мурманскиға тиклем йөҙөү биш ай дауам иткән. Был ваҡытта Сызранкиндың әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында РСДРП-ның конспирацияланған судно комитеты ойошторола, уның менән етœкселек итеү Ф.Н. Сызранкинға йөкмәтелә. Мурманскиҙа ул подпольщиктар менән бәйләнешкә инә, улар араһында уға яҡшы таныш булған һөргөнсө, һуңғараҡ 26 Баку комиссарҙарының береһе Владимир Полухин була. Тиҙҙән "Варяг" корабле командиры Британия утрауҙарына курс алыу буйынса диңгеҙ штабы приказы ала, унда Ливерпулдә капиталь ремонт үтергә тейеш була. Юлда февраль революцияһы тураһында ишетәләр. 1917 йылдың 1 майында Ливерпулдә "Варяг" матростары ығы-зығы күтәрә. 400-ләп кеше ҡыҙыл флагтар күтәреп ярға сыға һәм демонстрация үткәрә. Демонстрацияла ҡатнашыусылар алдынан секретарь Ф.Н. Сызранкин етәкселегендә партия ячейкаһы ағзалары бара. Тыныс демонстрацияны полиция ҡыуа, әүҙем матростарҙы, шул иҫәптән беҙҙең яҡташты ҡулға алалар, әммә тиҙҙән азат итәләр.
       1918 йылда Ф.Н. Сызранкин яңынан Белоретҡа ҡайта. Ревком рәйесе Павел Точисский уны Дутов отрядтары менән көрәшкән Белорет ҡыҙыл гвардия отряды командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Һуңынан аҡ чехтар менән һуғыш була. 1918 йылдың август-сентябрендә Белоретта ойошторолған ун меңлек партизан армияһы маршал Василий Блюхер командàëûûíäà Ҡыҙыл Армияның даими частары менән берләшеү маҡсатында дошмандың 1,5 мең километр алыҫлыҡта урынлашҡан тылдары буйынса рейдҡа сыға. Был ҡаһарман рейдта Федор Сызранкин полкыларҙың береһендә командир урынбаҫары була. Граждандар һуғышынан һуң ул Белорет округû Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй, VIII Бөтә Рәсәй Советтар съезы делегаты була, В.И. Ленин менән осраша. "Революция һалдаттары" тигән китапта ул үҙенең тормошо һәм юлбашсы менән осрашыуы тураһында һөйләп өлгөрә. Үкенесле, күп ветерандар быны эшләп өлгөрмәй.
       Федор Николаевич Юғары профсоюз хәрәкәте мәктәбен тамамлағандан һуң 1937-1955 йылдарҙа Ауыр машиналар эшләү үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының ҡойоу цехы начальнигы булып эшләй. 1941 йылда институттың ғилми хеҙмәткәрҙәре станок артына баҫа. Федор Николаевич көрәшеүсе баш ҡала, ил өсөн һуғыш кәрәк-яраҡтарын сығарыу темпын арттырыу буйынса заводтарҙа производствоны үҙгәртеп ҡороу тураһында уйлана. Һуғыш припастарын етештереүҙә яңы технология эшләгәне өсөн ул 1943 йылда беренсе дәрәжә Сталин премияһы менән наградлана. 1950 йылда ниндәй ҡаҙаныштары өсөн өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы менән бүләкләнә šó¾? Был сер булып ҡала. Шуныһы билдәле, 1943 йылда Сызранкин бөтә премияһын Балтик флоты корабле төҙөлөшөнә тапшыра. "Белорет ҡалаһының почетлы гражданы Ф.Н. Сызранкин балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә ярҙам иткән, ун мең һум (ул ваҡытта ҙур аҡса һаналған) тапшырған", тип яҙа "Советская Башкирия" гәзите. Федор Николаевич 16 йыл рәттән (1947 йылдан 1963 йылға тиклем) Мәскәү Советы депутаты итеп һайлана. Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградалана.
       "Варяг" крейсеры тураһында күп һүҙҙәр йөрөй. Инглиздар баҫып алған кораблде немец һыу аҫты кәмәһе икенсе портҡа сыҡҡан ваҡытта батыра. Әммә, баҡтиһәң, 1918 йылдың 13 июнендә корабль Англияның бер бухтаһында торған. Бынан крейсерҙы Шотландияға үтилләштереүгә оҙатҡандар. Әммә óë Шотландия ярына 500 метр åòìœé һыу аҫтындағы ташҡа ултыра. 1924 йылдың көҙөндә кораблде күтәреүҙән баш тартыу һәм уны урында, диңгеҙҙә киҫеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. "Варяг" крейсеры бында ла үҙенең характерын күрһәтә. Уның биографияһының һуңғы бите 1925 йылда тамамлана. Әле "Варяг" ракета-крейсеры диңгеҙ-океандарҙа хеҙмәт итә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал