6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

БДИ-ға әҙерме?
26.05.09


       Илдең бөтә мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Мәктәпте тамамлаусылар бер аҙ тын алып ҡалғандыр һәм шатлыҡлы һәм бер үк ваҡытта моңһоу ваҡиғаны билдәләгәндер, тигән өмөттәбеҙ. Ә хәҙер күңел асыуҙарҙы онотоп торорға ваҡыт, киләсәк тураһында етди уйланырға кәрәк бит. Имтихандар ваҡыты етте..
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 11-се синыфты тамамлаусылар бөтәһе лә Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Мәктәп уҡыусыларынû¾ йомғаҡлау аттестацияһы формаһы штаттағы режимға инде. Һәр уҡыусы ике мотлаҡ имтихан - рус теле һәм математика - бирергә тейеш. Мәктәп программаһының башҡа предметтарын БДИ формаһында биреү мәсьәләһен һәр уҡыусы үҙе хәл итә.
       РФ Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылда мәктәпте тамамлаясаҡ 930 мең, һәм үткән йылда мәктәпте тамамлаған йөҙ мең тирәһе уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Йәмғеһе 3,8 миллион имтихан тапшырыласаҡ. Тимәк, һәр уҡыусы уртаса 3-4 яҙма тест яҙасаҡ.
       Беҙҙең республикала быйыл 11-се синыфты тамамлаясаҡ 29992 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Уларҙың күбеһе мотлаҡ ике предметтан тыш өҫтәмә ике предмет һайлаған. Өҫтәүенә һайлап алыу буйынса йәмғиәт белеме иң популяр предмет булған. Мәктәпте тамамлаусыларҙың 47 проценты уны тапшырырға ҡарар иткән. Ун беренсе синыф уҡыусылары шулай уҡ физика, биология, тарих, химия һәм информатикаға өҫтөнлөк биргән.
       Башта мәктәпте тамамлаусылар предметтар һайлап алыу буйынса тейешле ғаризаны 1 мартҡа тиклем бирергә тейеш ине. Әммә дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙы БДИ һөҙөмтәләре буйынса ҡабул итергә тейешлеге тураһында приказ һуңлап сыҡҡас, ғариза биреү срогы 7 апрелгә тиклем оҙайтылды.
       Күптән түгел, 14 майҙа, Рособрнадзор яңы приказ сығарҙы, унда 11-се синыфты тамамлаусыларға заявка бирергә һәм икенсе тулҡында (7 июлдән 17-һенә тиклем) өс предмет буйынса БДИ бирергә рөхсәт ителә. Әммә улар, юғары балл алыу өсөн, өҫтәмә һайлап алынған Берҙәм дәүләт имтиханын ҡайтанан тапшыра алмаясаҡ.
       Мәктәпте тамамлаусылар икенсе тулҡын имтихандарын ҡайҙа тапшырасаҡ: юғары уҡыу йорттарында йәки БДИ тапшырыу пункттарында - быныһын һәр төбәк үҙе һайлай. Ғаризалар 20 июндән ҡалмай ҡабул ителә башларға һәм 5 июлдә тамамланырға тейеш. Ғаризаны юғары уҡыу йортона йәки мәғариф идаралығының төбәк йәки муниципаль органына бирергә кәрәк.
       Ағымдағы йылда берҙәм дәүләт имтихандарында йәмәғәт күҙәтеүселәренең ҡатнашыуы тағы бер яңылыҡ булып тора. Мәғариф идаралыҡтары, киң мәғлүмәт саралары, төбәк йәмәғәт берекмәләре һәм депутат корпусы вәкилдәре, һәм хатта уҡыусыларҙың ата-әсәләре йәмәғәт күҙәтеүселәре була ала.
       Информатика һәм биология буйынса тәүге имтихандар бөгөн була. Рус теле буйынса мотлаҡ берҙәм дәүләт имтиханы - 29 майƒа, математика буйынса 4 июндә үтә. 1 июндә - география һәм әҙәбиәт буйынса, 8 июндә - сит телдәр буйынса, 11 июндә - йәмғиәт белеме һәм химия буйынса, ә 15 июндә тарих һәм физика буйынса имтихандар үтә.
       Кисерерлек сәбәптәр буйынса берҙәм дәүләт имтихандарын билдәләнгән ваҡытта тапшыра алмағандар өсөн резервтағы көндәр ҡаралған. 11 июндә - рус телен, 15 июндә - математиканы, 18 июндә - сит телдәрҙе, йәмғиәт белемен, биология һәм физиканы, 19 июндә география, химия, әҙәбиәт, тарих һәм информатиканы биреп буласаҡ.
       Ағымдағы йылда берҙәм дәүләт имтихандары үткәреү пункттары республиканың 129 урта уҡыу йортонда ойошторолған. Улар 29 майҙан 4 июнгә тиклем (ике мотлаҡ имтихан тапшырғанда) эшләйәсәк. Ҡалған көндәрҙә берҙәм дәүләт имтихандары үткәреүҙә 70 пункт эшләйәсәк.
       Бөтә предметтар буйынса бåрҙәм дәүләт имтихандары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана. Раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы, математика, әҙәбиәт һәм информатика буйынса бåрҙәм дәүләт имтихандары - дүрт сәғәт, физика, тарих, йәмғиәт белеме - 3,5 сәғәт, рус теле, биология, география һәм химия - өсәр сәғәт, ә сит телдәр буйынса бåрҙәм дәүләт имтихандары 160 минут дауам итә.
       Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында ойоштороусыларҙың талаптарын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Һөйләшеү, рөхсәтһеҙ урындан тороу, күсеп ултырыу, башҡа уҡыусылар менән теләһә ниндәй материалдар һәм предметтар алмашыу, мобиль телефондары һәм башҡа элемтә саралары менән файҙаланыу, оҙатыуһыҙ кабинеттан сығыу тыйыла. Әгәр кем дә булһа был ҡағиҙәләрҙе боҙһа, ойоштороусыларҙың уны имтихандан сығарып ебәрергә хоҡуғы бар.
       Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре тикшерелгәс, мәктәпте тамамлаусыларға сертификат бирәләр, унда уҡыусы йыйған балл һаны күрһәтелә. Иң күбе 100 балл алып була. Ìœêòœï óºûóñûëàðûíû¾ Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙарының Берҙәм дәүләт имтихандарыí тапшырыу тураһында сертификаттарында нәҡ шунса балл күрһәтелгән була.
       Һәр уҡыусының имтихан көнөндә БДИ үткәреү процедураһын боҙоуҙар, имтихан һөҙөмтәләрен рәсми иғлан иткәндән һуң ике эш көнө дауамында ҡуйылған балдар менән килешмәү тураһында апелляцияға бирергә хоҡуғы бар.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал