6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

"Зебра" хаҡты арттыра
26.05.09


       Йәйәүлеләрҙе тейешле урындарҙа (зебрала) үткәрмәгән водителдәргә штраф күләме арттырылды. 23 майҙа административ кодексына индерелгән төҙәтмәләр көсөнә инде, уға ярашлы хәҙер был боҙоу ун тапҡырға ҡиммәтләнде - 100 һум түгел, ә 1000 һум. Дөрөҫөрәге, 800-ҙән 1000 һумға тиклем.
       Практика күрһәтеүенсә, бындай эш итеү алымы һөҙөмтәле. Миҫал өсөн, хәүефһеҙлек ҡайышын алайыҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың ғинуарынан штраф күләме биш тапҡырға артты - 100 һумдан 500-гә тиклем - водителдәр һәм пассажирҙарҙың 98 проценты ҡайыш менән ҡаптыра башланы.
       "Зебра" менән дә шулай булырға тейеш, тип һанай закон сығарыусылар. Әлегә бындағы картина күңелһеҙ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү департаменты күрһәткестәре буйынса, зыян күреүселәр ìåíœí аварияëàð рейтингында йәйәүлеләргә барып менеүҙәр беренсе урынды биләй. Үткән йылда уларҙың һаны бөтә юл-транспорт ваҡиғаларының 40 процентын тәшкил иткән - 82,5 мең. Был аварияларҙа 10,5 мең кеше һәләк булған, 77 мең кеше йәрәхәтләнгән. Өҫтәүенә һәр алтынсы барып менеүҙәр "зебра"ла булған.
       Республиканың дәүләт автомобиль инспекцияһын йәйәүлеләр ҡатнашлығында аварияларҙың артыуы борсой. Әйткәндәй, ни өсөн Башҡортостанда, һәм айырыуса Өфөлә, водителдәр йәйәүлеләрҙе һанға һуҡмай. Күршеләрҙе - Һамар, Түбәнге Новгородты, шул уҡ Стәрлетамаҡты алып ҡарайыҡ: водителдәр йәйәүлеләр сығыр алдынан тиҙлекте кәметергә һәм "зебра"ла бер кеше торғанда ла машинаның хәрәкәтен аҡрынайта төшөргә күптән өйрәнгән. Рәсәй юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 14,1 пункты былай ти: водитель тәртипкә һалынмаған үткәүел буйынса сыҡҡан йәйәүлеләргә юл бирергә тейеш. Аҙаҡ, 14,2 пунктында былай тиелә: тәртипкә һалынмаған үткәүел алдында транспорт средстволары хәрәкәте туҡталһа йәки аҡрынайһа, күрше һыҙат буйынса килгән машиналар, күрһәтелгән транспорт средствоһы алдында йәйәүлеләрҙең юҡлығын күргәс, хәрәкәт итеүҙе дауам итә ала. Әйтергә кәрәк, юлдарҙа "зебра" һыҙылған урындарҙан тыш, "йәйәүлеләр үткәүеле" билдәһе ҡуйылған юл участогы ла (буйлы-буйлы билдә булмаһа ла) тәртипкә һалынмаған йәйәүлеләр үткәүеле булып һанала. Бынан тыш, тәртипкә һалынмаған үткәүелдә йәйәүлеләргә барып менеү осрағы булһа, һәр ваҡыт водитель ғәйепле тип таныла.
       Әммә йәйәүлеләрҙе лә маҡтарға ашыҡмайыҡ. Улар араһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусылар юҡ түгел. Шулай итеп, үткән йылда, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүåфһеҙлеген тәьмин итеү департаменты күрһәткестәренә ҡарағанда, уларҙың ғәйебе буйынса 39 мең авария булған, унда алты меңдән ашыу кеше үлгән. Юл-транспорт ваҡиғаларының өстән икеһе тейеш булмаған урындарҙа сығыу арҡаһында булған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың дүрт айында þë-транспорт ваҡиғаларының биштән бер өлөшө (1073-төң 226-һы) йәйәүлеләр ғәйебе буйынса булған. Бындай аварияларҙа 20 кеше һәләк булған һәм 212 кеше йәрәхәтләнгән. Әйтергә кәрәк, аҡыл менән эш итмәгән йәйәүләләр ҙә 200 һум штраф түләйәсәк.
       Өфө буйынса Эске эштәр идаралығының ЮХХДИ бүлеге секретары Зөһрә Рәхмәтуллина һүҙҙәренә ҡарағанда, тиҙҙән баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы "Йәйәүле" операцияһы үткәрәсәк, уның барышында йәйәүлеләр үткәүелдәрендәге хәлгә иғтибар көсәйәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал