6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Яғыулыҡ-энергетика комплексы

Көрсөккә ҡарамай
25.05.09


       Көрсөк ваҡытында яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары һәм белгестәрå нимә менән шөғөлләнә икән? Был хаҡта уйланғанығыҙ булдымы? Улар 26-29 майҙа Өфөлә үтәсәк Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресына һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" XVII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһенә әҙерләнә.
       Нефть һәм газ сәнәғәтселәре конгресы - ул Рәсәйҙә яғыулыҡ-энергетика өлкәһендәге иң күләмле сараларҙың береһе. Унда яғыулыҡ-энергетика комплексы белгестәре, ватан фәне, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары вәкилдәре, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары ҡатнаша.
       1993 йылда нигеҙ һалынған "Газ. Нефть. Технологиялар" күргәҙмәһе йылдан-йылға ойошторола. Күргәҙмә проекты нефть химияһы тармағы "яңылыҡтарын" күрһәтеү өсөн эшлекле майҙансыҡ булып тора.
       Ни өсөн бындай саралар Башҡортостанда үткәрелә һуң? Республика фәнни һәм производство потенциалына бай. Сер түгел, Башҡортостанда нефть һәм газ сәнәғәтенең бөтә структуралары (геология, быраулау, нефть табыу, нефть эшкәртеү, транспортты индереп) бар тиерлек, ә алдынғы ғилми-тикшеренеү институттары (һәм Рәсәйҙә иң эре нефть юғары уҡыу йорто) тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡыҫҡаһы, республика предприятиелары һәм белгестәренең күрһәтер уңыштары бар. Бындай нефть һәм газ форумы республиканың "визит карточкаһы"на әүерелде.
       Экспофорумдың программаһына килгәндә, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов һүҙҙәренә ҡарағанда, 26 майҙа 14 сәғәттә Конгресс-холл бинаһында конгрестың пленар ултырышы асыла, унда 600-ләп кеше ҡатнаша. Ултырыштың темаһы - "Рәсәйҙең нефть һәм газ тармағы - көрсөктө еңеү юлдары". Конгреста ҡатнашыусылар ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса фекер алышасаҡ, үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк. Докладсылар үҙҙәренең сығышында юғары һөҙөмтәле технологиялар индереү буйынса практик тәҡдимдәрҙән тыш, нефть һәм газ тармағын модернизациялау һәм үҫтереү буйынса аныҡ саралар сағылдырасаҡ.
       Сергей Ефремов һүҙҙәренә ҡарағанда, ағымдағы йылда 20 доклад тыңланыласаҡ. Әлбиттә, пленар өлөшөндә бөтәһен дә тыңлау мөмкин түгел. Шуға күрә көрсөктән сығыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр индергән докладтар Конгресс резолюцияһын әҙерләгәндә иҫәпкә алынасаҡ һәм дөйөмләштереләсәк, йәки киләһе көнгә секция ултырыштарына күсереләсәк.
       Әйтергә кәрәк, сығыш яһаусылар араһында БДБ илдәренән дә делегация бар. Белорусь Республикаһы (уларҙың ҡатнашыуы БР һәм Белоруссия Фәндәр академиялары араһында килешеүҙәр төҙөүгә бәйле), Якутия, Дағстан, Ҡазағстан вәкилдәре доклад менән сығыш яһаясаҡ. "БР Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Әсхәт Ғүмәров фекеренсә, бындай ҡатнашыусылар һәм уларҙың  сығышы тотош нефть һәм газ тармағын үҫтереү өсөн үтә лә файҙалы. Бынан тыш, Вьетнам вәкилдәре, шулай уҡ Индонезия илсеһе ҡатнашыуы көтөлә. Билдәле булыуынса, был илдәр нефть эшкәртеү өлкәһендә ҙур потенциалға эйә.
       26 майҙа конгресс сиктәрендә алты секция эшләйәсәк.
       - 25-26 майҙа Краснодарҙа бәләкәй һәм урта бизнес форумы үтә, һәм беҙҙең республика унда ҡатнаша, - ти Сергей Ефремов.
       - Башҡортостан "Рәсәй бәләкәй һәм урта бизнес көндәре"ндә стенд ойоштора, ә был шулай уҡ средстволар һәм кешеләрҙе йүнәлтеү. Һәм башта (экспофорумды ойоштороу алдынан) сығымдарҙы кәметеү тураһында уйлаған инек. Әммә, белгестәр был сараға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауына һәм уның республика өсөн мөһимлегенә инанғас, күргәҙмәгә сығымдарҙы кәметмәҫкә булдыҡ.
       "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" халыҡ-ара күргәҙмәһе иртәгә, конгресс менән бер үк көндө Спорт һарайында асыла. "Башҡортостан күргәҙмәләр комплексы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл, көрсөккә ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар һаны кәмемәй. 300-ҙән ашыу төрлө йүнәлештәге компаниялар ҡатнашыу тураһында белдергән. Улар араһында Нижегородка, Һамар, Свердловск, Омск, Ростов, Владимир өлкәләре, Татарстан, Коми һәм Удмурт республикалары бар. Швейцария, Чехия, Германия фирмалары үҙҙәренең проекттары һәм фәнни-техник эшләнмәләре менән таныштырасаҡ. Башҡортостандан 120 предприятие ҡатнаша.
       - Быйылғы күргәҙмә һәм конгресс республика тормошонда хаҡлы рәүештә лайыҡлы ваҡиғалар буласаҡ һәм илдең яғыулыҡ-энергетика комплексын артабан үҫтереүҙә хеҙмәт итәсәк, - ти ойоштороусылар.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал