6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Акциялар

Кирилл һәм Мефодийға хөрмәт - йырҙарҙа һәм уҡыуҙарҙа
25.05.09


       24 майҙа Рәсәйҙә һәм башҡа славян илдәрендә Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө билдәләнде. Ул славян әлифбаһын булдырған мәғрифәтселәр һәм христиан динен таратыусылар бөйөк Кирилл һәм Мефодий иҫтәлегенә арналды.
       Башҡортостандағы төп сараларға килгәндә, 21-24 майҙа Краснокама районы Николо-Березовка ауылында байрам үтте. 23 майҙа Өфө районы Красный Яр ауылында боронғо рус йырҙарының XVIII фольклор байрамы үткәрелде. Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөлә славян халûҡòàðûның мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән әҙәби-музыкаль кисәләр, "түңәрәк өҫтәл"дәр ойошторолдо, күргәҙмәләр асылды. 25 майҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Шаляпин залында һәм 26 майҙа Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында хор дини музыка концерты була.
       Халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы һаҡлана һәм ул йырҙарҙа ғына түгел, әммә нәфис һүҙҙә лә быуындан-быуынға тапшырылып килә. 26 майҙа Михаил Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында үтәсәк III Кирилл-Мефодий уҡыуҙары славян телдәрен һаҡлау мәсьәләләренә арнала.
       - 2007 йылда Кирилл-Мефодий уҡыуҙарын үткәреү инициативаһы менән беҙ БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығына мөрәжәғәт иттек, унда беҙҙең тәҡдимде хупланылар. Һәм ошо уҡ йылда Урал-Волга буйы төбәгендә Кирилл-Мефодий уҡыуҙары тәүге тапҡыр ойошторолдо, - ти Өфө филиалының рус һәм сит ил филологияһы кафедраһы мөдире Юлия Сиренко.
       Ойоштороусылар билдәләүенсә, юғары уҡыу йортонда Кирилл-Мефодий уҡыуҙарын үткәреү матур традицияға әүерелде, ул славян халыҡтарының мәҙәниәтен үҫтерергә булышлыҡ итә. Рус, украин һәм белорус халҡының тел һәм рухи яҡынлығы белдереүҙәр һәм докладтарҙың төп темаһы булып тора, уларҙы уҡытыусылар һәм студенттар Кирилл-Мефодий уҡыуҙарына махсус әҙерләй. Сара сиктәрендә рус мәҙәниәте традицияларын һаҡлау проблемалары тикшерелә, милли характер үҙенсәлектәренә арналған тикшеренеү эштәре менән таныштырыу ойошторола.
       - Кирилл-Мефодий уҡыуҙарына әҙерлек бөтә уҡыу йылы дауамында алып барыла, - тип һүҙен дауам итә Юлия Сиренко. - Һәм был процесс төп белем биреү программаһы сиктәрендә үтә. Беҙ рус, туған (рус, башҡорт, татар, украин) һәм сит телдәргә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Бөтә специальность студенттары "Рус теле (дәүләт теле булараҡ)", "Рус теле (туған тел булараҡ"), "Аралашыу һәм үҙ-ара аңлашыу мәҙәниәте" кеүек дисциплиналар өйрәнә. Бынан тыш уҡыу планына "Рус теле һәм телмәр мәҙәниәте" дисциплинаһы ингән һәм студенттарҙың белем кимәлен билдәләү өсөн йылына ике тапҡыр ректор диктанттары үткәрелә. Рус теле буйынса белем сифатын күтәрергә теләүселәр өсөн ун сәғәтлек "Фраза" компьютер программаһы ҡаралған. Бынан тыш, филиал - Рәсәйҙә бюджет нигеҙендә студенттарға "Рус теле һәм әҙәбиәте" специальносы буйынса өҫтәмә "Украин теле" специальносы биргән берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Филиалда уҡыған дәүерҙә филологтар поляк теле серҙәренә төшөнә.
       Юлия Сиренко һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө филиалы базаһында славян мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса методик үҙәк ойошторолған. Был үҙәк ярҙамы менән Башҡортостанда йәшәгән славян халыҡтарының тарихи, фольклор, этнологик, тел мираҫын тикшереү буйынса эш әүҙемләшкән. Бында йыл дауамында славян мәҙәниәте, дини музыка фестивалдәре, милли мәктәп уҡытыусылары өсөн уҡыу семинарҙары үткәрелә. Славян мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса үҙәк үткәргән ғилми тикшеренеү БР атласына ингән.
       - Кирилл-Мефодий уҡыуҙары төбәк статусына эйә, һәм йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта, - ти Юлия Сиренко. - Уның сиктәрендә студенттарҙың "Беҙ славян донъяһында" тигән вуз-ара конференцияһы үтә. Унда филиал студенттарынан тыш, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт сервис институты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, шулай уҡ ҡаланың урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша.
       Юлия Сиренко билдәләүенсә, быйылғы Кирилл-Мефодий уҡыуҙары Николай Гоголдең тыуыуына 200 йыллығына һәм Тарас Шевченконың 195 йыллығына арнала. Сара сиктәрендә "Гоголь: классик һәм замандаш" тигән секция эшләйәсәк һәм китап күргәҙмәһе асыласаҡ. Филиал студенттары һәм "Злагода" украин йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары Елена Хәйруллина етәкселегендә Гоголь әҫәрҙәре буйынса œƒåðëœíãœí спектаклдәрҙән ("Раштыуа алдынан төн" - украин телендә һәм "Май төнө" - рус телендә) өҙөктәр күрһәтәсәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал