6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

"Башҡорт халҡының тарихы" өҫтөндә эш
25.05.09


       Үткән йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты "Башҡорт халҡының тарихы" тип аталған ете томлыҡ китап яҙыуҙа конкурста еңеп сыҡты. Институт хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ эшкә тотондо. Улар Рәсәй һәм сит илдәрҙең 77 ҡалаһында материалдар йыйыу буйынса киң күләмдә тикшеренеү эштәре үткәрҙе һәм ете китап нәшер итте, улар ете томды яҙған ваҡытта файҙаланыласаҡ.
       Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәрипов ете томлыҡ китаптың ғилми етәксеһе һәм баш мөхәррире итеп һайланды. Š¼ƒ - óà.
       - Беҙ әлегә тиклем академик кимәлдә яҙылған башҡорт халҡының капиталь тарихына эйә түгелбеҙ, - ти Марат Мәхмүт улы. - Башҡортостан тарихы буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре һәм документаль йыйынтыҡтар нәшер ителеүенә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлә улар тулы картина тәшкил итмәй. Һәм тағы бер сәбәп: үкенескә ҡаршы, күп аспекттар, проблемалар, тарихè ваҡиғалар бәхәсле булып ҡала, улар боҙоп күрһәтеүгә дусар ителә, уларға баһа биреп еткерелмәй. Былар бөтәһе лә ҙур хеҙмәт өҫтөндә эшләргә мәжбүр итә.
       Марат Ҡолшәрипов һүҙҙәренә ҡарағанда, "Башҡорт халҡының тарихы" томдары хронологик тәртиптә төҙөләсәк. Беренсе том башҡорт халҡының боронғо ваҡыттан беҙҙең эраға тиклем дүртенсе быуатҡаса тарихын үҙ эсенә аласаҡ. Дүртенсе быуатта халыҡтарҙың күпләп күсеп ултырыуы башлана, Көньяҡ Уралдың этник картаһы ныҡлап үҙгәрә, шуға күрә ошо ваҡытлыса һыҙат алынған. Икенсе том - бишенсе быуаттан 16 быуат уртаһына тиклем, йәғни, халыҡтарҙың күпләп күсеп ултырыуынан башлап, Башҡортостандың Рәсәй составына ºóøûëûóûíà тиклем. Өсөнсө томда 16-18 быуаттарҙа башҡорттарҙың тарихы бирелә, дүртенсе томда - 19 быуат таðèõû, бишенсе томда - 1900-1940 йылдар òàðèõû, алтынсы томда - 1941-1985 йылдар òàðèõû, етенсе томда - яңы тарих (1985 йылдан үҙгәртеп ҡороуҙан хәҙерге ваҡытҡа тиклем).
       - "Башҡорт халҡының тарихы" тарихсыларҙың ғына түгел, әммә филологтарҙың, философтарҙың, тел ғалимдарының, социологтарҙың, иҡтисадсыларҙың, географтарҙың һәм башҡа белгестәрҙең дә хеҙмәте ул, - тип билдәләй Марат Ҡолшәрипов. - Тарихтың бөтә аспекттарын сағылдырыу өсөн, беҙ дисциплинар-ара ҡараш менән етәкселек итәсәкбеҙ. Милләт-ара һәм конфессия-ара үҙ-ара эш итеүгә ҙур иғтибар бүленәсәк.
       Китапты яҙған ваҡытта Башҡортостан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, шулай уҡ Ҡазағстан, Үзбәкстан, Венгрия, Төркиә, Германиянан ширҡиәтсе ғалимäàð һәм төркиәтселәрҙең ғилми тикшеренеүҙәренән яңы мәғлүмәттәр файҙаланыласаҡ.
       - Был республика өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған уникаль хеҙмәт буласаҡ, - тип һанай БР Президенты ҡарамағындағы мәғлүмәт сәйәсәте буйынса дәүләт советнигы Гөлдәр Камалова. - Унда башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү өсөн баһалап бөткөһөҙ материал бирелә.
       Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре "Башҡорт халҡының тарихы"н яҙыу буйынса эште үткән йылда башлаàн, ә әҙерлек эштәре алдараҡ башланàí. Ете томды 2012 йылға тиклем сығарыу планлаштырыла. Беренсе том быйыл донъя күрәсәк.
       - Башҡорт халҡы тарихының дөйөм концепцияһын эшләнек, - ти Марат Ҡолшәрипов. - Һәр том буйынса үҙ концепцияһы эшләнелде, һәм китаптарҙы яҙыу планы төҙөлдө. Улар бөтәһе лә һынау үтте, беҙ уларҙы башҡа ҡалалағы ғалимдарға рецензияға ебәрҙек, уларҙың иҫкәрмәләре иҫәпкә алынды. Бәхәс тыуҙырған һорауҙарҙы "Áашҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнографияëà һәм антропологияëà Åâðàçèÿ ôåíîìåíû" òèãœí Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә хәл итәсәкбеҙ.
       Сара 27 майҙан 29-на тиклем Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы базаһында үтә. Конференцияла Өфө һәм республиканың башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ Төмән, Екатеринбург, Силәбе һәм Ырымбурҙан 150-нән ашыу ғалим ҡатнашасаҡ.
       - Ғилми конференция "Башҡорт халҡының тарихы"н яҙыуҙа әҙерлек эшенең бер этабы булып тора, - ти Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамèтдинова. - Ул Сибайҙа үтә, өҫтәүенә ҡала осраҡлы һайланманы. Был районда археологик ҡаҙыуҙар ваҡытында килгән кешеләрҙең эҙҙәре табылған бит. Тимәк, башҡорт халҡының тарихы билдәле кимәлдә был төбәк менән бәйле.
       Төп саралар 28 майға планлаштырылған. Был көндө пленар ултырыш, башҡорт ырыуы тамғалары стелаһы һәм Һәҙиә Дәүләтшина бюсы асыласаҡ, "Башҡорт теленең машина фонды" мәғлүмәт системаһы менән таныштырыу, ҡала буйынса экскурсия үтәсәк. 29 майҙа конференцияла ҡатнашыусылар Баймаҡ районы Темәс ауылына тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм, әлбиттә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барасаҡ.
       - Конференция сиктәрендә "Башҡорт халҡының тарихы"н баҫтырыу буйынса эш кәңәшмәһе һәм сит телгә тәржемә ителгән ғилми әҙәбиәт менән таныштырыу үтәсәк, - ти Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.
       Конференцияла өс ғилми секция эшләйәсәк. Беренсеһе - башҡорт халҡының тарихи этнографияһын, археологияһын, антропологияһын, икенсеһе дәүләт сәйәсәтен һәм хәҙерге тарихты ºàðàÿñàº. Өсөнсө секция барышында әҙәбиәт, тел ғилеме, фольклор мәсьәләләре ҡарала. Асылда, ғилми докладтар башҡорт халҡының тарихын сағылдырасаҡ.
       - Конференция мауыҡтырғыс буласаҡ, - ти Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире Ринат Йосопов. - Унда генетика, археология, антропология буйынса уникаль докладтар тыңланыласаҡ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал