6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Психолог кәңәштәре

Ғаилә мөнәсәбәттәре
22.05.09


       Ғаилә мөнәсәбәттәре... Улар ниндәй булырға тейеш? Айырыуса йәш ғаиләлә мөнәсәбәттәр нисек? Минең ҡарашҡа, уларҙы күп осраҡтарҙа яҡшы тип әйтеп булмай. Ғаилә мөнәсәбәттәре һоҡландырғыс булһа, насар булмаҫ ине. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп уйлашайыҡ: йәш ғаиләләр ниндәй проблемаларға йыш осрай һәм уларҙан нисек ҡотолорға? Ғөмүмән, нимә ул йәш ғаилә, үҙ эсенә нимә ала ул? Был һорауҙы асыҡлауҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығының "Ғаилә" психологик ярҙам үҙәге бүлеге мөдире Эльза Әхмәтова ярҙам итә.
       - Башта "йәш ғаилә" төшөнсәһен асыҡлайыҡ, - ти Эльза Әхмәтова. - Биш йыл бергә ғүмер иткән ғаилә йәш ғаилә тип һанала. Йәғни ир менән ҡатындың йәше бындай осраҡта бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Теләһә ниндәй ғаилә төп ике законға - гомеостаз һәм гетеростаз - буйһона. Гомеостаз законы былай ти: һәр төрлө система даимилыҡҡа, тотороҡлолоҡҡа ынтыла. Гетеростаз законы, ғаилә үҙенең үҫешендә төрлө көрсөктө индереп, төп этаптарҙы үтергә тейеш, тип һанай.
       - Шуларҙың иң мөһимдәре ниндәй?
       - Ғаилә үҙенең үҫешендә бер нисә осор үтергә тейеш. Әгәр йәш ғаиләне алһаҡ, уның өлөшөнә шунда уҡ бер нисә көрсөктөң тура килеүе бар. Миҫал өсөн, тәүге йәшәү йылындағы көрсөктө алайыҡ. Әгәр ошо осорҙа ғаиләлә бала тыуһа, йәш парҙарға икенсе көрсөктө кисерергә тура килә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар - был өсөнсө көрсөк. Биш йыл эсендә йәш ғаилә нисә көрсөк кисерә, быныһы инде ғаиләнән тора.
       - Был көрсөктәрҙе нисек кисерергә һуң?
       - Эш шунда, көрсөктө кемдер еңел үткәрә. "Никахҡа тиклем тултырып ҡара, ә никахтан һуң күҙеңде ҡыҫып ҡара", тиҙәр. Бында бөтәһе лә партнер һайлауҙан, ғаилә ҡороу сәбәптәренән тора. Уларҙың күп булыуы ихтимал. Әйтәйек, мәҫәлән, ата-әсәнән ҡасыу булһа, аңлашыла, бөтәһе лә ауыр үтәсәк. Башҡа сәбәптәр ҙә бар, миҫал өсөн, ауырға ҡалған ҡыҙҙар бер ниндәй мөхәббәтһеҙ загсҡа йүгерә. Иҫәп буйынса никахлашыу бар, әлбиттә, уны инҡар итеп булмай. Әгәр иҫәп аҡланмаһа... Юҡҡамы ни шундай мәҙәк йәшәп килә: "Һиңә кейәүгә иҫәп буйынса сыҡтым, тип уйлаһам, баҡһаң, мөхәббәт булған икән..."
       - Тәүге йылдарҙағы көрсөккә туҡталайыҡ. Ул нимәнән ғибәрәт?
       - Беренсенән, ир һәм ҡатын яңы ролгә эйә була - ир һәм ҡатын. Икенсенән, улар ата-әсәһеҙ, үҙаллы тормош ҡорорға өйрәнә. Әммә шул уҡ ваҡытта йәш "йәмғиәт ячейкаһы" ата-әсә ғаиләһенән тулыһынса айырылмай. Йыш ҡына йәштәр улар менән бер фатирҙа йәшәй. Көнбайышта башҡаса: йәш ғаилә шунда уҡ айырылып сыға.
       Йәштәр ҡайһы тыуған-тумасалары һәм дуҫтары менән аралашасаҡ, улар йәштәр йәшәгән йортҡа килә аламы - быларҙы тәүге йәøәү йылында мотлаҡ хәл итергә кәрәк.
       Дуҫтар уртаҡ булһа, был мәсьәлә еңел хәл ителә. Һәм тағы. Ғаилә ҡорған ваҡытта торлаҡ һәм көнкүреш шарттарын ойоштороу тураһында ла оноторға ярамай, сөнки никахҡа тиклем был турала бер кем дә уйламай. Өйҙәге эште башта уҡ үҙ-ара бүлешеү мөһим.
       - Ғаиләлә бала тыуғас, икенсе көрсөк башлана...
       - Бында ғаилә структураһы үҙгәрә, ир менән ҡатын үҙҙәренә тағы бер роль ала - атай һәм әсәй. Ғаиләлә бала тыуғас, әлбиттә, ир икенсе планға күскән кеүек. Был осорҙа ҡатындың төп бурысы - иренә һәм балаға дөрөҫ иғтибар бүлеү.
       Үҙ сиратында, йәш атай бала тыуыуға әҙер түгелдер, бәлки, ә был ғаиләлә билдәле бер көсөргәнешлек барлыҡҡа килтерә.
       - Өсөнсө көрсөк ниндәй?
       - Ул баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу менән бәйле. Баланы кем йөрөтәсәк, кем барып аласаҡ? Көн тәртибе тағы үҙгәрә. Ә кисен өйгә ҡатҡас, үҙ балаң өсөн ниндәй генә ролгә инåð㜠òóðà êèëìœé... Бәлки, йөкләмәләрҙе яңынан бүлергә кәрәктер. Һәм был даими ҡабатланасаҡ: бала үҫә, тимәк, ул үҙенә күп иғтибар талап итә. Ата-әсә мөнәсәбәттәре балала ныҡ сағыла, һәм быны оноторға ярамай.
       - Никахта бәхетле булыуҙа нимә ҡамасаулай?
       - Ысынлап та, көнкүреш проблемалары һәм ғаиләнең насар иҡтисади хәле конфликт тыуҙыра. Эйе, ҡатын-ҡыҙға аҡса кәрәк, әммә шул уҡ ваҡытта ул ҡәнәғәт түгел, сөнки ире көн-төн эштә. Ғаиләлә бөтә проблемалар әйтеп еткерелмәгәнлектән килеп сыға. Иң мөһиме - һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултыра белеү. Тик шул саҡта ғына ғаиләлә тыныслыҡ һәм татыулыҡ урынлашыр.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал