6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Сыңғыҙхан һалдаттары
22.05.09


       "Мираҫ" арт-галереяһында "Сыңғыҙхан" ижад берләшмәһе рәссамдарының күргәҙмәһе асылды. Унда Вәсил Ханнанов, Рәсих Әхмәтвәлиев, Ринат Харисов, Наил Байбурин, Рафаэль Моратшин, Наил Латфуллиндың әҫәрҙәре урын алған. Ике тиҫтә йыл йәшәп килгән төркөм был юлы үҙ традицияһын үҙгәртте һәм матбуғат конференцияһы ойошторҙо.
       Быға сәбәп - "Сыңғыҙхан" ижад берләшмәһе альбомын нәшер итеү һәм күргәҙмәләр, улар Мәскәүҙә Рәсәй художество акàдемияһында һәм Ҡазанда бер нисә экспозиция майҙандарында үтте. Күргәҙмә Мәскәүҙән Ҡазанға күсте, унда ул дүрт ай буйына күрһәтелде. "Сыңғыҙхан" ижад берләшмәһе рәссамдарының күргәҙмәһе был ҡалаларҙа беренсе тапҡыр күрһәтелмәй.
       - Ошо көндәрҙә Ҡазанда күргәҙмә тамамланды, картиналар әлегә юлда, әммә, галерея етәксеһе һорауы буйынса, беҙ уларҙы көтөп торманыҡ һәм беҙҙең оҫтаханала булғандарын күрһәтергә булдыҡ, - ти рәссам Вәсил Ханнанов. - Һәр күргәҙмә үҙ-үҙенә ни ҙә булһа яңыны әҙерләүҙе ҡарай, рәссамға үҙе менән ҡәнәғәт булыу тыйыла. Бер күргәҙмәне ойоштороп, шунда уҡ икенсеһе тураһында уйлана башларға кәрәк.
       Һәр автор 2-3 эш тәҡдим итте - галереяның камерный залы ҙур булмаған экспозицияларҙы ғына урынлаштыра ала. Рәссамдарҙы күп йылдар дауамында бер төркөм берләштерә, әммә улар үҙҙәренең индивидуаль стилен һаҡлап ҡала һәм төрлө була ала. Был õàºòà картиналарҙың исемдәре буйынса ла фекер йөрөтөп була. Улар араһында "Эт менән ҡыҙыҡай" һәм "Хат" серияһынан "Таныш булмаған ҡатын-ҡыҙ" (Рәсих Әхмәтвәлиев), "Ауыл ихатаһы. Шәфәҡ" һәм "Иҫке үтек" (Ринат Харисов), "Яҡты күңеллек" һәм "BABAI" (Наил Байбурин), "Арауыҡта билдәләр" (Рафаэль Моратшин) һәм Наил Латфуллиндың "Көнсығыш композицияһы" картинаһы бар.
       Һәр саҡ бер үк алымды һаҡлау мөмкин түгел, тип билдәләй рассамдар. Ваҡыт үтеү менән улар ҙа, һәм уларҙың ижады ла үҙгәрә.
       - Шундай рәссамдар категорияһы бар, улар үҙҙәрен тапҡан, билдәле бер урынды биләй һәм артабан үҫешмәй. "Сыңғыҙхан" төркөмө ағзалары уларҙан айырмалы рәүештә даими эҙләнеүҙә, - ти Рафаэль Моратшин. - Рәсих Әхмәтвәлиев, Наил Байбурин, Ринат Харисов үҙҙәрен төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарай. Шуға күрә беҙҙең һәр беребеҙгә үҙ картиналарыбыҙҙы аңлатыу ауыр, сөнки улар беҙҙең өсөн дә яңылыҡ.
       Ижад кешеләренә ниндәйҙер айырымлыҡ хас. Төркөм тарҡалмаған. Бының сере ниҙә һуң? Һәр рәссам быны үҙенсә аңлата.
       - 20 йыл элек, Советтар Союзы тарҡалған ваҡытта, рәссамдар, киреһенсә, төркөмдәргә берләшә башланы, - ти Вәсил Ханнанов. - Күп осраҡтарҙа ул былай булды - бына һин - яҡшы рәссам, беҙ һине алабыҙ, һин беҙгә тура киләһең. Ә беренсе күргәҙмә үтеү менән, уңыш юлдаш була - һәм әйберҙәрҙең ысын торошо асыла. Уңыш - ул кеше мөнәсәбәттәренең лакмус ҡағыҙы кеүек. Берәүҙең картиналары һатыла, ә башҡаларҙыҡын һатып алыусы юҡ - һәм башлана бүлешеү, беренселек өсөн ярыш...
       Беҙҙең төркөм бөтөнләй башҡа принцип буйынса йыйылды. Беренсенән, беҙ - дуҫтар, икенсенән, уға Наил Латфуллин нигеҙ һалды.
       - "Сыңғыҙхан" төркөмө тарҡалмай, сөнки беҙҙең ижад берләшмәһендә генералдар, лейтенанттар юҡ - беҙ бөтәбеҙ ҙә һалдаттар, улар сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә, - ти Рәсих Әхмәтвәлиев. - Был, күрәһең, беҙҙе һаҡлағандыр. Беҙҙең төркөмдә солист юҡ, беҙ тиң хоҡуҡлы. Сәнғәт өлкәһендә бер-беребеҙгә ҡарата беҙ иғтибарлы, бер-беребеҙҙең хеҙмәтен хөрмәт итәбеҙ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал