6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Көсөргәнешлек кәмей
22.05.09


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутàòтары "хөкүмәт сәғәте"ндә республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙе ҡараны. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов бәйән итте.
       Халыҡты эш менән тәьмин итеү - властың төп бурысы. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәт баҙарында эшсе көстәрҙең һорау һәм тәҡдимдәр балансын булдырыу тураһында хәстәрләй.
       - Хеҙмәт баҙарының структураһы иҡтисадтың дөйөм торошона һәм тармаҡ һәм территориаль үҙенсәлектәргә, халыҡ составына, производство инфраструктураһы торошона бәйле, - ти Ямалетдинов. - Шуға күрә хәлде бөтә факторҙарҙы иҫәпкә алып ҡарарға кәрәк. Халыҡтың йәш буйынса структураһы мөһим факторҙарҙың береһе һанала. 90-сы йылдар башында эшкә һәләтле йәштәге халыҡ һанының артыуы күҙәтелде.
       Демографик процестар ыңғай барҙы, хеҙмәт ресурстары артты. 1990 йылдан 2007 йылға тиклем эшкә һәләтле кешеләрҙең һаны 389 меңгә йәки 18,5 процентҡа артты. Әммә 2006 йылдан эшкә яраҡлы йәшенән өлкән кешеләрҙең һаны эшкә һәләтле йәшенән йәш кешеләр һанынан юғары. Тимәк, яҡын йылдарҙа халыҡ олоғая, һәм эшкә яраҡлы халыҡҡа йөкләмә артасаҡ.
       2008 йылда республика иҡтисадында бер миллион 920 мең кеше йәки дөйөм халыҡ һанының 47 проценты мәшғүл булған. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың мәшғүллек структураһында етди үҙгәрештәр булды. Дәүләт һәм муниципаль предприятиеларҙа эшләгәндәрҙең өлөшө 70 проценттан 33-кә тиклем кәмегән. Был баҙар шарттарына күсеүгә бәйле. Шуға күрә шәхси секторҙа эшләгәндәрҙең өлөшө 22 проценттан алып 56-ға тиклем артҡан. Өҫтәүенә производство өлкәһендә эшләүселәрҙең һаны кәмей.
       - Халыҡтың мәшғүллеген тикшереү ваҡытында эшһеҙлек кимәле мөһим ҡылыҡһырлама булып тора, - тип билдәләй министр. - Эшһеҙлекте баһалағанда ике күрһәткес файҙаланыла - дөйөм кимәл һәм теркәлгән эшһеҙҙәр кимәле. Беренсеһе статистика органдарының һайлап тикшереүҙәр нигеҙендә билдәләнә, икенсеһе - эш менән тәьмин итеү бюроһына ингән граждандарҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә.
       1998 йылда республикала дөйөм эшһеҙҙәр кимәле юғары булған - 13,3 процент. 1999 йылдан кәмей төшкән. 2007 йылда эшһеҙҙәр һаны 133,2 мең кеше тәшкил иткән, 2008 йылда - 106 мең. Бөгөн дөйөм эшһеҙҙәр кимәле - ете процент. Статистика органдарының һуңғы тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, бер миллион 880 мең кеше мәшғүл булған. Үткән йыл менән сағыштырғанда 40 меңгә кәм. Был факт предприятиелар һәм ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәр һаны кәмеүе тураһындағы мәғлүмәттәре менән раҫлана.
       Теркәлгән эшһеҙҙәр кимәле һуңғы өс йыл дауамында 29 мең кешенән артманы. 2008 йылдың икенсе кварталынан хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек тенденцияһы күҙәтелде. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 30,4 мең эшһеҙ иҫәптә торған. Ғинуарҙан мартҡа тиклем эшһеҙҙәр һаны 19 мең кешегә артҡан. Әммә апрелдә эшһеҙҙәр һаны - 1783 кешегә, ә 1 майҙан 18-нә тиклем 2369 кешегә кәмегән.
       Башҡортостанда вакансия эш урындары буйынса берҙәм республика банкы бар. Áàíê бөтә ҡалалар һәм райондар буйынса вакансиялар тураһында мәғлүмәтêœ ýéœ. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 10,5 мең вакансия булһа, 19 майға ҡарата - 18,5 меңдән ашыу.
       БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тиҙҙән, уҡыу йылы аҙағында башланғыс, урта һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаған 45 мең кеше хеҙмәт баҙарына киләсәк. Уларҙың барыһы ла эш урындары таба алырмы һуң? Хеҙмәт баҙарындағы хәлде тотороҡландырыу өсөн ниндәй саралар ҡабул ителә?
       Яңы эш урындары булдырыла. 70-кә яҡын республика инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла - яңы производстволар төҙөлә һәм сафҡа индерелә. Дөйөм суммаһы триллион һум тәшкил иткән проекттарҙы үтәү, һис шикһеҙ, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметергә булышлыҡ итәсәк.
       Бөгөнгө көндә республикала ике программа эшләй - "2007-2009 йылдарҙа халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү программаһы" һәм "2009 йылда республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы". Ағымдағы йылда беренсе программа сиктәрендә 97 мең кешене эш менән тәьмин итеп, 11 мең эшһеҙҙе уҡытып, биш мең кеше өсөн түләүле йәмәғәт эштәрен ойоштороп буласаҡ.
       Икенсе программаның беренсе этабын тормошҡа ашырыу өсөн 229 миллион һум бүленгән, был дөйөм финанслау күләменең 40 процентын тәшкил итә. Программаның хаҡы - 575 миллион һум.
       Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә. Эшҡыуар бизнес-план тәҡдим итә, уның счетына билдәле суммала аҡса һалына. Был яңы һәм перспективалы йүнәлеш. Бөгөнгө көндә бер миллион 425 мең һумлыҡ 92 килешеү төҙөлгән дә инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал