6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Тәржемәгә баҫым - дөрөҫ юл
21.05.09


       Германиянан бер ғалим, ул Петр Ершовтың "Конек-Горбунок" әкиәте баҫмаларын йыя, республикала сәфәрҙә булып, был әҫәрҙе башҡорт телендә эҙләне. Уның тупланмаһында бындай дана булмаған. Эҙләүҙәр уңышлы тамамланды - немец башҡорт теленә тәржемә ителгән китап менән ҡайтып китте.
       Бындай баҫмаларға коллекционерҙар яғынан һорау ҙур. Хәҙерге интеллектуалдар донъя классикаһы әҫәрҙәрен, әгәр төп нөсхәлә булмаһа, милли телдә түгел, ә рус телендә уҡырға өҫтөнлөк бирә. Республикала билдәле тәржемәсе, яҙыусы, режиссер Зөһрә Бураҡаева белдереүенсә, башҡорт телендә һөйләшкән кешеләр көндән-көн кәмей, әммә аралашыу ҡатнаш бара. Бураҡаева фекеренсә, ошоға бәйле тәржемә проблемаһы глобаль характерға эйә, шул иҫәптән хәҙерге башҡорт телен һаҡлау һәм ойоштороу планында.
       Зөһрә Бураҡаева, ватан һәм сит ил авторҙары, һәм, иң элек, бөтә сит ил балалар классикаһы башҡорт теленә тәржемә ителергә тейеш, тип һанай. Башҡа процесты ла - бөгөнгө башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү - мөһим, ти óë.
       - Лайыҡлылар күп, һәм уларҙың ижади яҙмышы беҙгә, тәржемәселәргә бәйле, - ти Бураҡаева. - Пушкин әйтеүенсә, тәржемәселәр - аң-белем таратыусы почта аттары, шуға күрә әгәр беҙ башҡорт әҙәбиәтенең иң яҡшы өлгөләрен лайыҡлы тәржемәлә рус телендә баҫтырһаҡ, уларҙы әҙәби сайттарға һалһаҡ, ул саҡта сит ил тәржемәселәре уларға иғтибар итәсәк, һәм эш алға барасаҡ - башҡорт авторҙарын бөтә донъя уҡыясаҡ.
       Үрнәк бар. Зөһрә Бураҡаева Айҙар Хөсәйенов менән бергә Азамат Юлдашбаевтың шиғырҙарын рус теленә тәржемә иткән һәм уларҙы интернетта урынлаштырған. Шунда уҡ тикшереүҙәр йәйелдерелгән, улар авторға ла ҡыҙыҡ. Уҡыусылар Азамат Юлдашбаевтың үҙенсәлекле шиғырҙарын япон авторы әҫәрҙәре итеп ҡабул иткән.
       - Бөгөн белгестәрҙең береһе лә профессиональ тәржемә менән шөғөлләнә алмай, - ти Зөһрә. - Тәржемә - ул эштән буш ваҡытта фиҙаҡәр хеҙмәт, ул башлыса авторға ярҙам итер өсөн эшләнелә. Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡығас, уларҙы күп кеше уҡыһын өсөн, тиҙерәк тәржемә итәһе килә. Айҙар Хөсәйенов ошо маҡсат менән тәржемә институты ойошторорға планлаштыра. Штатта 2-3 кеше күҙ уңында тотола, улар башҡорт теленән тәржемәләр картотекаһы алып бара, актуаль булмағандарын алып ташлай, сөнки тәржемәләр иҫкерә һәм уларҙы утыҙ йыл һайын яңыртып торорға кәрәк. Улар шулай уҡ рус теленә тәржемә итер өсөн яңы әҫәрҙәр исемлеге төҙөй. Бөгөн тәржемә оҫтаханаһы "Бельские просторы" журналында йәшәп килә.
       - Башҡорт әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереү өсөн, рус теленœ грамоталы тәржемә итеү мөһим, сөнки ситтән тәнҡит булмаһа - үтә бәләкәй ареал барлыҡҡа килә, - ти Зөһрә Бураҡаева.
       Бөгөнгө көндә башҡорт авторҙары әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән òîðìîø òœðòèáåí, улар буйынса ата-бабаларыбыҙ йәшәгән, тәржемәләр ярҙамында бөртөкләп тергеҙеп була. Зөһрә Бураҡаева Айҙар Хөсәйенов менән хикәйәләр антологияһы баҫтырырға планлаштыра, уға башҡорт әҙәбиәте корифейҙары һәм хәҙерге авторҙарҙың әҫәрҙәре инәсәк.
       Зөһрәнең тәржемә менән мауығыуы хикәйәнән башлана, ә һуңынан профессиональ эшмәкәрлеккә әүерелә.
       - Унынсы синыфта уҡығанда, БР Яҙыусылар союзы өлкән синыф уҡыусылары араһында тәржемә конкурсы иғлан иткәйне. Унда ҡатнашырға ҡарар иттем һәм әсәйемдең хикәйәһен тәржемә итеп, еңеүселәр исемлегенә индем, - ти Зөһрә. - Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты милли республикаларҙан абитуриенттарҙы йүнәлтмә буйынса уҡырға ҡабул иткән һуңғы йыл булды. Һәм беҙ, Башҡортостандан ете кеше, вузға әҙәби тәржемә бүлегенә ҡабул ителдек. Иң яҡшы уҡытыусылар беҙгә лекция уҡыны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов семинарҙың етәксеһе булды - улар беҙгә яҡшы мәктәп бирҙе.
       Күптән түгел Зөһрә Бураҡаева үҙенең коллегаһы менән йәш шағирәнең шиғырҙарын тәржемә иткән.
       - Унда "йәнем минең кипкән ҡорот кеүек" тигән юлдар бар. Һәм йән кипмәһен өсөн, бары тик майлы мөхәббәт һурпаһы кәрәк икән. Рус телендә мәҙәк яңғырай, ә башҡортса матур. Майлы һурпа һәм ҡорот - былар ҡыҙыҡ образдар бит, йәнем минең ҡатҡан икмәк кеүек ҡороно, тип әйкәнсе, яҡшыраҡ. Минең өсөн башҡорт колоритын тапшырыу мөһим. Тәржемәсе Светлана Чураева һәм шағирә Галарина менән башҡорт шағирәләренең һүҙмә-һүҙ тәржемәләре өҫтөндә эш башлайбыҙ. Был бурыс тәржемәселәр өсөн күпкә ҡатмарлы.
       Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа ул ағай, инәй кеүек һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тәржемә итмәй, уларға төшөрмәләр бирә. Иң мөһиме - халыҡтың фекерләү үҙенсәлеген, менталитетын тапшырыу, сөнки былар күпте аңлата.
       - Башҡорт теленең бөтә байлығы ҡылымдарҙан төҙөлә. Мәҫәлән, "алыштырғыла" тигән һүҙ рус теленә "ҡайһы берҙә кил һәм ал" тип тәржемә ителә. Башҡорт телендә ике билдә бар - ҡатын-ҡыҙ йәки ир-ат, йәнһеҙ предметтарҙың заты булмай, шуға күрә төрлө ҡыйынлыҡтар килеп тыуа, миҫал өсөн, алмаштарҙы тәржемә иткәндә.
       Быйыл Зөһрә Бураҡаева бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең художестволы тәржемәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Әҙәбиәт сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шœéåõçàäà Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына күрһәтелде.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал