6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Һәр ихатаға спорт майҙансыҡтары кәрәк!
21.05.09


       Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә спорт ҡаҙаныштарына һәм пландарға арналған өҙөк бар. Унда былай тиелә:
       "Республикала физик культура, спорт һәм туризм үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Үткән йылда тармаҡтың матди базаһы нығытылды. Спорт клубтары һәм физик культура коллективтары һаны артты. Һәр ерҙә спартакиадалар, фестивалдәр, башҡа сағыу спорт саралары үткәрелә.
       Башҡортостан спортсыларының Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге уңыштары ҡыуандыра. Үткән йылда ғына республиканан 5835 спортсы 780 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашҡан, унда спортсыларыбыҙ меңдән ашыу миҙал яулаған. Наградаларҙың 55 проценты спорттың олимпиада төрҙәренә тура килә. Пекинда XXIX йәйге Олимпиада һәм XXIII йәйге Параолимпия уйындарында Башҡортостан клубтарында тәрбиәләнеүселәр 12 миҙал яуланы. Биатлон буйынса Европа чемпионатында беҙҙең үҫмерҙәр уңышҡа өлгәште.
       Ҡаҙаныштарҙы нығытырға һәм яҡшыртырға кәрәк. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығына, спорт йәмәғәт берекмәләренә спортсыларҙың һәм командаларҙың физик һәм психологик әҙерлектәрен камиллаштырырға, уларҙың ҙур ярыштарҙа лайыҡлы сығышын тәьмин итергә кәрәк.
       Хеҙмәт коллективтарында һәм йәшәү урыны буйынса күмәк спорт хәрәкәтен, милли спорт төрҙәрен артабан да үҫтерергә кәрәк. Был маҡсатҡа ярашлы республика өсөн традицион спорт дисциплиналарына нигеҙләнгән дөйөм уңайлы һауыҡтырыу технологияларын киң ҡулланыу мөһим".
       "БАШвестЪ" гәзите һеҙҙең иғтибарға Мөрәжәғәтнамәнең "спорт" өлөшөнә аңлатмалар тәҡдим итергә булды. Уларҙы беҙгә республиканың ике спорт журналисы - БЮТ каналында "Спорт" ижад берекмәһе етәксеһе, телекомментатор Максим Балобанов һәм "Совет спорты" гәзитенең Өфөләãå үҙ хәбәрсеһе Максим Никерин бирҙе.
       Максим Балобанов:
       - Быйыл Өфөгә ҙур футбол, "БИС-Динамо" командаһының ҡайтыуы ҡыуаныслы, унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Нефтекама клубтары тәрбиәләнеүселәре уйнай бит. Беҙҙең республиканың баш ҡалала үҙенең профессиональ командаһы булырға тейеш, ул лайыҡлы спортсылар үҫтерергә тейеш.
       Ванкуверҙа һәм Лондонда үтәсәк Олимпия уйындарына ла күп ҡалманы. Үкенескә ҡаршы, Башҡортостан спортсылары Рәсәйҙең көслө спортсылары менән бөтә төрҙәр буйынса ла тиңләшә алмай.
       Өфөгә, бөтә Рәсәйгә кеүек, саңғыла һикереү өсөн донъя стандарттарына ярашлы трамплин етмәй. Планда реконструкция бар, был яҡшы. Уны ғәмәлгә ашыраһы ҡалды.
       Тағы бер проблема - "Динамо" стадионының волейбол майҙансығы стандарттарға тап килмәй. Трибуналар аҙ һыйҙырышлы. Өфөлœ һәм республикала волейбол популярлаша бара, һәм мөмкинлек булғанда матчтарға кешеләр күпләп килер ине. Тағы бер етешһеҙлек - "Динамо"ла күнекмәләр үткәреү өсөн запас майҙансыҡ юҡ. Был проблемаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай.
       Спорт төҙөлөштәренә килгәндә, "Өфө-Арена" унда уйнаған командалар кимәленә тап килә.
       Беҙ йылдан-йылға биатлон буйынса халыҡ-ара мөһим ярыштар үткәрәбеҙ. Легендар биатлонсы Александр Тихонов белдереүенсә, беҙҙең "Биатлон" перспективала донъя чемпионатын һәм донъя кубогы этаптарын ҡабул итә ала. Республикала "Рәсәй саңғыһы", "Ҡыҙғылт һары туп", "Милләттәр кросы" кеүек күмәк спорт саралары әүҙем үткәрелә.
       Билбау көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреү милли спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн этәргес булды. Рәсәй һәм Башҡортостан атлеттарының еңеүҙәре бөтә төбәктәрҙә лә көрәште үҫтереү өсөн үрнәк булды. Милли көрәште һәм боҙҙа хоккейҙы үҫтереү программалары эшләй. Балалар спорттың был төрҙәренә ылыға, һәм уларға күнекмәләр өсөн ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, әммә ауыл ерендә лә шарттар булдырыла.
       Максим Никерин:
       - Башҡортостан спортсыларының юғары кимәлдә наградалар яулауы - был төбәктә спорт көсө тураһында һөйләй. Хоккей, волейбол кеүек төрҙәр, халыҡ өсөн күберәк сағыу шоуҙы, күңел асыуҙы хәтерләтә. Сер түгел, уларҙа, башлыса, төбәктә тәрбиәләнеүселәр сығыш яһамай. Олимпия төрҙәре менән шөғөлләнгән урындағы талантлы атлеттарға иғтибар бүлергә кәрәк, тип һанайым.
       Милли спорт төрҙәре тураһында ла оноторға ярамай. Һабантуйға áàðšà¾, республика райондарында кешеләргә ат сабыштарының һәм көрәштең мөһим булыуын күрәһең. Һаулыҡ - ул байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал