6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Басков өфөләрҙе ҡыуандырҙы
21.05.09


       Өфөгә Рәсәй йырсыһы Николай Басковтың килеүен күптәр белә ине. Афишалар бөтә ҡала буйынса эленде, улар аша өфөләр Басковтың концерты тураһында хәбәрҙар булды.
       Һәм был көн килеп етте. 19 майҙа Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 9-ҙа "Рәсәйҙең алтын тауышы" үҙенең шәхси махсус вагонында Өфөгә килеп төштө.
       Йырсының концертына килгән гүзәл заттарҙың күплеген белһәгеҙ... Артисҡа сәскә биреүселәр күп булды тип әйтеп булмай, әммә Николай Цискаридзе сығышы менән сағыштырғанда, үтә шәп бейеһә лә, уға Өфөлә сәскә биреүселәр булмаған, Басковҡа сәскәләр гөлләмәһе булды.
       Әлбиттә, Николай Басков бейемәй, әммә музыка тактына бер нисә хәрәкәт яһай. "Инстайл" шоу-балетта ҡатнашыусылар уның өсөн шәп бейене. Басков уларҙы үҙе менән бергә алып килгән. "Тәбиғи блондин" менән бергә ил буйлап гастролгә сыҡҡан "Инстайл" шоу-балет, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, Ҙур театр солисы Лариса Рудакова йырсының сығышын уңыштар менән тулыландырҙы.
       Әйткәндәй, "Тәбиғи блондин" йыры Өфө концертында тәүгеләрҙән булды. Турҙы ойоштороусылар ҙа күп көс һалған: концерт юғары кимәлдә үтте. Концерт залы халыҡ менән тулы, сифатлы тауыш һәм ниһайәт, яҡшы микрофондар менән күп тапҡырҙар көсәйтелгән тере "алтын тауыш"... Минең ҡарашҡа, фанаттар күргәндәре һәм ишеткәндәре менән ҡәнәғәт. Миңә нимә оҡшаны һуң? Басковтың һәр номеры элеккеһенә оҡшамаған. Концерттың эстрада өлөшө классика менән үрелеп барҙы. Николай Басков һәм Лариса Рудакова тауыштарының сафлығы һәм көсө бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
       - Алла Борисовна тамашасылар менән хушлашырға барһа, ә мин улар менән танышырға барам, - Рәсәйҙең халыҡ артисы Өфөгә килеүен шулай билдәләй. - Әйҙә, һинең менән күңел асайыҡ! Әйҙә, һинең минең дуҫлашайыҡ! - Басков был йырҙарын зал буйынса йөрөп йырланы.
       Залда ултырған гүзәл заттар йәнләнде, урындарынан торҙо. Әммә һаҡ йырсының артынан бер илле ҡалмай йөрөнө, тамашасыларҙы яҡын ебәрмәне. Николай үҙе концерт ваҡытында актив фанаткаға:
       - Мин телевизор кеүек - ҡарарға ярай, тейергә ярамай...
       - Сәхнә - ул тыуған йортом, ә һеҙ минең өсөн - ҡәҙерле ҡунаҡтар. Мин бөтәһе өсөн дә түгел, ә һәр кем өсөн йырлайым. Басков был һүҙҙәрҙе тәүге тапҡыр әйтмәйҙер.
       Николай Басков башҡарыуында билдәле йырҙар яңғыраны. Шуға күрә "Һиңә генә", "Мин беләм, һин йыраҡтаһың", "Ҡурай еләге сәскә ата", "Китергә рөхсәт ит", "Һинең ҡулдарыңды үбәм" тигән йырҙар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, улар яҡшы кәйеф менән таралды. Тамашасылар оҙаҡ ҡул сапты, ә Николай, "рәхмәт" һүҙен ҡабатлауҙан арып, "түҙмәне" һәм рөхсәт бирҙе:
       - Ярай, әйҙә, ҡул сабығыҙ...
       Николай Басков концерт аҙағында "Шарманка" йырын башҡарҙы. Тамашасылар йырсыны алҡыштарға күмде. "Рәсәйҙең алтын тауышы" өфөләр менән хушлашты. Басковтың махсус вагоны Екатеринбургҡа юл алды.
       Николай Басков Рәсәй буйынса "танышыу" туры сиктәрендә 13 ҡалала буласаҡ. Уның концерты 3 июндә, Владивостокта тамамлана.
       Өфөлә концерт алдынан матбуғат конференцияһы булды. Басков залға инеү менән, минең Оксана Федороваға ҡағылышлы мөнәсәбәттәрҙән тыш, бөтә һорауҙарға ла яуап бирәм, тине.
       - Һеҙ - оптимист. Һеҙгә киләсәккә ышаныс менән ҡарарға нимә ярҙам итә?
       - Минең уйымса, һәр кешелә үҙ яҙмышы, яҙмыштан уҙып булмай. Шуға күрә киләсәккә ышаныс менән ҡарайым, бөгөн йәки иртәгә минең менән нимә була - был яҙмыш. Шуға ла барыһын да ҡыуанып ҡабул итәм, һәм, әгәр ниндәй ҙә булһа уңышһыҙлыҡҡа осраһам, ышанам, унан һуң мотлаҡ уңыш юлдаш була. Килеп сыҡҡан проблемаларға тыныс ҡарарға кәрәк.
       - Һеҙҙең ижадта ниндәй яңылыҡ көтөлә?
       - Тамашасыларға көҙөн Рәсәй милли оркестры менән яҙылған яңы альбом тәҡдим итәсәкмен. Быйыл ул Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә сыға, ә киләһе йылда - Европала. Был етди эш, презентация Ҙур театрҙа үтәсәк.
       - Күп һанлы наградалар араһынан иң ҡәҙерлеһе...
       - Беренсе конкурста еңеүем. Улар тәүге сәскәләр, тәүге алҡыштар бит...
       - "Евровидение"ла Анастасия Приходьконың сығышын нисек баһалайһығыҙ һәм унда ҡатнашыр инегеҙме?
       - "Евровидение"ға тағы бер тапҡыр барам, ти Билан. Бөттө, урын юҡ (көлә). Юҡ, был конкурста ҡатнашмаясаҡмын. Уны аңлап булмай. Меҫкен Лобода, конкурста ул нимә генә эшләмәне: шпагатҡа ултырҙы, барабанда уйнаны, башҡарған йыры ла матур ине ... Һәм хатта тәүге тиҫтәгә инә алманы.
       Приходькоға килгәндә, әлбиттә, үкенесле, беҙ тәүге тиҫтәлә түгел. Әммә бер ни ҙә эшләп булмай. Әлбиттә, был Настяла сағылды. Тормошта хата яһамау яҡшыраҡ...

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал