6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Даталар

Пионер - бөтәһенә лә үрнәк
19.05.09


       Борғо, пионер галстугы, йәш Ильич һүрәтләнгән значок, салют, усаҡ, пионер лагеры... Оло быуын вәкилдәре үҙҙәренең бәхетле бала саҡтағы иң мөһим атрибуттары тураһында һағынып иҫкә ала. Улар башҡаларға үрнәк булыр өсөн, нисек пионер булырға ашҡыныуҙары тураһында сәғәттәр буйына һөйләй ала. Күптәр пионер анты биргән көндө хәтерләй.
       Әгәр ниндәйҙер идеологик мәлдәрҙе алып ташлаһаҡ, пионер ойошмаһы ысынлап та балаларҙа патриотизм тойғоһо тәрбиәләгән, мохтаждарға ярҙам итергә, көсһөҙҙәрҙе яҡларға, белемгә ынтылырға өйрәткән. Шуға күрә совет йәмғиәтендә башта октябрят, пионер һәм комсомол булыу, ә һуңынан КПСС сафына инеү почетлы һаналған.
       Пионерҙарҙың төп байрамы - Пионерияның тыуған көнө, ул 19 майҙа билдәләнә. Был көндө балалар слеттар ойошторған, пионер усаҡтары яҡҡан, унда картуф бешергән, йыр йырлаған һәм бер-береһен ҡотлаған. Байрам 1922 йылда Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһында šәð ерҙә пионер отрядтары îéîøòîðîó тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында йәш пионерҙарҙың хәтеренә төшөргән.
       Был байрам 70 йыл тирәһе билдәләнә. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң уның тураһында оноталар. Әммә күп рәсәйҙәр һәм БДБ илдәре халҡы, улар ҡасандыр пионер булған, күп һанлы балалар ойошмаһы тураһында әле лә хәтерләй.
       Пионер ойошмаһы бөтөрөлдө. Бер нисә быуын кешеләрå һис ҡасан ҡыҙыл галстук таҡманы һәм "Һәр саҡ әҙер!" тип әйтмәне. Улар үҙҙәренең ата-әсәләре һөйләүҙәре, иҫке фильмдар һәм йәнһүрәттәр буйынса ғына пионерҙар тураһында белә. Бөтә Союз пионер ойошмаһы тураһында тарих дәреслектәрендә генә телгә алына. Һәм бөгөн, Пионерияның тыуған көнөндә, "БАШвестЪ" гәзите уҡыусыларҙың пионерҙарға ҡарата ҡарашын асыҡларға тырышты.
       Максим, 27 йәш:
       - Минең дуҫтарым һәм таныштарым пионер булманы. Ә мин, дөрөҫ, бер йыл пионер булдым. Әммә хәтерҙә ҡалмаған. Ата-әсәләр һөйләүе буйынса, пионерҙарҙы хөрмәт иткәндәр, галстук тағыу почетлы һаналған. СССР ваҡытында пионер ойошмалары киң к¼ëœìëå хәрәкәт булып һаналған. Әлбиттә, пионер ойошмалары әле лә бар. Әммә улар бөтөнләй башҡа принцип буйынса эшләй.
       Алексей, 37 йәш:
       - Миндә пионерҙарға ҡарата ике төрлө ҡараш ҡалды. Мин үҙем ҡасандыр пионер булдым. Дөрөҫ, комсомол булып булманы. Әлбиттә, пионерия балалар өсөн күп эшләне, әммә ул шәхсән миңә бер ни ҙә бирмәне. Күрәһең, минең яҡтан нимәгәлер ынтылыу булмағандыр инде, һәм мин һис ҡасан активист-пионер булманым. Арттырып ебәреүҙәр күп булды. Бер саҡ пионер галстугын тағырға онотҡанмын, быны дәрес башланыуға ике минут ҡалараҡ белдем. Ул саҡта, галстукһыҙ дәрескә инмәҫ өсөн, һуңларға ҡарар иттем. Һуңлаған өсөн шелтә алдым...
       Алина, 23 йәш:
       - Мин октябрят булдым. Был исем миңә оҡшай ине. Апайымдың галстугын йәшерен таға торғайным... Минең ҡарашҡа, пионерҙарҙан үрнәк алып була ине. Элек өлкәндәр үҫмерҙәр тураһында хәстәр күрãœí: балалар һәр саҡ уларҙың иғтибары аҫтында, эш менән мәшғүл булàí. Уларҙың насар эш ҡылырға ваҡыты булмаàí.
       Ирина, 14 йәш:
       - Әсәйем һөйләүенсә, ул мәктәптә пионер булған һәм ҡыҙыл галстук таҡҡан. Был мине илһамландыра тип әйтә алмайым. Беҙгә яҡшы тәрбиә бирҙеләр, тип әйтә әсәйем. Әгәр мин уның урынында булһам, ҡыҙыл галстук таҡмаҫ инем. Бөтәһе кеүек булырға теләмәйем.
       Ағымдағы йылда пионерияға 87 йыл була. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында балалар ойошмалары был байрамды билдәләй. Пионерия юҡҡа сыҡмаған, ул әле лә йәшәй. Дөрөҫ, хәҙер бер кем дә галстук тағырға мәжбүр итмәй. Улар хәҙер йәш лидерҙарҙы тәрбиәләй, үҫмерҙәрҙе үҙ һаулығын һаҡларға, спорт менән шөғөлләнергә, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға һәм тыуған төйәкте яратырға өйрәтә.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал