6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Бергә-бер көрәш

Башҡортса ушу
19.05.09


       Башҡортостан йыйылма командаһы ушу-саньшоу буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, Өфөгә ҙур ҡаҙаныш менән әйләнеп ҡайтты, ул Еңеү көнөнә арналды. Өфөнән Максим Страупе 12 йәшлек үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы исемен яуланы, Ирина Ғәлимова көмөш призер булды, ә Анна Леонова йәштәр разрядында өсөнсө урын өсөн бронза миҙал менән наградланды.
       Улар бөтәһе лә Өфөнөң "Буревестник" спорт үҫмерҙәр клубында күнекмәләр үтә, үҫмерҙәр менән йыйылманың өлкән тренеры Борис Страупе (Максимдың атаһы), Рәшит Зарипов һәм Алексей Семенов шөғөлләнә. Был клубта тәрбиәләнеүселәрҙең тәүге уңышы түгел. 2008 йылда Худоназар Мамадамонов үҫмерҙәр араһында Санкт-Петербургта үткән Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы, ә Алексей Черепанов көмөш призер булды.
       Борис Юрьевич спорт менән бәләкәйҙән үк шөғөлләнә башлай. Боксҡа легендар тренер Рәшит Юнысовҡа 15 йәшендә килә. Борис 17 йәшендә Башҡортостан йыйылма командаһы составында сығыш яһай һәм йыш ҡына, ни өсөн алышта аяҡ менән тибергә ярамай, тип уйлана.
       Был һорауға яуапты Һауа-десант ғәскәрендә таба, бында ул бергә хеҙмәт итеүселәр менән көнөнә 5-6 сәғәт буйына күнекмәләр үтә.
       Армияла хеҙмәт иткәндән һуң ул водитель булып эшләй, эшләгән көйөнә Өфө автотранспорт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлай. Ул саҡта көнсығыш бергә-бер көрәш төрҙәре менән шөғөлләнеү тыйыла. Мәғәнәһеҙ тыйыуҙар бөтөрөлгәс, Борис күнекмәләр үтә, ярыштарҙа ҡатнаша башлай, ә 1997 йылдың октябрендә Аргентинала кунг-фу буйынса донъя кубогын яулай. Ике йыл элек Страупе дуҫы Рәшит Зарипов менән ушу-саньда мәктәбен булдыра һәм тренер эшмәкәрлегенә тотона. Ушу ушу-саньдҡа йәки Ҡытай боксына, профессионалдар уның ҡағиҙәләре буйынса сығыш яһай, һәм ушу-саньшоуға, унда бер нисә башҡа ҡағиҙәләр буйынса ярышалар, бүленә.
       Борис Юрьевич фекеренсә, саньда ҡул һәм аяҡ техникаһын берләштерә. Рәшит Зарипов үҫмерҙәрҙе киҫкен ырғытыу техникаһына өйрәтә. Бынан тыш, терһәктәр һәм тубыҡтар менән бәреү рөхсәт ителә.
       2007 йылда клуб командаһы саньшоу буйынса Башҡортостан асыҡ чемпионатында беренсе тапҡыр сығыш яһаны, һәм 12 команда араһында өсөнсө урын алды. 2008 йыл спортсылар өсөн призға "уңышлы" булды. Әйткәндәй, Х. Мамадамонов Рәсәй беренселегендә үҫмерҙәр араһында Дағстан вәкилен еңде.
       Борис Юрьевич Башҡортостан Республикаһында боевой сәнғәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн 2008 йылда БР Бергә-бер көрәш ассоциацияһы кубогы һәм дипломы менән бүләкләнде.
       Был наградалар клубтың тренерҙар коллективы ағзаларының ҡаƒанышы ул, ти Страупе, улар юғары квалификациялы спортсылар әҙерләүҙә үҙ өлөшөн индерә. Асылда, санда техникаһы спортсыларға көнсығыш бергә-бер көрәшенең башҡа төрҙәрендә сығыш яһарға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, үткән йылдың декабрендә үткән тай боксы буйынса БР асыҡ чемпионатында Х. Мамадамонов һәм М. Страупе чемпион булды. Ә 2008 йыл клубта тәрбиәләнеүселәр өсөн Өфө асыҡ кубогында команданың икенсе урыны менән тамамланды. Улар республика йыйылма составында Волга буйы федераль округы чемпионатында уңышлы сығыш яһаны.
       Страупе үҙенең фекерҙәштәре менән бергә йәштәрҙе спортҡа йәлеп итергә, уларҙы кире күренештәрҙән ситләштерергә тырыша. "Тәрбиәләү маҡсаты - спортсыларҙы рухи үҫтереү", тип һанай тренерҙар. 2008 йылда клубта тәрбиәләнеүселәр араһынан бер нисә кеше мәктәпте тамамланы һәм бөтәһе лә тиерлек юғары уҡыу йортона инде, һәм улар бөтәһе ëә күнекмәләр үткәрә.
       Әйтергә кәрәк, Максим атаһы юлынан осраҡлы киткән. Бер саҡ ул ярыш ваҡытында тамашасылар рәтендә була, уға ҡатнашырға тәҡдим итәләр, үҫмер риза була һәм көтмәгәндә беренсе урын ала. Һуңынан ул даими шөғөлләнә башлай. Оҫталарға уның һөжүм итеү стиле яҡшы ҡараш тыуҙыра. Максимға йыш ҡына үҙенән 1-2 йәшкә оло булған үҫмерҙәргә ҡаршы сығыш яһарға тура килә, һәм барыбер еңә.
       Күптәр үҫмер йәшендә чемпион була алмай, ә кесе-Страупе, ул бер ниндәй ауырлыҡтарҙан, дәғүәселәрҙән ҡурҡмай, Европа беренселегенә курс ала. Бишенсе синыф уҡыусыһы өлгәшеү буйынса ла класс лидерҙары араһында, мәктәп сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Был ғаиләлә өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалыу ҡабул ителмәгән: Борис Страупе Урал дәүләт физкультура академияһының (Өфө филиалы) тренер-уҡытыусылар факультетына ингән.
       Ирина Ғәлимова бергә-бер көрәш төрө менән күптән түгел шөғөлләнә башлаған. Уға үҙ өҫтөндә эшләргә кәрәк, ти тренерҙар.
       Әйтергә кәрәк, клубта бер Максимға ғына баҫым яһалмай. Клубта тәрбиәләнеүселәр - Әлфиә Байбурина, Азат Ғайфуллин, Алексей Черепанов - киләсәктә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк әле.
       Клуб етәкселәре бергә-бер көрәш төрөн үҫтерергә һәм Дағстан кимәлен уҙып китергә теләй, Башҡортостан спортсылары œõëàºè-ихтыяр сифаттар һәм физик сыҙамлыҡтар буйынса кавказдарҙан ҡалышмай бит. "Буревестник" клубы ҙур түгел, унда әле 30 кеше шөғөлләнә. Тренерҙар йыһазландырылған иркен зал, шулай уҡ ярыштарға йөрөр өсөн уңайлы автобус тураһында хыяллана. Әлегә остаздар ҙа һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәре лә бик яҡшы һөҙөмтәләргә һан менән түгел, ә егәрлелек, маҡсатлылыҡ һәм үҙ клубыңа тоғро булыу арҡаһында үрҙәр яулай белеү менән өлгәшә.

Раил Мөхәмәҙиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал