6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Маршалдың һуңлаған таныуҙары
18.05.09


       1941 йылдың 7 ноябрендә Ҡыҙыл майҙанда тарихи парад менән Советтар Союзы маршалы Семен Михайлович Буденный командалыҡ иткән. Төнөн көслө буран булған, Ҡыҙыл майҙан, Кремль стенаһы янындағы шыршылар ҡар менән ҡапланған. Иртән бөтә майҙан буйлап фронтҡа китәсәк ғәскәрҙәр теҙелгән. Буденный полктарҙы ҡарап сыҡҡан, һуғышсыларҙы байрам менән ҡотлаған. Оборона дәүләт комитеты рәйесе И.В. Сталин парадта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаған.
       1942 йылдың 18 майында Юғары Баш командующий ставкаһы Советтар Союзының көньяғында, унда гитлерсылар киң һөжүм йәйелдерә, Төньяҡ-Кавказ фронты булдыра. С.М. Буденный фронт командующийы итеп тәғәйенләнә. Уның ҡарамағына Севастополь оборона районы, Ҡара диңгеҙ флоты, Азов хәрби флотилияһы һәм Керчень хәрби диңгеҙ базаһы инә.
       Гитлерсылар совет яугирҙарының ныҡышмалы ҡаршылығына осрай һәм Туапсены ала алмай. Төньяҡ-Кавказ фронты ғәскәрҙәре Новороссийск районында дошманды туҡтата. Маршал һуғышсылар араһында даими була, унда Башҡортостан яугирҙары ла була. Һалдат-артиллерист Ниғмәтйән Насретдинов (Борай районы) 1942 йылда Туапсе ҡалаһын ҡурғауëàó ваҡытында барған аяуһыҙ һуғышты хәтерләй. Ул саҡтà уны партияға ҡабул итәләр. Часҡа Буденный килгән була. Ул Насретдиновҡа партия билеты тапшыра, ҡотлай һәм һорай:
       - Фашистарҙы тар-мар итеп бөтөрөп булырмы?
       - Әлбиттә, беҙ еңәсәкбеҙ, - ти яуап бирә Ниғмәтйән. Уны бергә торған ҡыҙыл армеецтар хуплай.
       - Был иң мөһиме. Тимәк, беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! - ти ул саҡта маршал.
       Һуңынан Борай урта мәктәбе уҡытыусыһы Ниғмәтйән Насретдинов Советтар Союзы маршалы С.М. Буденный менән осрашыуы тураһында мәктәп уҡыусыларына һөйләй.
       Бөгөн, 18 майҙа, Төньяҡ-Кавказ фронты командующийы итеп тәғәйенләү йыллығында, беҙ Семен Михайлович Буденный тураһында һөйләргә булдыҡ.
       С.М. Буденныйҙы күптәр Граждандар һуғышы йылдарынан белә. 1919 йылдың көҙөндә Буденныйҙың атлылар корпусы Мәскәүгә ынтылған аҡ гвардеецтар ғәскәре буйынса ҡыҙыу һөжүм итә. Ул ике дивизия менән алты деникин дивизияһын тар-мар итә, Воронежды ала һәм ҡыҙыл фронтта йөҙ километрлыҡ өҙөк урынды юҡҡа сығара. Аҡ гвардия генералдары талантлы ҡыҙыл командирға ғәжәпләнә, һәм бөтә донъяға, Буденный, имеш, ябай казактарҙан түгел, ә элекке генерал, тип белдерә. 1920 йылда В.И. Ленин бер әңгәмәлә былай тигән:
       - Беҙҙең Буденный донъяла иң яҡшы кавалерия начальнигы булып һаналырға тейештер, моғайын... ул - крәҫтиән малайы. Буденный иҫ киткес стратегик эске һиҙемгә эйә. Ул дыуамаллыҡҡа, саманан тыш тәүәккәллеккә тиклем ҡыйыу.
       Ленин әйтерһең алдан күргән, 15 йылдан һуң, 1935 йылда полководецтар араһынан Буденныйға иң беренсе булып Советтар Союзы маршалы исеме бирелә. Ул "Үтелгән юл" тигән китапта был исемгә барыуы хаҡында һөйләй. 1919 йылда аҡ поляктар менән һуғышта Муса Мортазиндың легендар кавалерия бригадыһының дошман менән һуғышыуы, Ҡыҙыл Армия кавалерияһы инспекцияһында эш буйынса Муса Лут улы тураһында яҡшы белеүен бәйән итә. С.М. Буденный генерал М. Шайморатов тураһында ла йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала.
       - Генерал Шайморатовты көслө ихтыярлы кеше, талантлы хәрби начальник һәм ялҡынлы совет патриоты булараҡ беләм. Ул немец илбаҫарҙары менән ауыр һуғышта үҙен ҡыйыу, батыр һуғышсы, кавалерия берләшмәләренең талантлы командиры итеп күрһәтте...
       Үкенесле, Муса Мортазинға, һәм Минеғәли Шайморатовҡа ҡарата был таныуҙар һуңлап әйтелãœí...
       С.М. Буденный Башҡортостан эшсәндәренең Еңеүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Республиканың 30 йыллығы көнөндә ул телеграмма ебәрә: "... Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың тоғро улдары намыҫ, азатлыҡ һәм Ватаныбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн немец-фашист илбаҫарҙары менән ҡыйыу һуғышты..." 1968 йылдың 23 февралендә "Советская Башкирия" гәзитендә Семен Михайловичтың башҡорт еренең генералдары тураһында "Изге бурыс" тигән мәҡәләһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, тәүге маршалдарҙың береһе, легендар полководецтың биографияһы нисек башланған һуң?
       Семен Михайлович Буденный 1883 йылдың 13 апрелендә Ростов өлкәһе Козюрин утарында ерһеҙ батрак ғаиләһендә тыуған. Үҫмергә хеҙмәт тәмен иртә татырға тура килә. Армияла хеҙмәт итергә ваҡыт етә. Буденный атлылар ғәскәренә эләгә. Ул рус-япон, һуңынан империалистик һуғышта ҡатнаша. Һуғышты рус-төрөк фронтында тамамлай. Семен Буденный күрһәткән батырлығы өсөн дүрт дәрәжә Георгий тәреһе һәм дүрт Георгий миҙалы менән наградлана.
       Өлкән унтер-офицер февраль революцияһын фронтта ҡаршылай. Октябрҙән һуң кавалерист, үҙе менән шашка, винтовка, кавалерия эйәрен алып, тыуған станицаһына ҡайта. Былар бөтәһе лә тиҙҙән кәрәк була. 1918 йыл башында Буденный Донда аҡ гвардеецтар менән көрәш өсөн казак кавалерия отряды ойоштора. Тиҙҙән отряд полкка әүерелә. Дивизия, һуңынан корпус менән командалыҡ итә. 1919 йылдың 19 ноябрендә беренсе атлылар армияһының тыуған көнө була. Уның менән Климент Ворошилов һәм Семен Буденный командалыҡ итә.
       Граждандар һуғышынан һуң Семен Буденныйҙы Ҡыҙыл Армия кавалерияһы инспекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙаҡ Семен Михайлович Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәре менән командалыҡ итә, ә 1940 йылда оборона наркомының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында маршал бер нисә фронт, Совет Армияһы кавалерияһы менән командалыҡ итә. Әммә ахырҙа, "Бөйөк Ватан һуғышында кем êåì булған" тигән йыйынтыҡта әйтелеүенсә, С.М. Буденный, "ғәскәрҙәрҙең хәрби эш итеүе менән етәкселек итеүҙә һәләтһеҙлек күрһәтте". РККА команда составына ҡаршы репрессияға уның ҡатнашы бар, тиелә йыйынтыҡта. Быға бәйле башҡорт тарихсылары һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыш хәтерләй: көрәштәше Мортазин Муса Лут улы тураһында йылы ҡарашта булыуына ҡарамаҫтан, Буденный баҫтырылған хәрби начальниктан бәләне алыу өсөн бер ни ҙә эшләмәгән. Мортазинды репрессиялау тураһында үтенес менән дә һуңлаған. 1956 йылда, уға Мортазиндың ҡыҙҙары мөрәжәғәт иткәндәң һуң, ул Баш хәрби прокурорға, Мортазинды тик яҡшы яҡтан ғына беләм, тип яҙған.
       Совет полководецы С.М. Буденныйҙың исеме Граждандар һуғышы, Ҡораллы Көстәр тарихына инде. Ул өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, һигеҙ Ленин ордены кавалеры булды, күп наградалар менән бүләкләнде. Семен Михайлович Буденный 1973 йылдың 26 октябрендә вафат була. Ҡыҙыл майҙанда Кремль стенаһы буйында ерләнә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал