6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Үҙенсәлекле проект: ҡурай һәм квартет
18.05.09


       Ике скрипка, альт, виолончель моң һуҙа, бер нисә минуттан šуң ҡыллы музыка ҡоралдарына тынлы - ҡурай ҡушыла. Музыкаль проект, ул классик һәм халыҡ ҡоралдарын берләштерә, "Ҡурай смокингта" тигән исем алды. Ағымдағы йылда Өфө һәм Екатеринбург тамашасылары Владислав Самойлов етәкселегендә "Оскар-ансамбль" тигән билдәле ҡыллы квартет башҡарыуында үҙенсәлекле программа тыңланы.
       Профессиональ сәнғәтте үҫтереү һәм пропагандалау, беҙҙең театр-концерт ойошмаларының гастроль эшмәкәрлеген камиллаштырыу, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә уларҙың әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итеү - милли мәҙәниәттең был аспекттарына Башҡортостан Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә айырым иғтибар бүленә. "Оскар-ансамбль" квартетының һәм яңы проекттың яҙмышы был һүҙҙәрҙе иҫбатлай.
       "Оскар-ансамбль" квартетын Омск, Силәбе, Төмән, Тобольск һәм Һамарҙа һәð саҡ көтөп алалар. Коллектив концерт тигән билдәләмә менән нығынған. Рәсәй гастролдәренә сит ил гастролдәре өҫтәлде. Үткән йылдың ноябрендә квартет Көньяҡ Корея буйынса турҙа булды, унда Башҡортостан музыканттары ике программа тәҡдим итте: яңғыҙ һәм рояль ҡатнашлығында ансамбль. Быйыл да уларҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтәләр: музыканттар ҡыллы трио программаһын башҡарасаҡ һәм Корея студенттарына мастер-кластар бирәсәк.
       - Беҙҙең республикала шундай практика бар: Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән берәй илгә йәки төбәккә барһа, үҙе менән профессиональ музыканттарҙы һәм коллективтарҙы алып сыға - был сәнғәт оҫталарының юғары кимәлдә әҙерлеген күрһәтеү мөмкинлеге, - ти Владислав Самойлов.
       "Оскар-ансамбль" квартетының үҙенсәлеге шунда, ул ҙур булмаған төп өлөшкә эйә һәм уның нигеҙендә төрлө жанрҙа музыка башҡарыла. Владислав Самойлов Мәскәү ансамблдәрендә һәм оркестрҙарында эшләү дәүерендә тәжрибә туплай, шуға күрә унда коллектив булдырыу идеяһы тыуа. Ансамбль составында әле солистка Лена Самойлова (скрипка), Марк Афанасьев (виолончель) һәм Владислав Самойлов (альт) уйнай. Улар менән бергә Өфөнөң ҡыллы-музыканттары Руслан Ишмаев, Флүрә Ситдиҡова һәм башҡалар гастролгә сыға.
       - Квартет - ҡулайлашҡан, техник һәм фактуралы төрлөлөккә, төҫтәргә, киң репертуарға - Боккерини һәм Моцарт әҫәрҙәренән авангард әҫәрҙәргә тиклем - бай жанр. Беҙгә шулай уҡ саҡырылған музыканттар менән сығыш яһауы ҡыҙыҡ. Беҙҙең менән бергә уйнаған артистар сәхнәлә таң ҡалырлыҡ энергетика булдыра - шулай итеп бәләкәй мөғжизә тыуа. Шуға күрә беҙ программаларҙа һәм башҡа жанрҙарҙа күп уйнайбыҙ: дуэт, трио, квинтет, фортепиано ансамбле һәм башҡалар. Беҙ күп концерт бирәбеҙ, әммә сығыш яһаған һәр программаны, һәр музыкантты иҫләйбеҙ. Француз виолончелисы Марк Дробинский, пианист Джеймс Керби (Бөйөк Британия) һәм Карло Леви Минци (Италия) менән сығыш яһау иҫтәлекле.
       Партнерҙар араһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Владимир Копытов һәм джаз-вокалсы Денис Перье (АҠШ) бар. Коллективтың дуҫтары һәм беҙҙең проекттарҙа даими ҡатнашыусылар тураһында һөйләгәндә, гитарала уйнаусы Александр Виницкий һәм пианист Михаил Лидский (Мәскәү музыканттары) хаҡында әйтмәй булмай, ул скрипач Доменико Нордио (Италия) менән аралашыу шатлығы бүләк итте.
       Владислав Самойлов һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт халыҡ музыка ҡоралы менән программа идеяһы күптән булған. Өҫтәүенә, концертта ҡурай өсөн рояль, орган, оркестр оҙатыуында айырым пьесалар башҡарыу практикаһы бар. Әммә, классик аңлауҙа, ҡурай менән ансамбль ҙур репертуарға эйә түгел.
       - Быны аңлатыуы ауыр түгел, - ти Владислав Самойлов. - Ҡурай һоҡланғыс тембр, мелодика менән айырылып тора, әммә музыка ҡоралының тәбиғәте шундай, уның башҡа инструменттар менән көйләнешендә интонация проблемалары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, "Оскар-ансамбль" менән Ишморат Илбәковтың берлектәге программаһында.
       Владислав Самойлов ҡыллы музыка ҡоралы һәм ҡурай ҡулланып, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен аранжировкалай башлай. Уға халыҡ музыкаһын өйрәнергә тура килгән. Фольклор материалдарын өйрәнеү өсөн күп ваҡыт талап ителә. Владислав Самойлов, теманың нигеҙен аңларға ынтылып, Башҡортостандың төрлө райондарында яҙылған материалдарҙы өйрәнә. Ҡыллы музыка ҡоралдары һәм ҡурай өсөн программа эш һөҙөмтәһе булып тора.
       Ҡурайсы Рөстәм Шәрипов ҡыллы музыка ҡоралдары ансамблендә уйнаó өсөн һайлап алынды. Рөстәм Шәрипов ҙур репертуарҙы ноталар буйынса өйрәнә, быны ҡурайсылар өсөн уңайлы тип әйтеп булмай. Программа төҙөлөшө ҡурайҙың мөмкинлектәрен бөтә төрлөлөгөндә күрһәтеүҙән ғибәрәт. Ҡурайсы "Оскар-ансамбль" менән уйнай, ул шулай уҡ традицион әҫәрҙәрҙе, шул иҫәптән "Буранбай"ҙы уйнай, был музыка ҡоралын асырға һәм программаны төрлөләндерергә ярҙам итә.
       - "Ҡурай смокингта" - был популяризация ғына түгел, әммә инструменталь музыканы үҫтереүҙә яңы аҙым, - ти Владислав Самойлов. - Проект артабан да йәшәй ала, ул ҡыҙыҡ.
       Танылған коллективтың музыканттары педагогик эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә. Лена Самойлова Өфө урта махсус музыка колледжында уҡыта. Марк Афанасьев колледжда һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем бирә.
       - Марк Афанасьев көслө мәктәп булдырҙы. Музыканттар, педагогта уҡыу курсын үтеп, Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһына йәки башҡа юғары уҡыу йорттарына инә. Марк Афанасьев Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыларының береһе булып һанала, - ти Владислав Самойлов.
       - Мәғарифҡа ҙур иғтибар бүленә. Уҡытыу юғары кимәлдә алып барыла, - тип һүҙен дауам итә Самойлов. - Музыка колледжында белем алған ҡыҙым буйынса фекер йөрөтәм. Уҡытыусылар үҙҙәренең эшенә яуаплы ҡарай һәм уҡыусыларҙы сифатлы әҙерләй. Өҫтәүенә, күп педагогтар - беҙҙең кадрҙар, улар республикала белем алған.
       Әңгәмә аҙағында һүҙ публика тураһында ла барҙы. Владислав Самойлов һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡ юғарыға ынтыла, һәм тамаша залдары буш булмай.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал