6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

"Санки" төркөмө
18.05.09


       "Кәмәне нисек атайһың, ул шул исем менән йөҙәсәк", тиҙәр. Минең ҡарашҡа, билдәле фраза менән күптәр килешә. Шуға күрә исемдең ниндәй мөһим роль уйнауын аңлатыу кәрәкмәй, айырыуса әгәр был музыкаль төркөмдөң исеме булһа, ул ҙур сәхнәгә сығырға һәм миллиондарса тамашасыларҙың һөйөүен яулап алырға хыяллана.
       - Исемдә ниндәй ҙә булһа интрига булырға тейеш, - тип һанай музыкант Тимур Хәбибуллин. - Ул тапалған булырға тейеш түгел.
       Шуға күрә Тимур һәм уның дуҫтары үҙҙәренåң төркөмө өсөн ғәҙәти булмаған исем һайлаған - "Санки". Улар кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итергә теләне, һәм уға иреште.
       - Бер саҡ Мәскәүҙә концерттан һуң беҙҙең янға тауыш режиссеры килеп, сәхнәлә һеҙҙе, биш егетте түгел, ә муйынсаҡлы айыу менән милли костюмдағы кешеләрҙе күрермен тип уйлағайным, тине, - ти вокалсы һәм гитарист Андрей Хәкимов. - Ә бер ваҡыт беҙҙе бөтөнләй бутанылар... Телефон буйынса төркөмдөң исемен әйттек, һәм беҙҙе сығыш яһарға саҡырҙылар. Беҙ килгәс, ойоштороусылар ғәжәпкә ҡалды. Улар төркөмдөң исеме "Самки" тип уйлаған һәм шуға күрә биш һылыуҡайҙы көткәндәр.
       "Санки" төркөмө үткән йылдың 3 февралендә барлыҡҡа килде. "Санки" Өфөнөң иң яҡшы клубтарында сығыш яһай. Төркөм июль айында Мәскәүҙә үҙенең тәүге концертын бирҙе. Үткән йылда "Санки" төркөмө "Йылдың иң яҡшы автор программаһы" номинацияһында еңеү яулай. "Санки" үҙенең тәүге альбомын сығарырға планлаштыра.
       - Кем төркөм ойошторорға булды?
       Тимур:
       - 1994 йылда беҙ Андрей менән таныштыҡ. Төркөм булдырыу идеяһы Башҡорт дәүләт педагогия университетында барлыҡҡа килде. Андрейҙың йырҙар яҙыуы тураһында белә инем, һәм миңә уның ижады оҡшай ине. Ә мин үҙем - музыкант, аранжировкалаусы, төрлө проекттарҙа ҡатнашам. Һәм шул саҡта уны ҙур сәхнәгә сығарырға ҡарар иттем. Һөҙөмтәлә ҡаланың иң яҡшы музыканттарын йыйғас, "Санки" төркөмө йыл ярымдан һуң барлыҡҡа килде. Һәм хәҙер беҙҙең менән гитарист Дмитрий Исакин, бас Георгий Рәхмәтуллин һәм барабансы Алексей Михайлов уйнай.
       - Ни өсөн төркөмдө булдырыу оҙаҡҡа һуҙылды?
       Тимур:
       - Быға тиклем беҙ бөтәбеҙ ҙә проекттарҙа ҡатнаштыҡ. Тәжрибә тупланыҡ, тип әйтеп була. Беҙ берләшкәс, етди проект барлыҡҡа килде - "Санки" төркөмө. Был Өфөнөң иң перспективалы рок-төркөмдәрåíå¾ береһе һанала.
       - Бөтә төркөм дә үҙҙәре тураһында шулай әйтә...
       Тимур:
       - Был беҙҙең генә фекер түгел, күптәр шулай һанай. Дуҫтар ғына түгел, әммә республикабыҙҙың танылған кешеләре лә.
       - Үҙенсәлек ниҙә?
       Дмитрий:
       - "Санки" төркөмө "секси-раш" исеме менән саманан тыш музыкаль коктейль уйнай. Үҙ стилебеҙҙе шулай атайбыҙ.
       Тимур:
       - Эйе, был яңы стиль, бындай стиль бер коллективта ла юҡ. Шуға ла беҙ үҙебеҙҙе иң яҡшыларҙан тип һанайбыҙ.
       - "Секси-раш"... нимә аңлата ул?
       Андрей:
       - Ул күп стилдәр коктейле. Үҙенә күрә комплекслы төшкө аш. Беҙҙе ҡай саҡ ғәйепләйҙәр, йәнәһе, беҙҙә билдәле стиль юҡ. Әммә ни өсөн публика бер сәғәт дауамында тик пирожный ғына ашарға тейеш әле, ә ул балыҡ теләй?
       Тимур:
       - Беҙ тәҡдим иткән комплекслы аш ябай түгел, ә деликатестар менән.
       - Һеҙҙе ниндәй аудитория тыңлай?
       Андрей:
       - Концертҡа төрлө публика килә. Һәр хәлдә беҙҙең музыка йәштәргә лә, шулай уҡ оло быуын вәкилдәренә лә оҡшай.
       - Һеҙҙең концерт Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә үтте. Ни өсөн ойоштороусылар һеҙҙең төркөмдө саҡырҙы?
       Тимур:
       - Нефть химияһы эшкәртеү институтының генераль директоры Эльшад Ғүмәр улы Теләшев беҙҙең ижад менән ҡыҙыҡһына, беҙгә ярҙам итә.
       - Тимәк, бағыусылар менән проблема юҡ?
       Андрей:
       - Мәғлүмәти бағыусылар менән проблема бар. Беҙҙә, мәҫәлән, төркөмдө үҫтереүсе әлегә тиклем юҡ. Беҙҙе үҫтерә торған кешеләрҙе табырға кәрәк.
       - Һеҙҙең альбом ҡасан сыға?
       Андрей:
       - Беҙ live-альбом яҙҙырабыҙ, ул июндә сығасаҡ.
       - Ә ни өсөн студияла яҙҙырмайһығыҙ?
       Дмитрий:
       - Студияла килеп сыҡмай.
       Тимур:
       - Бәлки, бер нисә йыр студияла яҙылыр, әммә улар сингл форматында буласаҡ.
       Андрей:
       - Студия эше әлегә ҡыҙыҡ түгел. Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә альбом яҙҙырыу мәғәнәһеҙ. Ҡайҙалыр барырға кәрәк. Студияла режиссерҙан башҡа саундпродюсер булырға тейеш бит. Ә был һирәк профессия.
       - "Санки" башҡа ҡалаларҙа билдәлеме?
       Андрей:
       - Сығыш яһаған ҡалаларҙа. Төркөмдө үҫтереүсе табылһа, киң танылыу яуларбыҙ...
       - Һеҙҙе билдәле музыканттар менән сағыштырып буламы?
       Тимур:
       - Беҙҙе "Мумий Тролëь" төркөмө менән сағыштыралар. Әммә беҙ һис ҡасан бындай маҡсат ҡуйманыҡ. Бәлки, беҙҙең тыңлаусылар Андрей һәм Илья Лагутенко тауыштарында, башҡарыу алымында оҡшашлыҡ табалыр.
       - Һеҙҙең музыка кешеләргә илһам бирә аламы?
       Андрей:
       - Мин быға ышанам. Беҙ кешесә үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында йырлайбыҙ бит. Беҙ башҡарған йырҙарҙа кешеләргә күңелһеҙ булған темаларға ҡағылмайбыҙ.
       Тимур:
       - Ижадығыҙ менән аҡса эшләп буламы?
       Андрей:
       - Була. Беҙҙең үҙенсәлек шунан ғибәрәт. Өфөлә автор программаһы менән сығыш яһаған бер төркөм дә үҙенең ижады менән аҡса эшләй алмай.
       Тимур:
       - Аңлашыла, был ҙур аҡса түгел. Төркөмдө үҫтереүсе булмай тороп, ҙур гонорар булмаясаҡ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал