6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Өфө яңы тренерҙарға ғашиҡ
15.05.09


       Рәсәй йыйылма командаһы остаздары Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин "Салауат Юлаев" менән ике йылға контракт төҙөнө. Был яңылыҡ, һис шикһеҙ, хоккей яратыусылар өсөн ҡыуаныслы булды. Был ике белгес, әлбиттә, бөтә клуб фронттарында уңыш гарантияһы түгел, әммә киләсәк еңеүҙәргә ҙур һәм мөһим аҙым. Етәкселәрҙең ҡайһыһы беҙҙең командаға Быковты һәм Захаркинды саҡырырға булғандыр, белмәйем, әммә уға рәхмәт әйтергә кәрәк. Улар етәкләгән клуб еңә һәм матур уйын күрһәтелә белә.
       Контрактҡа ҡул ҡуйылғандан һуң тренерҙар Өфөлә журналистар менән осрашты. Матбуғат-конференция өсөн ҙур залда буш урын булманы, күптәр аяҡ өҫтө тороп тыңланы. "Салауат Юлаев"тың генераль директоры Вадим Рыбинский һәм шул уҡ клубтың генераль менеджеры Олег Гросс ултырырға урын тапманы. Журналистар тренерҙар биргән яуаптарға ҡул сапты. ªû¿ºàšû, êиң мәғлүмәт саралары яңы остаздарҙы хупланы.
       Быков һәм Захаркиндан тыш журналистар биргән һорауҙарға БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин (ул Башҡортостанда хоккейҙы үҫтереү программаһы тураһында һөйләне), "Салауат Юлаев" хоккей клубының күҙәтеү советы рәйесе Николай Курапов һәм өлкән тренер Венер Сафин яуап бирҙе.
       Николай Курапов йыйылма остаздарының контракттарға ҡул ҡуйыуын "беҙҙең бәхет һәм беҙҙең уңыш" тип атаны.
       Вячеслав Быков, үҙ сиратында, "Салауат Юлаев" - юғары профессиональ коллектив, тип билдәләне.
       Матбуғат конференцияһында контракт суммаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар булды. Беҙ яҡшы резервы һәм инфраструктураһы булған клубта эшләргә һәм Рәсәйҙә клуб кимәлендә еңергә теләйбеҙ, тип белдерҙе остаздар.
       - Әгәр беҙ ҙур аҡсалар артынан сапһаҡ, ул саҡта сит илдән тәҡдимдәр ҡабул итер инек, - тине Быков.
       Игорь Захаркин һүҙҙәренә ҡарағанда, "Салауат Юлаев" командаһы июль аҙағында йыйыла, әммә уйынсылар менән танышыу алдараҡ интернет аша үтәсәк.
       - Быйыл Артем Гордеев һәм Дима Зюзин бөтә көсөнә уйнаð, тип ³ì³òëœíœáåƒ, - тине Николай Курапов.
       Йәштәр үҙҙәрен күрһәтергә өмөт бирә һәм йыйылмаға алты уйынсы алынасаҡ, тип белдерҙе өлкән тренер Венер Сафин.
       - Ни өсөн алты? - ҡаршы төштө Курапов, - ете! Һәм береһе тик Өфө тәрбиәләнеүселәренән генә торасаҡ.
       Әлбиттә, төп мәсьәлә - комплектлаштырыу. Ирекле агент булған лидерҙар менән контракт төҙөргә һәм яңы көслө уйынсылар табырға кәрәк. Владимир Воробьев командала ҡала. Кирилл Кольцов шулай уҡ Өфөлә уйнарға әҙер.
       Алексей Терещенко, Виталий Прошкин, Олег Сапрыкин - был õîêêåéñûëàð Өфөгә кәрәк, уларҙан яуап көтәләр. "Салауат Юлаев" командаһында швед Андреас Юханссон уйнаясаҡ.
       Үкенескә ҡаршы, Игорь Щадилов октябрҙә генә уйнаясаҡ, йәғни команда менән әҙерләнмәйәсәк, шуға күрә уның менән контракт төҙөү ҡышын ҡаралған.

Олег Чернов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал