6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

130 һуғышсан осош
15.05.09


       Советтар Союзы Геройы Владимир Алексеевич Секинға - 85 йәш. Бөгөнгө көндә ул Стәрлетамаҡта йәшәй. Владимир Алексеевич 1924 йылдың 15 майында Пенза өлкәһе Поим ауылында, эшсе ғаиләһендә тыуған. Бер аҙҙан ата-әсәһе Стәрлетамаҡҡа күсә. Владимир бында һигеҙ класты тамамлай. Ул бала саҡтан уҡ һауаға тартыла, балалар техник станцияһына йөрөй. Самолет моделдәрен төҙөй һәм һауаға осора. 1940 йылда Владимир Секин нефть техникумына инә. Әммә осоусы булыу теләге егеттең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә. Ул саҡта ҡалала 101-се граждан һауа флоты эскадрильяһы урынлашҡан була. Һәм нефть техникумының 16 йәшлек уҡыусыһы осоусы булырға ҡарар итә. Эскадрильяға инеү еңелдән булмай. 700 кандидаттан 220-һе ҡабул ителә. Шуға күрә Советтар Союзы Геройы В.А. Секиндың осоусылар биографияһы Стәрлетамаҡта башлана. Эскадрильяла ул осоу серҙәренә төшөнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Владимир Секин ҡала хәрби комиссариатына килә һәм үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армияға инә. Уны Энгельс хәрби осоусылар мәктәбенә ебәрәләр. Ул тырышып уҡый, СБ самолеттарында яҡшы оса. Тирә-яҡта һуғыш бара, һәм Владимр Секин фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә файҙаһыҙ. 1943 йылда àвиация мәктәбен тамамлағандан һуң äа армияға эләкмәй. Уға ИЛ-2 яңы штурмовик инеүе тураһында хәбәр итәләр, уны үҙләштерергә кәрәк. Үҙләштерә, уҡыу осоуҙары күпме кәрәк шунса оса. Лейтенант Секин 1944 йылдың июнендә генә фронтҡа алына. Ул саҡта хәрби летчиктың ғүмере ҡыҫҡа һәм 3-5 һуғышсаí осошҡа тиң, тип һанағандар. 80 һуғышсан осош яһаусыларға Советтар Союзы Геройы исеме биргәндәр. Ә лейтенант Владимир Секин 1944 йылдың июненән 1945 йылдың апреленә тиклем 130 һуғышсан осош яһай. Сенкин тылда шәп ныҡлыҡ ала, уҡыу осоусыны оҫта яһай.
       Лейтенант Владимир Секин фронтҡа Кубанда ҡаты һуғыш барған мәлдә инә. Хәрби дивизия коллективы уны үҙ итә. Аяуһыҙ һуғышта ҡатнаша. Кубандан һуң Ҡырым, билдәле Миусфронты була. II Белорус фронтында В.А. Секин 103-сө штурм яһаусы авиация полкы звеноһы (203-сө штурм яһаусы авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы) менән командалыҡ итә. Секинға ауыр шарттарҙа осорға тура килә. Владимир Алексеевич һуғышта биш ИЛ-2 штурмовигын алмаштыра. Алты тапҡыр бәреп төшөрөлә. Йыйылған шассиҙар менән машинаһын туғыҙ тапҡыр "ҡорһағына" ултырта.
       - Осоу бейеклеге уртаса 1200 метр ине, - тип хәтерләй ул, - беҙ бомба ташланыҡ һәм 600-70 метрҙан аттыҡ.
       Керчь, "утлы ер" Владимир Алексеевичтың хәтерендә ҡалған. Штурмовиктар һауанан беҙҙең десантты төшөрөүҙө ҡапланы, дошманды яндырҙы. Бындай осош немецтарҙың ҡотон алды.
       Владимир Алексеевич һуғышта булған бер ваҡиғаны әле булһа онота алмай. Бер саҡ һуғышсан осошта двигателдә шатун өҙөлә (дошман снарядынан түгел, былай ғына), һәм уның самолеты башта Днепр ярына бәрелә, һуңынан ҙур булмаған тау өҫтөнән осоп, бесән күбәһенә барып төшә. Бәхеткә күрә осоусы бомбаларҙы алдан уҡ ташлаған була. Владимир Алексеевич һәм уҡсы иҫән ҡала. Ә самолеттың уң ҡанаты һәм ҡойроғо өҙөлә.
       Владимир Алексеевич һуғыштан һуң уҡыусылар, журналистар менән осрашыуында көлөп иҫкә ала:
       - Полкташтар шаярта: Секин заданиеға оса, ә әйләнеп ҡайтҡанда - йәйәү.
       Шаяртыуҙа дөрөҫлөк бар. Самолетты урман эсенә лә, соҡорға ла, һәм хатта дошман территорияһына ла ултыртырға тура килде. 1945 йылдың 22 февралендә Кенигсберг янында, фронттан 20 саҡрым алыҫлыҡта дошмандың зенит тубы Владимир Секиндың самолетын бәреп төшөрә. Ергә ултырырға тура килә. Һауа уҡсыһы Николай Ивановтың ике аяғы ла йәрәхәтләнә. Самолетты ракетницанан атып яндырҙыҡ. Үҙебеҙҙекеләргә ҡарай юл алдыҡ. Немецтар беҙҙең арттан ҡыуа төшмәне, улар үҙ баштарын ҡотҡарырға тырышты. Осоусылар беренсе көндә һигеҙ километр үтә, икенсе көндә - ни бары өс. Ә бында совет частары һөжүмгә бара. Ҡыуаныслы осрашыу була. Госпиталгә оҙатыу алдынан лейтенант Владимир Секинға Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшыралар.
       Һауыҡҡандан һуң һауала һуғыш Көнсығыш Пруссияла дауам итә. Еңеү көнө яҡынлаша. Командование ҡыйыу осоусы Владимир Алексеевич Секинды Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итә. Тейешле документтар йыйыла. Яҡташыбыҙҙың хәрби ҡаҙаныштары тураһында былай тиелә:
       "103-сө штурм яһаусы авиация полкы звеноһы командиры (203-сө штурм яһаусы авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы, II Белорус фронты) лейтенант В.А. Секин 1944 йылдың июненән 1945 йылдың апреленә тиклемге осорҙа 130 штурм яһаусы һуғышсан осош яһаны, шуның 22-һендә төркөм башында барҙы. Көнсығыш Пруссияла һәм Померанияла һөжүм итеү операцияларында дошмандың оборона ҡоролмаларын һәм ғәскәрҙәр тупланмаһын яулауға 36 һуғышсан осош яһаны".
       1945 йылдың 18 авгусында В.А. Секинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Владимир Алексеевич 12 йыл хәрби авиацияла хеҙмәт итә. Яңы ИЛ-10 штурмовигын, МИГ-15 БИС истребителен үҙләштерә. Тәжрибәһен йәш осоусыларға тапшыра. Шуға күрә уға Төньяҡ ғәскәр төркөмөндә, Карпат арты һәм Байкал арты хәрби округтарында хеҙмәт итергә тура килә. 1957 йылда запастағы подполковник В.А. Секин Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Ҡаланың төрлө предприятиеларында эшләй. 1971 йылда Владимир Секин ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев менән осраша, ул шулай уҡ заманында Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлаған. Секин Муса Гәрәев тәҡдиме буйынса авиацияға ҡайта, Стәрлетамаҡ аэроклубын етәкләй. Уның исеме республиканан ситтә лә данланды. Алты йыл эсендә бер авария булманы, аэроклубты тамамлаусылар бөтә ил буйлап осто. Подполковник В.А. Секин үҙе лә һауаға күтәрелде, әммә 54 йәше тулғас, ул осоуҙан туҡтаé: ҡара ҡылау.
       Советтар Союзы Геройы Владимир Алексеевич хаҡлы ялда. Ул тормошҡа зарланмай. Тик держава өсөн борсола, илдәге ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал