6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Закондарҙы белмәйбеҙ, енәйәтселәрҙән ҡурҡабыҙ, милицияға ышанмайбыҙ
02.04.04


       Эске эштәр органдарының эшен өфөлөләр нисек баһалайБ ыл йәһәттән ҡалалағы хәл - торош хаҡында ниндәй фекерҙәл әр Журналистар менән осрашыу ваҡытында социология фәндә ре докторы, профессор Сергей Егорышев ошо темаға халыҡ а раһында үткәрелгән социологик һорашыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
       Баҡһаң, халыҡтың күпселеге хоҡуҡ һаҡлау органдары эше тураһында гәзит - журналдар уҡып, телетапшырыуҙар ҡарап ҡына белә икән. Артабан төрлө хәбәрҙәр, дуҫтар, коллега лар менән һөйләшеү килә, шәхси тәжрибә иһә өсөнсө урында .
       Бөгөн өфөлөләрҙең 48 проценты милиция эшен ҡәнәғәтлән ерлек түгел тип ҡарай. 90 - сы йылдар менән сағыштырғанд а был бер аҙға кәмерәк, ул ваҡытта был һорау бирелгәндәр ҙең 60 процент тирәһе ҡырҡа ҡәнәғәтһеҙлек белдергәйне. "
       Хәүеф янаған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итер инегеҙ" тигән һорауға респонденттарҙың 38 проценты хоҡуҡ һаҡлау орган дарына тип яуап бирә. Сағыштырыу өсөн, 20 быуаттың 90 - сы йылдарында граждандар беренсе сиратта үҙ көстәренә ыш аныуҙарын белдергәйне.
       Социаль янауҙар хаҡында һүҙ йөрөткәндә, 1992 - 2001 й ылдарҙа өфөлөләрҙе эш урындарын юғалтыу ихтималлығы ҡурҡ ыта ине. Икенсе урында "енәйәтселәр ҡорбаны булыуҙан ҡур ҡам" тигән яуап торҙо. Бөгөнгө көнгә был күрһәткестәр өс өнсө һәм дүртенсе урынға төштө. Беренсе урынға өфөлөләр үҙҙәре һәм ғаиләләренең киләсәге өсөн хәүефләнеүҙәрен ҡу я: бында белем биреү, һаулыҡ, эшкә урынлашыуға ҡағылышлы һорауҙар, икенсе урында - экология проблемаһы тора.
       Милиция эшенең иң мөһим күрһәткесе туранан - тура хал ыҡ ышанысы менән бәйле, ә был иһә эске эштәр органдарыны ң абруйынан тора. Респонденттарҙың өстән ике өлөшө һуңғы йылдарҙа был абруйҙың ҡаҡшауын таный. Һәм бында ғәйепте ң төп өлөшө орган хеҙмәткәрҙәренә төшә. Уларҙың күптәрен ең үҙ эштәренә бармаҡ аша ҡарауын иҫкә төшөрөү ҙә етә: и ң мөһиме - енәйәтте асыу, ә инде ниндәй юлдар менән, уны һы мөһим түгел. Икенсе яҡтан ҡарағанда, матбуғат саралар ында иғтибарҙы йышыраҡ тәртип һаҡлаусыларға түгел, ә енә йәтселәргә йүнәлтәләр. Милиция хеҙмәтенең героикаһы тураһында ләм - мим, барыһ ы ла донъяларын онотоп криминаль донъяны һүрәтләй.
       Хоҡуҡ һаҡлау органдарының абруйын нисек күтәрергә мөм кин һуң Күпселек был һорауҙа беренсе урынға хеҙмәткәрҙә рҙең пофессионаллеген ҡуя. Беҙҙә, мәҫәлән, тәфтишселәрҙе ң өстән беренең генә юғары юридик белеме бар. Күп осраҡт а тап уларҙың эше буйынса халыҡ дөйөм милиция хаҡында фе кер йөрөтә. Бында кадрҙар йәһәтенән ысынлап та проблема булыуын танырға кәрәк. Йәш хеҙмәткәрҙәрҙең 70 процент т ирәһе бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң эшенең бағлаған өмөттә ргә тап килмәүен аңлай һәм, практика күрһәтеүенсә, бер - ике йыл эшләгәндән һуң эштән китеүҙе хуп күрә. Шуға кү рә өс йыл стажы булған милиционер тәжрибәле хеҙмәткәр ти п һанала. Икенсе урынға өфөлөләр тәртип һаҡлаусыларҙың м ораль сифаттарын, өсөнсө урынға - аралаша белеү сифаттар ын ҡуя: милиционерҙар ( врачтар, уҡытыусылар кеүек үк) - социаль хеҙмәткәрҙәр, һәм уларҙың кеше менән уртаҡ тел табыу һәләте ҙур әһәмиәткә эйә. Асыҡланыуынса, халыҡ мил ицияның проблемаларын да аңлай икән: дүртенсе урынға өфө лөләр уларҙың яҡшы эш хаҡы алырға һәм матди - техник тә ьмин ителеү тейешлеген ҡуя. Психологик һәм физик әҙерлек кә лә ҙур урын бирелә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал