6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

"Мәк" операцияһы башланды
15.05.09


       Башҡортостан Республикаһында йәйге осорҙа традицион "Мәк" операцияһы старт алды. Майҙан октябргә тиклем наркоконтроль, милиция хеҙмәткәрҙәре муниципалитеттар ярҙамы менән ҡырҙа таралàí мәк һәм киндер сығанаҡтарын культивациялау менән көрәшәсәк. Был үҫемлектәрҙең составында наркотик матдәләр бар, һәм уларҙы үҫтереү закон менән тыйыла. Рөхсәтһеҙ үҫтергән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Енәйәт кодексының 231-се статьяһына ярашлы хоҡуҡ боҙоусыларға штраф һалына йәки, әгәр енәйәт бер нисә тапҡыр төркөм менән ҡылынһа, боҙоусылар ике йылға һәм һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм ителә. Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, вәкәләтле органдарҙың рөхсәтенән башҡа был үҫемлектәрҙе сәсеү һәм үҫтереү факты енәйәт тип табыла. Өҫтәүенә сәсеү майҙаны һәм урыны - өй янындағы участка, ойошма ерҙәре, буш ятҡан ерҙәр булһынмы - мөһим түгел.
       Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Рауил Киреев һүҙҙәренә ҡарағанда, мәк үҫтереү тыйылмай - үҫемлектәрҙе ултыртыу өсөн орлоҡ һайлағанда иғтибарлы булырға кәрәк.
       Тәртип һағында тороусыларҙың беренсе этапта төп бурысы - эшкәртеүгә тыйылған үҫемлектәрҙең таралған сығанаҡтарын табыу һәм юҡ итеү. Икенсе этапта - көҙгә табан - үҫемлектән яһалған наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешкә инеү каналдарын ҡаплауға айырыуса иғтибар бүленәсәк.
       Мәк, киндер, шулай уҡ ҡырҙа үҫкән үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫòереү факты тураһында наркоконтроль телефонына (250-20-30 һәм 8-800-347-20-30) хәбәр итегеҙ.
       Беҙҙең белешмә. 2008 йылда "Мәк" операцияһы сиктәрендә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 833 енәйәт һәм 255 административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланды. 341 кешегә ҡарата 593 енәйәт эше ҡуҙғатылды. 108 килограмм наркотик, шул иҫәптән 26 килограмм героин тартып алынды. Составында наркотик булған үҫемлектәрҙе ете тапҡыр законһыҙ сәсеү һәм дөйөм майҙаны 70 гектар тәшкил иткән 78 ҡырағай киндер сығанағы асыҡланған, уíäà 550 тоннанан ашыу үҫемлек юҡ ителгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал