6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

Йәштәр фәне көндәре
14.05.09


       Волга буйы дәүләт телекоммуникация һәм информатика университеты студенты Екатерина Бордова Өфөгә тәүге тапҡыр килгән.
       - Беренсе көндә мин Волга буйы федераль округы ҡалаларының йәш ғалимдар форумында ҡатнашыусылар менән таныштым, һәм беҙ бергәләшеп Өфө буйлап йөрөргә булдыҡ, - ти Катя. - Беҙ Өфө картаһын һатып алдыҡ һәм күп урындарҙа булырға өлгөрҙөк. Дуҫлыҡ монументында, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, башҡа парктарҙа булдыҡ. Өфө беҙгә тәьҫир итте. Һеҙҙә матур, таҙа, өфөләр яғымлы. Миңә оҡшаны.
       Екатерина - ғәҙәти булмаған Һамар студенты. Ул беренсе курстан уҡ фән менән шөғөлләнә. Катя өлкән синыфта уҡыған ваҡытта уҡ фәнгә тартыла.
       - Мине уйлап табыу өлкәһе ҡыҙыҡһындыра, - тип һүҙен дауам итә Катя. - Мин Һамар өлкәһе кешеләренең рационализаторлыҡ әүҙемлеген күҙәтәм, ҡала кешеләренең уйлап табыу кимәлен асыҡлайым. Университетҡа уҡырға ингәс, ғилми эшмәкәрлеккә сумдым.
       - Тормошоңдо фән менән бәйләр инеңме?
       - Аспирантурала уҡырға теләк бар. Артабан да фән менән шөғөлләнәсәкмен.
       - Был күңелһеҙ шөғөл түгелме?
       - Юҡ, киреһенсә. Иң мөһиме, тикшереү темаһы ҡыҙыҡ булһын. Ғилми эшмәкәрлек логиканы, фекерләүҙе үҫтерә. Был мөһим. Өҫтәүенә яңы таныштар, ил буйлап сәфәрҙәр... Миңә бындай тормош оҡшай!
       - Йәш ғалимдар союзында тораһыңмы?
       - Эйе, Һамарҙа Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе бар.
       Катя, Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар кеүек, Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары өсөн мөһим ваҡиға тураһында интернет аша белгән. Һәм, әлбиттә, ҡатнàøûó өсөн заявка биргән.
       - Йәш ғалимдар форумы ҙур мөмкинлектәр аса, - тип һанай Катя. - Улар - яңы бәйләнештәр, контакттар, тәжрибә уртаҡлашыу. Өфө, Яр Салëы, Ижевск, Ҡазан ғалимдары менән таныштым. Улар менән дуҫлашырбыҙ һәм артабан да хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип уйлайым.
       Татарстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте академияһы аспиранты Александр Литвяков башҡа төбәктәрҙән коллегалары менән бәйләнештәрҙе көйләү һәм йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Өфөгә килгән.
       - Минең төп эшмәкәрлегем - йәштәр менән эшләү. Өҫтәүенә, мин "Яр Саллының йәш ғалимдары" йәштәр ижтимағи хәрәкәтенең рәйестәше булып торам. Ике йыл элек республиканың юғары уҡыу йорттарында Йәш ғалимдар советтарын ойоштора башланыҡ. Интернет-ресурстарҙан белеүемсә, Башҡортостанда был эш күптән алып барыла. һәм һеҙҙең Йәш ғалимдар союзы уңышҡа өлгәшкән. Шуға күрә форумда ҡатнашыу маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу.
       Йәштәр фәне көндәре - Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын ÿºëàó һәм үҫтереү йылында төп ваҡиғаларҙың береһе. Сара 13 майҙан 15-нә тиклем Өфөлә үтә. Киров, Нижегородка, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау өлкәләренән, шулай уҡ Мари Иле, Мордова һәм Татарстан республикаларынан килгән йәш ғалимдар конференцияларҙа, мастер-кластарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша.
       - Йәштәр фәне көндәре - республикабыҙҙың йәш ғалимдары өсөн генә түгел, әммә бөтә Волга буйы федераль округы өсөн дә мөһим ваҡиға, тип һанай Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенты Азат Бадранов. - Сер түгел, илдә ғилми кадрҙар олоғайҙы. Фән өлкәһендә эшкә һәләтле урта йәштәге кешеләр етешмәй. Был проблемаға бөгөн иғтибар бүленмәһә, фәндең киләсәге юҡ.
       Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының I форумы һәм I Йәштәр фәне фестивале - Йәштәр фәне көндәренең төп ваҡиғаһы. Ғалимдар, студенттар, аспиранттар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр, бергә йыйылып, мөһим һәм актуаль мәсьәләләрҙе хәл итә ала.
       - Илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеше фәнни һәм инновацион өлкәләрҙе үҫтереүгә бәйле - быны һәр кеше белә, - ти "Рәсәй йәш ғалимдар союзы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Александр Щеглов. - Әгәр беҙ илебеҙҙең донъя аренаһында конкуренцияға һәләтле булырына өлгәшергә теләһәк, интеллектуаль потенциалды һөҙөмтәле файҙаланыó, фәнгә нигеҙләнгән юғары технологиялы эштәрҙе индере¼ çàðóð. Һәм хәҙер күреүебеҙсә, ил етәкселәре яғынан йәш ғалимдарға иғтибар арта.
       Күренекле ғалимдар, уйлап табыусылар йәш ғалимдар алдында сығыш яһаясаҡ. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан килгән ғалимдар юғары уҡыу йорттары кафедраларына, лабораторийҙарына һәм музейҙарына, ғилми-тикшеренеү үҙәктәренә һәм сәнәғәт предприятиеларына барасаҡ, шулай уҡ улар өсөн Өфө буйлап экскурсия ойошторола.
       Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәренең талсымы - бал ҡорто. Ул егәрлелек, тырышлыҡ һәм тәрән аҡыллылыҡ символы.
       - Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре ғилми эшмәкәрлектең абруйын яңы кимәлгә күтәрер, тип ышанам, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев Йәштәр фәне көндәрен асыу тантанаһында. - Инновацион иҡтисадты үҫтереү шарттарында фән өлкәһенә йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим. Бының өсөн беҙҙең республикала шарттар бар. Башҡортостан Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының I форумын үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланманы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал