6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Кастингта таланттар һайлап алынды
14.05.09


       Кастинг - Өфө өсөн ғәҙәти булмаған эш һәм күнекмәгән һүҙ. Быны таланттар һайлап алыу маҡсатында иғлан ителгән тәүге көндә конкурсанттарҙың күплеге менән аңлатып булалыр, моғайын. Кастинг БР Рус дәүләт академия драма театрында үтте. Хәбәрҙар булғандар һәм ҡыҙыҡһыныусылар дөрөҫ эшләне - мөһим эште оҙаҡҡа һуҙмай, үҙҙәрен күрһәтергә һәм баш ҡаланың данлыҡлы кешеләрен күрергә килде. Жюри составына Рәсәйҙең танылған продюсеры һәм композиторы Ким Брейтбург, уның ҡатыны вокалсы Валерия Брейтбург, балетмейстер Николай Андросов, рус драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович ингән. Мәскәү ҡунаҡтары яңы музыкаль проектҡа (мюзикл) артистар һайлап алыу өсөн Өфөгә килгән. Республика театрҙарында быға оҡшаш ваҡиға булғаны юҡ.
       Кастингта һәр теләгән кеше ҡатнаша ала ине. Конкурсанттарҙың йәше 18-ҙән кәм һәм 40-тан өлкән булмаҫҡа тейеш. Жюри ағзалары вокалсылар әҙерләгән ике йырҙы тыңлағандан һуң уларҙың вокал һәм артистарса мөмкинлектәрен күҙ алдына килтерҙе. Кастингта ҡатнашыусылар шиғыр, прозанан өҙөктәр уҡып ишеттерҙе. Был программа актер әҙерлеге тураһында фекер йөрөтөргә булышлыҡ итте. Кастингта тасуири уҡыу талап ителмәне, сөнки тамаша жанры - кастинг - йырға өҫтөнлөк бирә. Унда шулай уҡ рус халыҡ йырҙарын башҡарыу хупланманы - бындай саҡта комиссия конкурсанттарҙан эстрада йырҙарын башҡарыуҙарын һораны.
       Кастинг театрҙың бәләкәй сәхнәһендә үтте, унда икешәрләп инеү рөхсәт ителде: бер конкурсант үҙенең ирекле программаһын күрһәтте, икенсеһе - сығыш яһарға әҙерләнде - тауыш операторы кабинаһында фонограмма һайланы.
       Жюри ағзалары талапсан булды. Улар конкурсант сығыш яһар алдынан үҙе хаҡында һөйләргә һәм ни өсөн проектта ҡатнашырға теләгәнен аңлатып бирергә ҡушты. Артист йырлай башлағас, жюри ағзаларының уны туҡтатырға хоҡуғы булды һәм башҡа йыр башҡарыуҙы һораны, йәки "Рәхмәт!" тип әйтте. Ҡай берәүҙәр ҡойолоп төштө һәм тиҙерәк залдан сығып китергә ашҡынды, ҡыйыу конкурсанттар тағы ни ҙә булһа башҡарасаҡтарын белдерҙе. "Бер ҡасан да бер нимә лә һорамағыҙ... айырыуса һеҙҙән көслө булғандарҙан. Үҙҙәре бөтәһен дә тәҡдим итәсәк һәм үҙҙәре бөтәһен дә бирәсәк...", тип әйткән классик хаҡ. Кастингҡа ҡарата ла - шул уҡ. Жюри ағзалары йәлләр тип уйлап, күҙ йәштәре сығарырға кәрәкмәй. Ҡулығыҙҙан килһә - күрһәтегеҙ. Аҙ һүҙ - күп эш.
       Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисткаһы аҡыллы эш итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул башта бер аҙ ҡаушап ҡалған, әммә һуңынан үҙен ҡулға алған һәм йырлауын дауам иткән. Актриса залдан сыҡҡанда ла йырлауын дауам иткән һәм уның ҡарашы комиссия ағзаларына төбәлгән булған. Жюри бындай зирәклекте баһаланы, һәм актриса дәғүәселәр исемлегенә индерелде.
       Әйтергә кәрәк, беренсе урында шулай ҙа талант - үҙенсәлекле тауыш, сәхнәлә үҙеңде тота белеү, матур итеп хәрәкәт итеү. Әлбиттә, тышҡы ҡиәфәт тә мөһим. Әммә өҫтөнлөктәр исемлегендә ул икенсе урында килә.
       - Мин шул тиклем тулҡынландым, уны һүҙ менән аңлатып булмай. Ким Брейтбург алдында сығыш яһау - күҙ алдына килтергеһеҙ. Ул Филипп Киркоров, Борис Моисеев һәм башҡа йондоҙҙар өсөн йырҙар яҙа. Быға тиклем уны телевизорҙа ғына күргәнем булды, - ти Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Анна Дунюшкина (ул ике факультетта белем ала).
       - Кастингҡа яҡшы әҙерләнеп килдем, әммә мин уйлағанса килеп сыҡманы. Минән бөтөнләй башҡа нәмә башҡарырға һоранылар.
       - Әммә йырланың бит, һәм, насар булманы... Йәйен ҡаланан китергә йыйынмайһыңмы һәм һинең менән нисек бәйләнешкә инеп була, тип һоранылар бит.
       - Эйе, әммә барыбер тулҡынландым. Яҡшыраҡ сығыш яһай ала инем.
       Икенсе конкурсант - Ярослав Францев, ул юл ыңғайында ғына кастингҡа ингән. Жюри ағзаларын үҙе менән таныштырғас, сифаты насар булған фонограмма өсөн ғәфү үтенгән.
       - Ҡайҙа уҡынығыҙ һәм ниндәй бейеү башҡараһығыҙ? - тип һорай балетмейстер Николай Андросов.
       - Алты йыл бал бейеүҙәре менән шөғөлләндем.
       - Ммм...Тағы нимә?
       - Брейк-данс һәм хип-хоп. Америкала уҡыным, әле бейеү студияһында уҡытам.
       - О!
       Номер ярты минут дауам итә, һәм жюри ағзаларына көн кеүек асыҡ - тура килә.
       - Алабыҙ. Һиндә шөғөлләнгән егеттәрҙе алып кил.
       Рәсми иғлан ителеүенсә, кастинг киске етегә тиклем үтергә тейеш ине, әммә эш көнө һуҙылды - комиссия бөтә килгән кешеләрҙе ҡараны. Жюри ағзалары, һуңғы конкурсантты ҡабул иткәс, бер нисә һорауға яуап бирҙе.
       - Ким Александрович, һеҙ үҙ ҡағиҙәләрегеҙҙе күҙ уңында тотоп (егеттәр хайран ҡалдырырға, йәки ниíäœéƒåð үҙенсәлекле номер күрһәтергә тейеш), үҙегеҙҙең проект өсөн артистар һайлайһығыҙмы?
       - Беҙ һайлаï àëàí кешеләр, улар йырлап һәм бейеп кенә ҡалмаясаҡ, ә спектаклдә аныҡ ролдәр башҡарасаҡ. Беҙгә кем кәрәк, уны беләбеҙ. Конкурсанттарҙың характеры ниндәй, улар нисек йырлай, нисек хәрәкәтләнә - быларҙы беҙ ҡарайбыҙ.
       - Минең аңлауымса, классик белемле кешеләр хуплана, әммә заманса йүнәлештәргә эйә булғандар...
       - Эйе, талантлы кешеләргә өҫтөнлөк бирелә, улар үҙҙәренең һәләтен шымартыу өсөн күп көс түккән һәм күп ваҡыт сарыф иткән, һәм улар менән профессиональ телдә аңлашып була. Был иң яҡшыһы.
       - Сер булмаһа, был ниндәй мюзикл?
       - XVIII быуат аҙағында Рәсәйҙә булған мөхәббәт тарихы. Бөтәһе лә матур буласаҡ, шул иҫәптән костюмдар ҙа, улар өҫтөндә рәссам Алла Коженкова эшләй.
       Рус драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович яңы проект тураһында:
       - Бөтәһе лә продюсер, композитор Ким Санычтың шылтыратыуынан башланды.
       Ул:
       - Егеттәр, миңә һеҙҙең менән осрашырға кәрәк.
       Мин:
       - Шулаймы, ә нисек, ҡайҙа?
       - Мин Өфөлә.
       Ким Саныч мине шаярталыр, тип уйланым. Ким Саныч ҡатыны Лера менән килде:
       - Егеттәр, шундай проект бар, уның өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
       Ә мин уға:
       - Ни өсөн Өфөгә килдегеҙ?
       - Өфө Мәскәүҙән кәм түгел. Унда бөтәһен дә беләбеҙ, бында өйрәнә генә башлайбыҙ.
       Шулай итеп, ҡунаҡтар ҡайтып китте, әммә оҙаҡҡа түгел. Ким Брейтбург командаһы менән Өфөгә июндә килә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал